Черемшанский Василий Макарович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черемшанский Василий Макарович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Russian Empire (black-yellow-white).svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1821[1]
Вафат булған көнө 1869[1]
Һөнәр төрө географ
Эшмәкәрлек төрө география һәм тыуған яҡты өйрәнеү[d]
Уҡыу йорто Горыгорецкая земледельческая школа[d]

Василий Макарович Черемшанский (18211869) — тыуған айы, көнө, тыуған урыны һәм вафат булған урыны билдәһеҙ) — яҙыусы, иҡтисадсы, географ, тыуған яҡты өйрәнеүсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Василий Макарович Черемшанский 1821 йылда тыуған.
  • Могилев губернаһының Горыгорецкий агрономия училищеһын тамамлаған.
  • Ырымбур, аҙаҡ Өфө семинарияларында ауыл хужалығы буйынса уҡытыусы булып эшләй.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

В. М. Черемшанский Ырымбур губернаһының бай тәбиғәте, географияһы, климат шарттары, был төбәктә йәшәүсе башҡорт, рус, сыуаш, татар, мари, мордва һәм удмурд халыҡтарының тормош-көнкүреше, хужалыҡтары һәм мәҙәниәттәре хаҡында факттарға бай материалдар туплай. 1859 йылда Өфөлә «Ырымбур губернаһы тасуирламаһы» тигән монографияһын баҫтырып сығара. Уның ҡулъяҙмаһы Дәүләт милек министрлығының бәләкәй алтын миҙалына лайыҡ була. Китапҡа этнограф Сергей Иванович Руденко ла юғары баһа бирә.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом и промышленном отношениях. Уфа, 1859
  • Сведения о соляных озерах Челябинского уезда // Сборник статистических, исторических и археологических сведений по бывшей Оренбургской и нынешней Уфимской губерниям, собранных и разработанных в течение 1866-67 гг. Уфа, 1868
  • Взгляд на судоходство и рыболовство в Оренбургской губернии // Труды Вольного Экономического Общества. 1954

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Inkwell icon - Noun Project 2512.svg Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Wikipedia-logo-v2.svg Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.