Эстәлеккә күсергә

Бирғәлин Айнур Азамат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Айнур Бирғәлин битенән йүнәлтелде)
Бирғәлин Айнур Азамат улы
Дин:

ислам

Титул:

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө

Положение:

мөфтөй

Тыуыу выҡыты:

17 октябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (35 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Баттал ауылы

Ил:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Оказавшие влияние:

Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы

https://dumrb.ru/

Бирғәлин Айнур Азамат улы (17 октябрь 1989 йыл) — ислам дине әһеле. 2019 йылдың 16 октябренән Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө (рәйесе).

1989 йылдың 17 октябрендә Башҡорт АССР-ы Учалы районы Баттал ауылында тыуған[1].

Өфөлә Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Рәсәй ислам университетында белем алған. Мысырҙың баш ҡалаһы Ҡаһирәләге Әл-Әзһәр халыҡ-ара ислам университетының Сәнәүиә институтын тамамлаған[2].

2011 йылдан Өфөнөң «Рамаҙан» мәсетенең имам-хатибы була[2]. Һуңынан Өфө ҡалаһының 8 Март ҡасабаһында «Фәтхислам» мәсетен төҙөй[1] һәм уның имам-хатибы була[2].

«Таймаҫ-Престиж» компанияһының директоры. Рәсәй Федерацияһы Мосолман эшҡыуарҙары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенең етәксеһе була. Грэпплинг буйынса Башҡортостан чемпионы[1].

2016 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология һәм журналистика факультетының башҡорт-ғәрәп бүлеген тамамлаған[2].

2018 йылда Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улының урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[2].

2019 йылдың 28 апреленән Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө (рәйесе) вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының 2019 йылдың 16 октябрендә үткән VIII отчет-һайлау съезында Айнур Бирғәлин күпселек тауыш менән мөфтөй вазифаһына һайланды[3].

Өйләнгән, биш бала тәрбиәләй.