Эстәлеккә күсергә

Сатурн (мифология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сатурн
Сатурн. Римская скульптура II века, Бардо, Тунис
Сатурн. Римская скульптура II века, Бардо, Тунис
Туғандары

Опа[d]

Тормош иптәше

Опа[d]

 Сатурн Викимилектә

Сату́рн (лат. Saturnus) — Боронғо рим мифологияһындағы илаһтарҙың береһе[1], уға табыныу Италияла ныҡ таралған булған. Боронғо грек мифологияһындағы Кроносҡа тап килә[2][3] Ул игенселек илаһы һаналған, мифик сюжет буйынса, үҙ балаларын ашап торған. Уның исеме менән Ҡояш системаһындағы Сатурн планетаһы аталған [4]. Игенселек билдәһе ураҡ — Сатурндың символы[5].

Һүҙҙең этимологияһынан күренеүенсә (Saturnus - satus — сәсеү тигәндән), Сатурн ер һәм игенселек, үҫемлекселек илаһы булған . Ул Италияла игенселек, баҡсасылыҡ, йөҙөм, ерҙе ашлауҙы индергән тип һанала. Риүәйәт буйынса, тарихҡаса Грециянан Италияға күсеп килгән батша булған тип инанғандар.

Һөйләүҙәренсә, Юпитер тарафынан Сатурн тәхеттән бәреп төшөрөлгәс, диңгеҙ буйлап оҙаҡ килгәндән һуң Лацийға килеп юлыҡҡан. Вергилий буйынса , Олимптан Италияға күсеп килгән[6].Рим риүәйәте буйынса Сатурн буйынса Тибрйылғаһы буйлап Яникулға килеп еткән, бында Янус табып, тегеһе тип ҡунаҡсыл ҡаршы ала, шунан Капитолий убаһына барып урынлаша. Лацийҙың борондан килгән халҡы сатурндар тип йөрөтөлә ; Секст Аврелий Виктор уны Сатурний ҡалаһын төҙөгән тип яҙа [7].

Шунан Сатурн шиғыры тигән шиғыр үлсәме килеп ингән дә.

  1. МНМ, 1988
  2. Сатурн (бог) // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  3. Ливий Андроник, фр. 2 Уормингтон; Овидий. Метаморфозы I 113
  4. Нонн. Деяния Диониса II 173
  5. О Граде Божьем, 7:19
  6. Вергилий. 319 VIII Энеида
  7. Аврелий Виктор. Происхождение римского народа III 1