Иғтикәф
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Иғтикәф (ғәр. اعتكاف; рус. Итикаф) — мәсеттә күпмелер көн дауамында ғибәҙәттәргә бағышланып, донъяуи эштәрҙән ситтә тороу ислам практикаһы.
Башҡарыу тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мосолмандарҙың мәсеттә Аллаһҡа табыныу өсөн билдәле бер көндәр үткәрергә нәҙер итеүе. Исламда фарыз һәм өҫтөнлөклө иғтикәф ғибәҙәте була. Мосолман был йәһәттән нәҙер бирһә, иғтикәф фарыз була, ә Рамаҙандың һуңғы декадаһында иғтикәф — хәйерлерәк һанала [1]. Ҡайһы бер диндарҙар үҙ теләге менән мәсеттә Рамаҙан айының байрам намаҙына тиклем тороп ҡала.
Иғтикәф осоронда дин тотоусылар Тәһәрәт алыу һәм хәжәттәрен үтәүҙән тыш мәсетте ташлап китергә тейеш түгел [2]. Бынан һуң шунда уҡ мәсеткә кире ҡайтырға кәрәк. Әгәр кеше кисерерлек сәбәптәрһеҙ мәсетте ташлап китә, аңын юғалта йәки ярһып китә икән, иғтикәф ғәмәлдә булмай[1].
Иғтикәф мәлендә иман килтергән кешеләр намаҙ ҡылалар, Ҡөрьән|, доға уҡыйҙар, зекер башҡаралар [3] ураҙа тоталар[2].
Иғтикәфкә талаптар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иғтикәф ғәмәлдә булһын өсөн түбәндәгеләр талап ителә[1]:
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. [367 Итикаф] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
- Iʿtikāf / Bousquet, G.-H. (фр.)баш. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
![]() |
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |