Эстәлеккә күсергә

Юматов Василий Степанович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юматов Василий Степанович
Зат ир-ат
Тыуған урыны Өфө районы, СССР
Вафат булған көнө 17 (29) июль 1848
Вафат булған урыны Өфө губернаһы
Һөнәр төрө ғалим

Юматов Василий Степанович (? — † 17.07.1848, Өфө губернаһы Өфө өйәҙе, Йоматау ауылы, хәҙерге Шишмә районы) — Рәсәй тыуған яҡты өйрәнеүсе-тарихсыһы, этнографы, йәмәғәт эшмәкәре.

Бай булмаған дворян ғаиләһендә Өфө губернаһында тыуған.

Үҙенең хеҙмәт юлын хәрби хеҙмәттә башлай, диңгеҙ офицеры була.

Тиҙҙән отставкаға сыға, һуңынан бер ни тиклем ваҡыт Өфө өйәҙ судында судья һайлауҙары буйынса хеҙмәт итә.

1830 йылда Василий Степанович хеҙмәтен ташлап, Өфө өйәҙендәге үҙ (имениеһына) биләмәһенә ҡайта һәм буш ваҡытының күбеһен Ырымбур крайы тарихын өйрәнеүгә арнай.

Юматов, бөтә закон йыйылмаларын ҡарап сығып, Ырымбур крайына ҡараған хөкүмәт акттарын эҙләп ала, әммә был тарихи эште тамамлай алмай.

Тарихи тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеүсе Василий Степанович Юматов (? — 1848) «Ырымбур губернаһы ведомостары» өсөн эштәрен бөтөнләй икенсе төрлө ойоштора. Уның эштәре тик тарихи (этнографик) тикшеренеүҙәрҙән тора.

1848 йылдың 17 июлендә Юматов холера эпидемияһы ваҡытында вафат була. Жуково ауылында ерләнгән. Бында Юматов ҡәбере өҫтөндә суйын плита әлегә көнгә тиклем һаҡланған.

«Ырымбур губернаһы ведомостарындағы» (№ 30, 24 июль,1848 йыл) некрологта былай тиелә: «Тарихи китап уҡыу, бигерәк тә край һәм уға ҡағылғандарҙы уҡыу уның яратҡан шөғөлө булған… Беҙгә билдәле булыуынса, Ырымбур крайы тарихы буйынса бик күп ҡыҙыҡлы материалдар йыйған… һәм край тарихын төҙөү менән шөғөлләнгән»

Некролог: «Тыныс йоҡла, беҙҙең изге хеҙмәткәребеҙ; ғәҙел Хоҙай үҙе һине изгеләр донъяһында тынысландырһын!» — тигән һүҙҙәр менән тамамлана.

Өфө тарихсыһы Михаил Роднов «Бары тик „Ведомости“ мөхәррире И. П. Сосфенов ҡына Юматов тураһында шулай яҙа алған», тип инана, сөнки гәзиттең рәсми булмаған өлөшөндә башҡа хеҙмәткәрҙәр булмай. Юматов менән Сосфенов яҡын таныштар була, шунлыҡтан некрологта мөхәррирҙең шәхси кисерештәре ныҡ һиҙелә. Василий Степанович вафат булғандан һуң, уның архивындағы ҡулъяҙмалар И. П. Сосфенов ҡулына эләгә, сөнки «Ырымбур губернаһы ведомостары» биттәрендә Юматовтың эштәре баҫылып сығыуын дауам итә.

1847 йылда мәҡәләләре баҫыла башлай:

  • «Мысли об Истории Оренбургской губернии»;
  • «О названии Башкирцев»;
  • «Грамота к стольнику и Уфимскому воеводе Головину, чтобы Башкирских земель Русским пришлым людям не отдавать»;
  • «Несколько известий о службе Башкирцев».

1848 йылда сыҡҡан мәҡәләләре:

  • «Древние памятники на земле Башкирцев Чубиминской волости»//Оренбургские губернские ведомости, 1848, № 1, 2, 4 ,7, 9;
  • «Древние предания у Башкирцев Чубиминской волости»;
  • «Исследование о начале Гурьева города»;
  • «Исследование о городе Гурьеве и взятии его Стенькою Разиным».
  • Хронологический обзор достопримечательных событий в пределах нынешней Оренбургской губернии и важнейших постановлений, относящихся к этому краю //там же, −31.

1848 йылда үлгәндән һуң авторҙың «Нечто из описания нравов Башкирцев былого времени» мәҡәләһе, 1849 йылда «Сравнительный взгляд на состояние большой части дворянских имений уфимского уезда, в нынешнее и прежнее время (Из записок, оставшихся после покойника)», артабан «Краткий исторический взгляд на первобытных жителей Оренбургского края (Извлечено из записок покойного В. С. Ю.)», 1851 йылда — «О поимке Марины Мнишек на берегах Урала (Из мемуар. покойного В. С. Юматова»), 1852 йылда — «Материалы для истории Пугачёвского бунта» мәҡәләләре баҫылып сыға.

Башкирия в русской литературе. Т.1. Уфа, 1961.

Русский биографический словарь: В 25 т. /А. А. Половцов. — М., 1896—1918. Том: 31, Стр.: 319

  • http://www.bp01.ru/public.php?public=2532(недоступная ссылка) Роднов Михаил. Сосфенов: журналист и писатель//Бельские просторы, № 9 (166) Сентябрь, 2012 г.