Лох-Несс ғифрите
Лох-несс аждаһаһы | |
Loch Ness Monster | |
| |
Күл монстры, фараз ителеүенсә, Плезиозаврҙың һаҡланып ҡалған төрө | |
Мифология |
Имеш-мимеш һәм мистификациялар |
---|---|
Тип |
[[Аждаһа], Криптид |
Урыны |
Лох-Несс күле |
Латинса яҙылышы |
Nessiteras rhombopteryx |
Телгә алынған |
Урта быуаттарҙан алып |
Лох-Несс ғифрите Викимилектә | |
Лох-Несс аждаһаһы (ингл. Loch Ness Monster), Не́сси, (ингл. Nessie) — Шотландияның Лох-Несс күлендә йәшәгән хайуан йәки хайуандар төркөмө. Ул Бөйөк Британияла иң ҙур сөсө һыу ятҡылығы. Лох-Несс аждаһаһы ҡар кешеһе һәм чупакабра менән бер рәттән иң билдәле криптидтарҙың береһе булып тора. Уны өйрәнеү менән криптозоология псевдоғилеме шөғөлләнә. Күпселек ғалимдар хайуандың барлығын иҫбатлаусы хәҙерге дәлилдәр базаһын һөҙөмтәһеҙ тип таба. Йыш ҡына кешеләрҙең Несси менән осрашыуы тураһында белдереүҙәре йә алдау, йә билдәле хайуанды йәки күренеште күҙәтеү булып тора. Әммә бөтөн донъя буйынса был хайуандың барлығына күптәр ышана. Хайуандың тәбиғәтен аңлатырға тырышҡан иң популяр теориялар уны плезиозавр, тюлень, йыланбалыҡ йәки бикре төрө тип билдәләй[1].
Лох-Несс аждаһаһын йыш ҡына бәләкәй башлы, оҙон муйынлы, ике үркәс йәки бер үркәсле һәм ҡара тиреле итеп тасуирлана.
Лох-Несс күле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лох-Несс — күләме буйынса Британияның сөсө һыу ятҡылығы[2]. Күл оҙон һәм тар — оҙонлоғо яҡынса 38 километр, киңлеге — уртаса 1,6 километр. Күл диңгеҙ кимәленән 16 метр бейеклектә урынлашҡан. Лох-Ойх күлt менән бергә Глен-Мор тектоник уйпатлығында Каледон каналын барлыҡҡа килтерә. Һыу ятҡылығының сите текә генә, ә максималь тәрәнлеге 230 метрға тиклем етә[3]. Күлгә бик күп тау шишмәләре ҡоя, улар алып килгән торф күл төбөнә ултыра. Был һыуға ҡара тутыҡҡан төҫ бирә һәм һыуҙың төбө насар күренә. Лох-Нессс ҡышын туңмай, ә күлдә уртаса йыллыҡ һыу температураһы яҡынса 5,5 градус тәшкил итә[4].
Дәлилдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1933 йылға тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ошо аждаһа тураһында тәүге яҙма мәғлүмәттәрҙе Шотландиялағы Айон монастыры аббаты Адамнан яҡынса 700 йылда яҙған, тип иҫәпләнә. Ул изге Колумбаның тәржемәи хәлен һүрәтләндә уның тураһында телгә ала[5]. Колумба ул саҡта Шотландияның көнбайыш ярындағы яңы монастырында пикт халҡы һәм скотт ҡәбиләләре мәжүсиҙәрен христиан диненә өгөтләү менән шөғөлләнә. Пикттар батшаһы Брюд I Колумба тарафынан яҡынса 565 йылда суҡындырыла; баш ҡалаһы Брюде Инвернесс Лох-Несс эргәһендә урынлашҡан була. Уның бер нисә версияһы барлыҡҡа килә, әммә уларҙың күбеһендә изге Колумбаның яҡынса 565 йылда бер крәҫтиәнде аждаһанан ҡотҡарыуы тасуирлана. Адамнандың әҫәрендәге аждаһа тураһындағы бүлек «Изге кеше һыу аждаһаны доға ҡылып ҡыуҙы» тип атала[6][7].
