Уралсиб (бина)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Уралсиб
Небоскрёб Уралсиб в Уфе.jpg
Торған урыны Башҡортостан Башҡортостан
Өфө Өфө
Төҙөлөш 19981999 гг.[1]
Ҡулланыу офис бинаһы
бейеклек
Түбә 100,5 м
Техник параметрлар
Ҡат һаны 25 + 1 тех.
Бина эсендә майҙан 25 500 м²
Архитекторы Леонид Дубинский,
Сергей Голдобин
Хужа Уралсиб (ФК)
Төҙөүсе Summa Turizm Yatirimciligi A.S.

Мәғлүмәт һәм фото Emporis

Уралсиб Викиһаҡлағыста


«Уралсиб» —1999 йылда тѳҙѳлгән административ бина; Ѳфѳ ҡалаһында Революция урамы, 41-се йорт адресы буйынса урынлашҡан, «Уралсиб» финанс корпорацияһы офисы. 100,5 метр бейеклегендәге ҡоролма[2]. Критерийҙарҙан сығып бейек, күп ҡатлы йорт тип тә һанала ала. Ҡалала иң бейек, ә Рәсәйҙән ситтә, 100 метр билдәне шартлыса үткән бина булып иҫәпләнә[3][комм. 1].

Тасуирлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Уралсиб» банкыһы бинаһы ХХ быуат башына ҡараған йортҡа йәнәшә төҙөлгән

Иң бейек (күп ҡатлы) йорт бейек биналар булмаған тарихи үҙәк урамда урынлашҡан. Шулай ҙа, юл аша, 1962 йылда тѳҙѳлгән тәүге 9 ҡатлы бина бар[4], бейек йорт тѳҙѳү ҡала панорамаһына ҙур йоғонто яһай. Башня әҙ ҡатлы йорттар араһында алыҫтан күренеп тора. Ул үҙе, ҡыҙыл кирбестән тѳҙѳлгән ике ҡатлы иҫке бинаға тѳкәтеп һалынған. XX быуатта унда ҡала хакимиәте ныҡышмалығы арҡаһында һаҡлаған Икенсе Мариин ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы (Ѳфѳләге беренсе Мариин ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы менән бутарға кәрәкмәй) урынлашҡан була. Шул арҡала бейек (күп ҡатлы) йорт Ѳфѳлә киң ҡулланылған фасадизм ѳлгѳһѳ булып иҫәпләнә. Бина шыма формала төҙөлгән, уның фасады ҡараңғылатылған быяла һәм ҡуңыр, һоро тѳҫтәге тѳҙѳлѳш панеле менән кѳпләнгән. «Бинаны тирә-яҡҡа килешле итеп тура килтерергә тырыштыҡ» — тип белдерә архитектор Леонид Дубинский. Бина 21 ҡатлы (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 23 тип тә әйтелә)[5] и 26[4]), уларҙың береһе техник ҡат булып һанала[6]. Тәүге проект буйынса бинаның бейеклеге 96 метр булырға тейеш була[7]; 100 метрлыҡ сикте үтеү ѳсѳн ҡыйыҡта махсус рәүештә ѳҫтәлмә яҡ тѳҙѳлә. Үҙенең 100,5 метр бейеклеге менән[5] 2003 йылға тиклем бина Рәсәйҙә иң бейек булып һанала.

Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png «БашКредитБанк»
Image-silk.png «Уралсиб»
Image-silk.png Ҡыйыҡта Ҡыш бабай
Image-silk.png Якутов паркынан күренеш
  • Үҙенең формаһы арҡаһында ҡала халҡы араһында «мобильник» һәм «шәм» тигән атамалар алған.
  • Тәүҙә бинаның юғары ѳлѳшѳндә «БашКредитБанк» атамаһы яҙылған була. 2002 йылда фасадтағы яҙыу «Уралсиб» банкыһы тип символикаһы үҙгәртелә.
  • Һәр йылда ла Яңы йыл байрамы алдынан бина ҡыйығына Ҡыш бабай фигураһын ҡуйыу традицияһы барлыҡҡа килгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Комментарийҙар
  1. Тѳҙѳлѳш тамамланған ваҡытта инде Мәскәүҙән ситтә лә 100 метрҙан бейегерәк ҡоролмалар барлыҡҡа килгән була, мәҫәлән, Санкт-Петербургтағы Петропавлов соборы (122,5 м). Әммә, Ҡала мѳхите һәм бейек биналар буйынса Совет критерийҙарына ярашлы, тораҡ йорт, офис йәки производство биналары сифатында проектланған ҡоролмалар ғына бейек бина булып һанала
Сығанаҡтар

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]