Башҡорттарҙа хайуандар һәм ҡоштар культы
Башҡорттарҙа хайуандар һәм ҡоштар культы | |
Дәүләт |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
---|
Башҡорттарҙа хайуандар һәм ҡоштар культы — зоолатрия, кеше һәм тотем хайуан йәки ҡош араһындағы билдәле бер ҡәрҙәшлек тураһында күҙ алдына килтереүгә, уға тәбиғи булмаған үҙенсәлектәр биреүгә (ҡара: Тотемизм) нигеҙләнгән дини табыныу. Күп кенә халыҡтарҙа исламға тиклемге йәки христиан диненә тиклемге традицион элемент[1].
Хайуандар һәм ҡоштар культы, үҙгәреп, өлөшләтә һаҡланып ҡалған һәм мәҙәниәттең төрлө өлкәләрендә сағылыш таба. Төрлө формалары бар: хайуандарға табыныу, ҡурсалауға ышаныу, яҡлау, рухтар һәм илаһтар донъяһы менән айырым бәйләнеш һ.б., именлек символдары йәки фажиғәле ваҡиғаларҙың хәбәрселәре булған. Хайуандар кеше телен ишетә һәм аңлай, кешеләргә әйләнеүе мөмкин һәм киреһенсә, тип иҫәпләнгән. Ошо хөрәфәттәргә йола бейеүҙәре, хайуан йәки ҡош һүрәте төшөрөлгән битлектәр яһау, йола ваҡытында тире ябыныу йолаһы бәйле.
Был культ буйынса изге хайуан йәки ҡош итен, йомортҡаһын ашауҙы, ояларын туҙҙырыуҙы тыйыуҙа сағыла. Урал-Волга буйы халыҡтарының күбеһендә хайуандарҙың һәм ҡоштарҙың донъяны барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашыуы, ырыуҙар һәм ҡәбиләләрҙең барлыҡҡа килеүе, хайуандар менән кешеләрҙең никахы һәм уларҙың балалары тыуыуы тураһында риүәйәттәр, легендалар һәм мифтар. Шулай уҡ хайуандарҙың һөйәктәренә, тиреһенә, тештәренә айырым мөнәсәбәт бар. Уларҙы йәнлектәрҙе һүрәтләгән фигуралар менән бер рәттән бетеү итеп, халыҡ медицинаһында һ.б. ҡулланғандар. татуировка Тамғаларҙа (кешенең билдәле бер затҡа ҡарағанлығын раҫлаусы шартлы билдәләр; уларҙы ҡоралға, кейемгә, малға ҡуйғандар), татуировкаларҙа, орнаменттарҙа, биҙәүестәрҙә һ.б. хайуан (хайуандарға оҡшаған) һүрәттәре таралған.
Башҡорттар хайуандарҙан йылҡы, бүре, айыу, боланды; ҡоштарҙан торна, аҡҡош, кәкүк, ҡарға, бөркөттө һ.б. ҙурлаған. Башҡорт фольклорында ат изгелекле ҡурсалаусы, изгелек һәм бәхет символы; айыу — ярҙамсы һәм яҡлаусы; бүре — башҡорттарҙың ата-бабаларына күп бәлә-ҡазанан ҡотолорға һәм яңы Тыуған ил табырға ярҙам итеүсе; торна — ғаиләнең именлеген, етешлеген символлаштырған[2].
Башҡа халыҡтарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мариҙарҙың мифологияһында болан йәки мышы нәҫелде яҡлаусы булып сығыш яһай. Боландар өйҙө һаҡлаған, күҙ тейеүҙән һаҡлаған, уларҙы халыҡ медицинаһында ҡулланған Шочын ава (Ғүмер әсәһе) һәм Тун юмо (Башланғыстар Аллаһы) аллаларының төп атрибуты булған. Сигеүҙә болан образы киң таралыу ала. Мариҙарҙың дини ҡараштарында айыу һәм ат культтары ла мөһим урын биләгән.
Татарҙарҙа иң изге хайуандарҙың береһе — бүре. Традицион татар фольклорында бүре халыҡтың башлығы һәм ҡурсалаусыһы булып тора.
Ҡоштар культын яҙ башланыуға һәм яҙғы сәсеүҙең тамамланыуына арналған традицион календарь байрамдарҙа — һабантуйҙа, ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Ҡарға бутҡаһы» байрамында һ. б. күҙәтергә мөмкин.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- КУЛЬТ ЖИВОТНЫХ И ПТИЦ // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).
- Башҡорттарҙа хайуандар һәм ҡоштар культы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ КУЛЬТ ЖИВОТНЫХ И ПТИЦ // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).
- ↑ КУЛЬТ ЖИВОТНЫХ И ПТИЦ // Фольклор народов Башкортостана = Folklore of Bashkortostan peoples: энциклопедия / [Науч.-ред. коллегия: Ф. А. Надршина (гл. ред.), С. И. Апсатарова, Л. А. Афанасьева, В. Я. Бабенко, Ф. Г. Галиева, М. Х. Идельбаев, И. Е. Карпухин, Т. Г. Миннияхметова, И. Г. Петров, Р. Р. Садиков, У. Г. Саитов (отв. ред.), Р. А. Султангареева, И. К. Фазлутдинов, Г. Р. Хусаинова;. — Пер. на англ. яз.: ООО «Центр межкультурного сотрудничества»]. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2020. — ISBN ISBN 978-5-88185-474-4 (в пер.).