Килиманджаро

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Килиманджа́ро —  Африканың уғата бейек һәм бик әүҙем, стратосфераға тиклем олғашҡан янартауы (вулканы), ул Танзанияның төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан, ҡитғаның иң бейек нөктәһе (диңгеҙ кимәленән 5895 м бейеклектә ята[1]). 1902 йылдан 1918 йылға тиклем Кайзер Вильгельм түбәһе (нем. Kaiser-Wilhelm-Spitze) тип атала. Килиманджаро диңгеҙ кимәленән 900 метр бейеклектә урынлашҡан Масаи яҫы таулығынан үтә бейеккә күтәрелә.

2003 йылда ғалимдәр шундай һығымтаға килә: ирегән лава тауҙың төп түбәһе Кибо кратеры аҫтында, 400 метр ғына түбәндәрәк ята. Әлеге мәлдә, ваҡыт-ваҡыт газ сығарыуҙан тыш, башҡа төрлө әүҙемлек күҙалланмаһа ла,  вулкандың емерелеү ҡурҡынысы бар, ул саҡта Сент-Хеленс вулканындағы кеүек шыйыҡ лава бар көсөнә өҫкә атыласаҡ. Элегерәк Кибола тупраҡ убылыу һәм ер ҡабығының шыуышыу осраҡтары булғылаған, шундай осраҡтарҙың береһенән һуң «көнбайыш тишек» барлыҡҡа килә. Килиманджарола вулкан атылыуы бер генә документта ла теркәлмәгән, әммә урындағы легендарларҙа бынан 150-200 мең йылдар элек вулкандың бик әүҙем булыуы тураһында һөйләнелә. 

Тауҙың һәм Африканың иң бейек нөктәһе — Кибо вулканының диңгеҙ кимәленән 5895 м бейеклегендәге һәм «Ете түбәгә» ҡараған Ухуру түбәһе (пигы). Был түбәгә беренсе тапҡыр 1889 йылда Ганс Мейер  һәм Людвиг Пуртшеллер күтәрелә. Ҡалған ике түбә лә — һүнгән вулкандар:

  • Мавензи (5149 м, бейеклеге буйынса Африкала Ухуру, Кения тауынан һуң өсөнсө),
  • Шира (3962 м).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡар ҡаплаған был тауҙар хаҡында беренсе тапҡыр беҙҙең эраның II быуатында иҫкә алына. Улар Птолемейҙың географик картаһында билдәләнгән. Килиманджароны европалылар 1848 йылдың 11 майында асҡан тип иҫәпләнелә. Тауҙы беренсе булып асыусы — немец руханийы Иоханес Ребман. 1861 йылда 2500 м бейеклеккә күтәреләләр, 1862 йылда 4200 метрға, 1883, 1887 һәм 1884 йылдарҙа — 5270 м билдәһе яулана; был күтәрелеүҙәрҙе венгр графы Самуэль Телеки башҡара. 1889 йылдың 5 октябрендә немец сәйәхәтсеһе Ганс Мейер Австрия альпинисы Людвиг Пуртшеллер менән бергә беренсе тапҡыр түбәгә менеп етә. 1996 йылда Маранга ҡалаһында түбәгә менгән альпинистарҙың дуҫы чага халҡы вәкиле, 120 йәштәр тирәһендәге Мзее Лауво (Лаво) әле иҫән була. Мавензины тик 1912 йылда ғына Охлер менән Клуте яулай ала.

«Көнсығыш Африкала тормош, сәйәхәттәр һәм эш» китабында уның авторы Чарльз Ньюның 1861 йылда тропик ҡыҫка салбарҙа һәм  еңел күлдәктә, ә 12 йөк ташыусыһының яланғас килеш Килиманджароны буйһондорорға тырышыуҙары һүрәтләнгән. Ҡар булған бейеклеккә барып етһәләр ҙә, улар түбәгә менеп етә алмай.

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауҙың атамаһы суахили теленән алынған, һәм яҡынса «ялтырап торған тау» тигәнде аңлата.

