Сәхәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Сәхәр (сүхүр) (ғәр. سحور‎) — Ислам термины, ул Рамаҙан айында ураҙа тотҡан ваҡыттағы иртәнге аш өсөн ҡулланыла. Башҡорт халҡында ул күберәк «сәхәр эсеү» тип ҡулланыла, йәғни иртәнге туйыныу күберәк сәй, һыу эсеүгә ҡайтып ҡала.

Ҡөрьән Кәримдә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« Таңда һеҙҙең алдығыҙҙа аҡ еп менән ҡара еп айырылғансы ашағыҙ һәм эсегеҙ, бынан һуң ураҙаны төнгә тиклем дауам итегеҙ. Тәҡүәлек менән мәсеттәрҙә булған ваҡытта ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылмағыҙ. Бына шулай Аллаһының сиге, яҡынлаша күрмәгеҙ уларға! Бына шулай аңлата Аллаһ әҙәмдәргә үҙеңең аяттарын — моғайын, улар Аллаһынан ҡурҡыусы булырҙар!
»
Сәхәр сәйенә ҡулланылыр ризыҡтар
Ҡорот

Ваҡыты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәхәрҙе сабах намаҙы (фәжер) алдынан ашайҙар. Ҡояш сығырҙан 2 сәғәт алда тамамланырға тейеш[1]. Сәхәр (ауыҙ ябыу) һәм ифтар (ауыҙ асыу) Рамаҙан айында бүтән ваҡытта ашаған тәртиптән айырмалы туҡланыуға килтерә[1].

Сауабы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мосолмандар өсөн сәхәрҙе тәүге ҡояш нуры сағылмаҫ элек тамамлап ҡалыу хәйерле, бының ураҙа өсөн сауабы күберәк тип һанала. Әгәр ураҙа тотоусы сәхәргә тормаһа, уның ураҙаһы дөрөҫ булып ҡала, әммә сауабы кәмерәк була, сөнки Мөхәммәт с.ғ.с. сөннәтендәге бер ғәмәл үтәлмәгән һанала.

Сәхәрҙә туҡланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәхәр аҙан ҡысҡырыуға ашап бөтөлөргә тейеш. Уны ҡалдырмауҙың сауабы ҙурыраҡ. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең «Бер йотом һыу менән булһа ла сәхәр үтәп ҡуйығыҙ», шулай уҡ «Мосолманға иң яҡшы сәхәр ашамлығы — хөрмә (финик)» тигәне мәғлүм.

Хәҙис шәриф:

Таң алдынан ашағыҙ, сәхәрҙең сауабы бар. (әл-Бохари, 1923, Мөслим, 1095)

.

Медиктар сәхәрҙә ҡатмарлы углеводтар ингән ризыҡ — шыттырылған орлоҡтан тарттырылған йәки ныҡ онталмаған ондан бешерелгән икмәк, ярманан бешерелгән ризыҡтар, йәш йәшелсә һәм киптерелгән еләк-емеш ашарға кәңәш итә. Бындай ризыҡтың энергияһы 8-12 сәғәткә етә. Аҡһымдарҙан — ит, балыҡ, йомортҡа йәки һөт ризыҡтары өҫтәргә мөмкин. Аҡһым да ярайһы оҙаҡ эшкәртелә. Финик (хөрмә) — шәкәр, күҙәнәклек, углевод, калий һәм магний сығанағы; миндаль — протеин һәм сүсле матдәләргә бай; банан — калий, магний һәм углеводтар сығанағы. Мәгәр сәхәр ваҡытында артығын ашамау һәм эсмәү хәйерле, шул арҡала организамдан минераль матдәләр күпләп сығарыла һәм тонус һаҡларға ҡамасаулай.

Сәхәр осоронда ҡәһүәнән баш тартыу йә кәметеү хәйерле. Айран кеүек эсемлектәр һыуһатмаҫҡа булышлыҡ итә[2].

Сәхәрҙә башҡорт милли аштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Айран

Сәхәрҙә башҡорт милли аштарына өҫтөнлөк бирелеү дөрөҫ туҡланыу нигеҙе була ала. Талҡан, ҡорот, ҡаҡ, ҡаҙы, ҡорт балы, айран, үлән сәйҙәре — башҡорттарҙың борондан ҡулланған ризығы, һәм улар эшкәртелеүе менән дә, энергия биреүе буйынса ла өҫтөн тора. Сәхәрҙә ғәҙәттә уларҙы ҡуллланалар ҙа.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Правильное питание во время месяца Рамазан — сухур и ифтар[2]
  • Что лучше есть перед началом поста (на сухур)?[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 «Ramadan», BBC, <http://www.bbc.co.uk/schools/religion/islam/ramadan.shtml>. Проверено 11 апрель 2010. 
  2. Правильное питание во время месяца Рамазан — сухур и ифтар[1]