Башҡорттарҙа тау культы
Башҡорттарҙа тау культы
Ислам ҡабул ителгәнгә тиклем һәм һуңынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам башҡорттарға X—XI быуаттарҙа, ғәрәп сауҙагәрҙәре һәм миссионерҙары, Бөйөк Болғария дәүләтенә килеп, башҡорттар иленә килгәс, үтеп инә башлай. XIII—XIV быуаттарҙа улар араһында ислам дине һиҙелерлек тарала. С. И. Руденко яҙыуынса, ислам башҡорттарҙың элекке инаныуҙарын үҙгәртә, әммә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан территорияһында ул йыйған материалдар XX быуат башында башҡорттар араһында боронғо инаныуҙары һәм донъяға ҡараш ҡалдыҡтары булыуы тураһында һөйләй. Башҡорттарҙа тәбиғәт объекттарын һәм күренештәрен боронғоса рухилаштырыу, инаныу элементтары һаҡлана, уларға тылсымлы көс, шулай уҡ кешегә хас үҙенсәлектәр бирә. Йылғалар, күлдәр, тауҙар һәм ҡаялар, хайуандар һәм ҡоштарға табыныу дауам иткән. Улар Ергә, Һыуға, Күккә табынғандар.
Боронғо башҡорттар фекеренсә, йылғалар һәм күлдәр, урмандар һәм тауҙар, янғын, ел-ямғырҙың «эйәләре» бар, улар араһында йорт эйәһе һәм һыу эйәһе айырым урын биләй. Мәжүсилек культы башҡорттар араһында мосолман культтары менән бәйләнгән, был бигерәк тә демонологияла һиҙелә. Урман рухына, өй эйәһенә Ҡөрьәндәге шайтандарҙың, ендәрҙең һыҙаттары һәм ғәҙәттәре хас. Рухтарҙы хөрмәт итеү, уларға ҡорбан килтереү мотлаҡ тип һаналған, сөнки ихтирам итмәү уларҙың асыуын килтереүе ихтимал.
Беҙҙең көндәрҙә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исламға тиклемге инаныу элементтары тау башҡорттарының тормошонда һәм иҡтисадында беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлана. Тауҙар культы башҡорттарҙың исламға тиклемге инаныу системаһында айырым урын биләгән. Был культ элек башҡорттарҙа ғына түгел, Урта Азия[1], төрки халыҡтарҙа[2] һәм Көньяҡ Уралдың күп халыҡтарында ла киң таралған булған. Был фараз файҙаһына боронғо яҙма сығанаҡтарҙа мәйеттәрҙе тауҙарҙа ҡуйыу тураһында телгә алыныуы, шулай уҡ Көньяҡ Уралда бик күп ҡурғандарҙың, шул иҫәптән иртә урта быуаттарҙа, бейек тау түбәләрендә урынлашыуы ныҡлы дәлил булып тора.
Элек башҡорттар өсөн тау культы бик мөһим булған. И. И. Лепехин яҙғанса, оҙаҡ ваҡыт башҡорттар араһынан уның менән ошо тау түбәһенә менергә теләгән оҙатыусы таба алмаған. Башҡорттар тауға менергә ҡурҡып, унда барырға теләмәүҙәрен «ваҡыты түгел» тип аңлатҡан, йәғни урындағы башҡорттар, был тау түбәһенә иртә яҙ көндәре генә барып, бергәләп доға ҡылыу өсөн генә сыҡҡан.
Тау культы тау-урман башҡорттарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тау культы хәҙерге ваҡытта бигерәк тә тау-урман башҡорттары араһында яҡшы һаҡланған. Мәҫәлән, Башҡортостандың Белорет районы Асы ауылы янында ат формаһындағы таш бар, уны урындағы халыҡ «Йәй ташы» йәки «Ҡолоҡай ташы» (ат ташы) тип атай. Асы ауылы һәм эргә-тирәләге ауылдар халҡы, алдағы йыл емешле булһын өсөн, йыл һайын яҙ көнө шунда доға ҡылырға бара һәм һыйыр майын таяҡ менән ташҡа һөртә. Информаторҙар әйтеүенсә, был ташҡа ҡулың менән тейеп булмай, был тауҙа үҫкән үләндәрҙе йолҡоу ҙа, ағастарҙы ҡырҡыу ҙа тыйыла. Был урын изге урын тип һанала. Белорет районы Шығай ауылынан алыҫ түгел ерҙә «Ҡәбер ташы» ташы бар, уны урындағы халыҡ изге урын тип тә хөрмәт итә. Шулай итеп, XIII—XIV быуаттарҙа уҡ башҡорт халҡының тормошона ислам үтеп инеүенә ҡарамаҫтан, башҡорттар араһында, хатта беҙҙең көндәрҙә лә исламға тиклемге дини ҡараштар киң таралған һәм йәшәүен дауам итә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атрибуты доисламских верований в быту и хозяйственной деятельности башкир Белорецкого района РБ [1]