1658 йылда сәйәхәтсе Ричард Франк үҙенең "Төньяҡ мемуарҙары"нда Лох-Несс өҫтөндә барлыҡҡа килгән «йөҙөүсе утрау» тураһында телгә ала. Әммә ул утрау мүк һәм башҡа урман материалдарынан барлыҡҡа килгән, һәм ел уны һыу өҫтөндә йөрөтә тип һүрәтләй[8]. Ун туғыҙынсы быуат Шотландия фольклорын өйрәнеүсе Джон Фрэнсис Кэмпбелл 1860 йылда һыуһаҡлағыста йәшәгән «һыу үгеҙҙәре» тураһындағы тарих ишетеүе хаҡында яҙа. Улар, йәнәһе лә, формаларын үҙгәртә ала, әммә бер ҡасан да Фойерс шарлауығына яҡын бармай[9][10].
Джимми Хоссак — аждаһаны шәхсән күрҙем тип раҫлаусы беренсе кеше, ул 1862 йәки 1865 йылдарҙа күреүен әйтә[11]. 1871 йылдың йәки 1872 йылдың октябрендә Д. Маккензи күл буйлап йөҙгән сәйер объектты күҙәтеүен тасуирлай, объект түңкәрелгән кәмәне хәтерләтә[12]. Һуңыраҡ, 1888 йылда, Абрайченда йәшәүсе Александр Макдональд билдәһеҙ нәмә күрә, ул көн һайын күл буйлап пароходта Инвернесҡа барып йөрөй. Уға йыш ҡынайөн менән ҡапланған йән эйәһен («саламандра» тип атай) күрергә тура килә [13].
1920-се йылдарҙа уны ике кеше күрә. 1919 йылда Маргарет Кэмерон һәм өс бала, йәнәһе лә, урмандан сығып, Инчнакардоч ҡултығындағы күлгә һикерергә йыйынған аждаһаны күреп ҡала. Уның тасуирлауынса, йән эйәһе 6 метр самаһы оҙонлоҡта булған һәм ҡарышлауыҡ һымаҡ хәрәкәт итә. 1923 йылдың апрелендә Альфред Круикшанк күл янынан үтеп барышлай, үҙенән ун биш метр алыҫлыҡта, бейеклеге 2 метр самаһы булған ҙур көмрө йән эйәһен күреп ҡала. Уның тасуирламаһы буйынса, заттың филгә оҡшаш дүрт аяғы һәм ҙур табаны булған[12].
1930 йылда Northern Chronicles «Лох-Несстағы сәйер мажара» тигән мәҡәлә баҫтырып сығара, унда шул йылдың июлендә ике дуҫы менән Дорес ҡултығында балыҡ тотҡан балыҡсы Ян Милн тураһында бәйән ителә. Ҡапыл улар алдынан 6,5 метр ҙурлығындағы объект йөҙөп үтә. Уның 2 йәки 3 үркәсе була[14].
1933 йыл: ғифрит тураһында легенда формалаша башлауы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Грей фотоһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирвиндың фильмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Артабанғы күҙәтеүҙәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ли/Адамс фотоһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡа дәлилдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы медиафайлдар |
---|
1960-сы йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Динсдейл фильмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1970 — 1980-се йылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуңғыраҡ осор дәлилдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Хирург фотоһы»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Nessiteras rhombopteryx
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гордон Холмс фильмы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылғы тикшеренеү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылғы фото
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаршы дәлилдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Версиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Реликт плезиозавры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һыуға батҡан бүрәнәләрҙең ҡалҡыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Gordon Rutter. What is the Loch Ness Monster? - Monster theories - Scotlands Culture (ингл.). Education Scotland (2 июль 2012). Дата обращения: 16 июнь 2021. Архивировано из оригинала 16 июнь 2021 года. 2012 йыл 2 июль архивланған.
- ↑ Bathymetrical Survey of the Fresh-Water Lochs of Scotland, 1897-1909 - Maps - National Library of Scotland (ингл.). National Library of Scotland (8 февраль 2007). Дата обращения: 16 июнь 2021. Архивировано из оригинала 16 июнь 2021 года. 2007 йыл 8 февраль архивланған.
- ↑ Павел Бобров. Выходные в Шотландии на озере Лох-Несс (рус.). GQ Россия (14 октябрь 2016). Дата обращения: 16 июнь 2021. Архивировано 24 июнь 2021 года.
- ↑ About Loch Ness - the Depth and Size of Loch Ness and Other Facts (ингл.). Nessieland (8 май 2013). Дата обращения: 16 июнь 2021. Архивировано из оригинала 16 июнь 2021 года. 2013 йыл 8 май архивланған.
- ↑ Dinsdale, 1982, pp. 27—28
- ↑ Life of Saint Columba 2021 йыл 12 декабрь архивланған., Founder of Hy. Written by Adamnan, Ninth Abbot of that Monastery, ed. William Reeves, (Edinburgh: Edmonston and Douglas, 1874)
- ↑ Morris, 1993, pp. 79—80
- ↑ Franck, 1821, p. 196
- ↑ Morris, 1993, p. 81
- ↑ Campbell, 1862, p. 328
- ↑ Bauer, 1986, p. 170
- ↑ 12,0 12,1 Eberhardt, 2002, p. 376
- ↑ Newton, 2009, p. 88
- ↑ Lewis, Chad M. INVESTIGATING STUDENTS’ BELIEFS IN THE PARANORMAL. — The Graduate School University of Wisconsin-Stout, 2002. — P. 59. Архивная копия от 24 июнь 2021 на Wayback Machine
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- инглиз телендә
- Bauer, Henry H. The Enigma of Loch Ness: Making Sense of a Mystery. — University of Illinois Press, 1986. — P. 243. — ISBN 0-252-01284-4.
- Campbell, John Francis. Popular Tales of the West Highlands: Orally Collected. — Edmonston and Douglas, 1862. — P. 480.
- Delrio, Martin. Loch Ness Monster. — The Rosen Publishing Group, 2001. — P. 48. — ISBN 0823935647.
- Dinsdale, Tim. Loch Ness monster. — Routledge & Kegan Paul, 1982. — P. 218. — ISBN 0710083955.
- Eberhardt, George M. Mysterious Creatures: A Guide to Cryptozoology. — ABC-CLIO, Inc., 2002. — P. 723. — ISBN 1-57607-283-5.
- Franck, Richard. Northern Memoirs, Calculated for the Meridian of Scotland: To which is Added, the Contemplative and Practical Angler. — A. Constable and Company, 1821. — P. 379.
- Harmsworth, Tony. Loch Ness Understood. — lulu.com, 2012. — P. 338. — ISBN 1471678695.
- Harrison, Paul. The Encyclopaedia of the Loch Ness Monster. — Robert Hale Ltd, 1999. — P. 224. — ISBN 0709064616.
- Newton, Michael. Hidden Animals: A Field Guide to Batsquatch, Chupacabra, and Other Elusive Creatures. — Greenwood, 2009. — P. 200. — ISBN 0313359067.
- Radford, Benjamin; Nickell, Joe. Lake Monster Mysteries: Investigating the World's Most Elusive Creatures. — University Press of Kentucky, 2006. — P. 208. — ISBN 0813123941.
- поляк телендә
- Morris, Phillip. Bez wyjaśnienia 3. Kolekcja największych zagadek i tajemnic. — Pandora Books, 1993. — P. 192. — ISBN 83-85884-20-3.