Ифтар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ифта́р (ғәр. إفطار‎) — Рамаҙан айында, ураҙанан сығып, киске аш ашау. Ауыҙ асыу урындағы ваҡыт менән аҡшам намаҙы (мәғриб) башланыуға тура килә.Башҡорт халҡында йышыраҡ «ауыҙ асыу» ғибәрәһе ҡулланыла. Ул «ифтар» һүҙенең синонимы булып тора.

Ифтар (ауыҙ асыу) тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Истанбул мәсетендә ифтар

Ифтар ҡояш байыу менән башлана. Уны һуңғараҡҡа ҡалдырырға ярамай. Хаҡ хәҙистә әйтелеүенсә, Мөхәммәт Пәйғәмбәр аҡшам намаҙын уҡыр алдынан яңы бешкән йәки киптерелгән хөрмә емеше (финик) менән ауыҙ асҡан, ул булмаһа — ябай һыу эскән. Хәҙис шәриф:

Ауыҙ асырға йыйынһағыҙ, хөрмәнән башлағыҙ, әгәр хөрмә тапмаһағыҙ, һыу эсегеҙ, ул ысынлап та таҙарта[1][2][3].

Шуға күрә ифтарҙы хөрмә йә һыуҙан башлау сөннәт һанала.

Башҡорт халҡындағы үҙенсәлектәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халҡында тоҙ йәки хөрмәнән (финик) башҡа берәй емеш менән ауыҙ асыу ҙа ғәҙәти хәл булып тора[4].

Шулай уҡ башҡорт халҡында ауыҙ асыу ваҡытында ҡышҡы юлда булып, ҡул аҫтында башҡа ризыҡ булмағанда ҡар ҡабып булһа ла ауыҙ асырға ҡушылған, сөнки ураҙанан сығыуҙы һуңлатыу ярамай.

Ауыҙ асырға ашҡа саҡырыу йолаһы туғандар һәм дуҫтар менән араларҙы яҡынайта, тәрбиәүи мәғәнәгә лә эйә.

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Транскрипция:

Аллааһүммә ләкә сүмтү үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыкә әфтартү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү

  • Мәғәнәһе:

Йә, Аллаһ, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.

Туҡланыу тәртибе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнө буйы ризыҡ ҡапмай, һыу эсмәй йөрөгән кеше бигерәк тә йәй көнө ифтарҙы ныҡ көтөп ала. Ғәҙәттә, табын мул әҙерләнә. Тик мосолман һаулығына зыян килтермәҫлек итеп туйынырға тейеш.

Башта емеш ҡабып, һыу ғына эсеп ҡуйырға ла аҡшам намаҙын уҡып алырға тәҡдим ителә. Был ашҡаҙанға стресс эшләмәү өсөн кәрәк. Намаҙҙан һуң ғына башҡа ризыҡ ҡабул итә башлау яҡшы. Ойоған һөт, ҡатыҡ кеүектән башламаҫҡа кәңәш ителә, был ашҡаҙанға ауыр буласаҡ.

Ҡурылған, ныҡ майлы, үткер тәмле, ныҡ боросло ризыҡ ашамаҫҡа тәҡдим ителә. Ыҫланған ашамлыҡтар, консервалар ҙа файҙалы түгел, етмәһә, улар һыуһатыусан да була. Ифтарға диеталы ашамлыҡтар: һимеҙ булмаған тауыҡ һурпаһынан аш, быҡтырылған йәшелсә, рагу иң ҡулайы.

Ҡамыр аштарын, газлы һыуҙарҙы бик сикле ҡулланырға кәңәш ителә. Һыуҙы ла ашағандан һуң күпмелер ваҡыт үткәс эсеү яҡшыраҡ, сөнки ашҡаҙан һутын шыйығайтып, ризыҡ эшкәртелеүгә ҡамасаулаясаҡ. Иң яҡшыһы — тәрәүих намаҙ ваҡытында бүлеп-бүлеп эсеү. Һыу яйлап үҙләштереләсәк һәм көндөҙ һыуһамаҫҡа ярҙам итәсәк[5].

Иң мөһиме — артығын ашамаҫҡа кәрәк.

Ифтарҙан һуң уҡыла торған доға[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ифтарҙан һуң ошондай доғалар уҡыла:

  • Транскрипция:

    Аллааһүммә ләкә сүмтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтәртү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә бикә әәмәнт. Йә үәәсиғәл-фадли -ғфир лий. Әл-хәмдү лил-ләәһил-ләҙии әғәәнәни фә сүмтү үә рәзәҡани фә әфтәрт

    .
  • Мәғәнәһе: "Йә Аллаһым, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом, Һин биргәнен файҙаланып, ауыҙ астым. Һиңә генә һығынам һәм Һиңә генә инанам. Сикһеҙ шәфәғәтең менән мине ғәфү ит. Аллаһыма шөкөр миңә ураҙа тоторға ярҙам иткән һәм ауыҙ асҡанда туйындырған өсөн[6].

[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хадис от Анаса; св. х. Абу Дауда, ат-Тирмизи. хадис № 7120
  2. аль-Кардави Ю. Аль-мунтака мин китаб «ат-таргыб ват-тархиб» лиль-мунзири. Т. 1. С. 314, хадис № 565, 566
  3. аз-Зухайли В. Аль-фикх аль-ислами ва адиллятух. В 8 т. Т. 2. С. 632.
  4. "Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 93-сҡ бит
  5. Ифтар как праздник для постящегося
  6. Аз-Зухайли В. Аль-фикх аль-ислами ва адиллятух. В 8 т. Т. 2. С. 632.
  7. Сухур и ифтар (утренний и вечерний прием пищи). Umma.ru. Дата обращения: 10 июль 2013. Архивировано 16 июль 2013 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Ифтар (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Ньюби Г. Краткая энциклопедия ислама = A Concise Encyclopedia of Islam / Пер. с англ.. — М.: Фаир-пресс, 2007. — 384 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-8183-1080-0.