Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт
Мәғәфүр улы
Mufti 3(1).jpg
Дин:

ислам

Титул:

мөфтөй, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының назараты рәйесе

Осор:

1992 йылдан

Тыуыу выҡыты:

8 декабрь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны:

Сибай, Башҡорт АССР-ы

Ил:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ниғмәтуллин Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы (8 декабрь 1946 йыл) — дин әһеле, 1992 йылдан Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө. Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ордены кавалеры (2007).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы Ниғмәтуллин БАССР-ҙың Баймаҡ районы Сибай эшселәр ҡасабаһында (хәҙерге Сибай ҡалаһы) 1946 йылдың 8 декабрендә тыуған.

1972—1975 йылдарҙа Бохара ҡалаһында Ғәрәп донъяһы мәҙрәсәһендә уҡый. Унан һуң имам әл Бохари исемендәге ислам институтына күсерелә. 1979 йылда имам-хатыб һөнәре буйынса ҡыҙыл дипломға тамамлай. «Ислам саҡырыуы» институтындада (Дәмәшк ҡалаһы, 1982) квалификацияны күтәреү курсын тамамлаған.

1979 йылдан алып Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратында яуаплы секретарь булып тора. 1983 йыл — Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы. 1992 йылдан алып Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты президиумы рәйесе. 1994—96 йылдарҙа — Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының Юғары координация үҙәге, 1996 йылдан алып Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ағзаһы. Р. Фәхретдинов исемендәге мәҙрәсәне ойоштороусыларҙың береһе. Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ордены менән бүләкләнгән (2007).

Дүрт ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]