Эстәлеккә күсергә

Байрам намаҙҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Байрам намаҙҙары — Ураҙа байрамы намаҙы менән Ҡорбан байрамы намаҙы.

Йома намаҙы фарыз булған кешеләргә байрам намаҙҙары вәжиб.

Ике байрам намаҙы бар:

Ураҙа байрамы намаҙы менән Ҡорбан байрамы намаҙы. Уларҙың ваҡыты ҡояш ҡалҡып 45 минут үткәндән алып өйләгә хәтлем дауам итә.

Байрам намаҙҙары йәмәғәт менән ике рәҡәғәт уҡыла. Тап иртәнге намаҙҙың фарызы шикелле башҡарыла, тик айырмаһы шунда — һәр рәҡәғәттә өс тапҡыр тәкбир әйтелә.

Өсөһө әүәлге рәҡәғәттең «Ҫәнә»һенән һуң һәм ҡыраәттән элек, өсөһө икенсе рәҡәғәттең ҡыраәтенән һуң әйтелә.

Был алты тәкбирҙе әйтеү — вәжиб. Рөҡүғ тәкбирҙәре лә был вәжиб тәкбирҙәргә яҡын булған өсөн — вәжиб.

һәр намаҙҙағыса, ифтитах тәкбире байрам намаҙҙарында ла — фарыз. Ҡалған тәкбирҙәр сөннәт булып һанала.

Ҡорбан байрамында Ғәрәфә көнөнән һуң, иртәнге намаҙҙан башлап, дүртенсе көндөң икенде намаҙына тиклем намаҙҙа фарыздан һуң: «Аллаһу әкбәр! Аллаһу әкбәр! Ләә иләһә илләллаһу үә Аллаһу әкбәр, Аллаһу әкбәр үә лиллә-һил хәмд!» — тип тәшрик тәкбирҙәрен әйтеү вәжиб.

Ҡатын-ҡыҙмы, ир-атмы, бер яңғыҙы йәки йәмәғәт менән булһа ла, мосафир йәки мөҡим булһа ла, һәр фарыз намаҙҙан һуң тәшрик тәкбирҙәрен әйтеү вәжиб.

Байрам намаҙҙарында хөтбә намаҙҙан һуң уҡыла. Ураҙа байрамында — фитр саҙаҡаһы, Ҡорбан байрамында ҡорбан хаҡында һөйләнелә.

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев