Ата‑бабалар культы
Ата‑бабалар рухы — үлгән ата-бабаларға йәки данлыҡлы ырыу башлыҡтарына дини табыныу.
Башҡорттар ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем үк ата‑бабалар рухына табынған. Ваҡыт үтеү менән, үҙгәрештәр кисерә. Ата-бабалар культы өлөшләтә һаҡланған һәм башҡорт мәҙәниәтенең төрлө өлкәләрендә сағылыш тапҡан. Был культ буйынса вафат булғандарҙы ҡурсалауға ышаныу арҡаһында мәрхүмдәрҙең йәне тураһында хәстәрлек күреү (ҡорбан килтереү, доға ҡылыу һ.б.) тере туғандарҙың мотлаҡ бурысы тип иҫәпләнә. Ата-бабалар культының нигеҙен йән һәм рухтар барлығы (Анимизм) идеяһы тәшкил итә. Йән хайуан, ҡош, күбәләк (тотемизм) формаһын алып, өйөнә ҡайтып, яңы түгел, ә үҙгәртелгән тормош менән йәшәй ала, (элекке өйҙәрендә вариҫтары менән бергә йәшәү, шул уҡ ихтыяждарҙы тойоу, вафат булғанға тиклемге хәстәрлектәргә эйә булыу) тип һаналған. Был йола һәр айырым ғаиләнең бер нисә быуын ата-бабаһына ғына тарала.
Башҡорттарҙа ата-баба культы традицион дини инаныуҙар элементы булған. Ата-бабаларының күңелдәре менән өҙөлмәҫ бәйләнешкә ышаныу община (ҡәбилә, ырыу) берҙәмлеген һаҡлауға булышлыҡ иткән. Башҡорттар араһында ата-бабалар культының нигеҙен йән идеяһы (кеше тере саҡта ла, үлгәндән һуң да йәшәй) тәшкил итә. Ағас ырғаҡ (махсус ҡағып ҡуйылған), ишек башы, тупһа мәрхүмдәрҙең йәне йәшәү урыны тип һаналған. Ата-балар рухы быуындарҙы һаҡлай, уларҙың именлегенә булышлыҡ итә тип ышанған. Ырыу һәм ҡәбиләләргә нигеҙ һалыусыларҙың рухтарына айырым иғтибар бирелгән. Әруахтарҙың яҡшы мөнәсәбәтен яулар өсөн, зыяраттарҙа ҡорбан салыу һәм доға ҡылыуҙан[1]) торған төрлө йолалар башҡарылған. Ата-бабалар культы менән ҡайһы бер ерләү йолалары[2], шулай уҡ ҡәбер өҫтөнә һынташтар ҡуйыу йолаһы бәйле. Һынташ ҡуйыу йолаһы төркиҙәрҙә борондан килә.
Башҡа халыҡтарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш славян халыҡтарының (белорустар, урыҫтар, украиндар) күп традицион байрамдары — Святки, Радоница, Семик ата-бабалар культы менән бәйле. Был көндәрҙә йола аҙығы (кутья, ҡоймаҡ, кеҫәл) әҙерләгәндәр, өлкән ғаилә ағзалары ата-әсәнең ҡәберенә барған.
Удмурттар араһында ғаилә ата-бабаларына — воршудуға табыныу киң таралған була: ул ғаилә бетеүҙәре һаҡланған йәшник, ихаталағы махсус бүлмәлә (куала) урынлаштырғандар. Воршуду ҡатын-ҡыҙҙар нәҫеле буйынса тапшырылған.
Сыуаштар араһында ата-бабалар культы октябрҙә үткәрелгән «Юпа ирттерни» («Ата-бабаларҙы иҫкә алыу») йолаһы менән бәйле. Йолала ҡорбан килтереү менән бәйле, ул доға ҡылыу (хывня), ағас фигурала йәки бағанала шәмдәр ҡабыҙыу (алча юпа) менән бергә бара, улар иртәнгә тиклем янып тора, унан һуң фигураны йәки бағананы зыяратҡа ҡуялар. Кисен усаҡ яҡҡандар, йырҙар (юпа юррисем) менән әйлән-бәйлән уйнағандар, скрипкала, һ.б. уйын ҡоралдарында уйнағандар. Сыуаштарҙа ата-бабаларҙы иҫкә алыу шулай уҡ яҙ (калам) һәм йәй (симек) көндәрендә үткәрелгән.
Был культ шулай уҡ кавказ, һинд-европа халыҡтарының күбеһендә таралған була.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ата‑бабалар культы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- КУЛЬТ ПРЕДКОВ // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Доға ҡылыу тәртибе (мосолман әхлағы)(недоступная ссылка)
- ↑ ЕРЛӘҮ ЙОЛАЛАРЫ