Килиманджаро атамаһының нисек килеп сығыуы аныҡ ҡына билдәле түгел, уның буйынса бер нисә теория.бар. Күп кенә фараздар, һүҙ ике бүленеп, беренсеһе Kilima (суахили телендә «уба, бәләкәй тау») һәм икенсеһе Njaro[2] (боронғо суахили телендә "аҡ" йәки "ялтырап ятҡан"[3] , кичага телендә (языка Кичагга (англ.)) jaro каруан тигәнде аңлата. Был теорияларҙың сәйер бер етешһеҙлеге бар: ниңә тау атамаһы өсөн мlimа һүҙе кесерәйтеп    kilimara тип алынған икән. .

Икенсе берәүҙәр, атама  кичагга теленән килеп сыҡҡан тип иҫәпләй, kilemanjaare йәки kilemajyaro «ҡош, леопард/карауанды» аңлата. Әммә  был теория шундай фактты күҙҙән ысҡындыра: быға тиклем кичагга телендә Килиманджаро атамаһы бөтөнләй ҡулланылмаған[4].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

 Килиманджароның спутниктан төшөрөлгән һүрәте.

Килиманджаро Танзанияның төньяҡ-көнсығышында ята, GPS системаһы һәм гравиметрия ярҙамында 2008 йылда үткәрелгән үлсәүҙәр буйынса диңгеҙ кимәленән 5 891,8  м бейеклектә урынлашҡан, был мәғлүмәт 1952 йылда британ командаһы тарафынан[5] билдәләнегән 5 895 м дәүмәлен юҡҡа сығара. 1889 йылдан алып күп тапҡырҙар үлсәүгә дусар ителгән был тау, һис шикһеҙ, Африкалағы иң бейек түбә[6], тимәк Килиманджаро Ете Түбәнең береһе[7][8]. Килиманджаро занимает площадь в 388 500 гектаров[9]. Ул Кенияның тауҙың төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәре буйлап үткән сик һыҙатынан әллә ни алыҫ түгел. Ул — тип-тигеҙ саванна уртаһында тамсы формаһындағы һәм 4 800 — 5 200 метр бейеклегендәге ғәжәйеп бер күренеште һынландырыусы бейек тау, донъяла берҙән-бер айырып һаҡланған бейек тау тип тә атап була уны. Килиманджаро 388 500 гектар майҙанды биләй. Овал формалағы вулкан конуслы тау  төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа табан 70 километрға һәм төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан 50 км-ға һуҙылған, экваторҙан көньяҡҡа табан 340 км-ҙа ята. Меру тауы көньяҡ-көнбайышҡа табан 75 км-ла, ә Африкала бейеклеге буйынса икенсе урында торған Кения тауы 300 километр төньяҡта ята. Иң яҡын Моши ҡалаһы — Танзанияла тауҙың көньяғында урынлашҡан, һәм ул — тауға күтәрелеү өсөн төп нөктә. Түбәнән көньяҡ-көнбайышҡа табан илле километрҙа урынлашҡан Килиманджаро халыҡ-ара аэропорты 1971 йылдан алып күп һанда парктары булған төбәкте хеҙмәтләндерә. Танзанияның баш ҡалаһы Додома һәм Дар-әс-Сәләм ярашлы рәүештә 380 км көньяҡ-көнбайышта һәм 450 км көньяҡ-көнсығышта ята. ә Найроби төньяҡ-төньяҡ-көнбайыштан ни бары 200 км-ҙа ғына. Һинд океанының яр буйҙары — тауҙан 270 км алыҫлыҡта. Килиманджаро административ рәүештә Килиманджаро төбәгенә ҡарай, өлөшләтә Гай районы (инг. Hai), Моши Рураль (ингл. Moshi Rural),   Ромбо (ингл. Rombo) уның составына инә, тағы ла шул: тауҙың иң юғары нөктәһе һәм ҙур өлөшө Ромбо районында. Вулкан тулыһынса Килиманджаро Милли паркы һыҙатына индерелгән.

 Килиманджароның климат зоналары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Dendrosenecio Kilimanjari – Килиманджарола үҫкән туйра алтыны
  • Бушленд йәки кеше ҡулы менән эшкәртелгән зона, 800 м – 1800 метр, был билбауҙа яуым-төшөм 1 м кимәлендә, ә уртаса температура яҡынса 25-28 °C.
  • Ямғырлы урмандар, 1800 м – 2800 м. Йыллыҡ яуым-төшөм 2 метр кимәлендә булғанға, үҫемлектәрҙең һәм ҡырағай тәбиғәттең эклектик төрлөлөгө күҙәтелә. Урмандарҙа ағастарҙың һирәк осрай  төрҙәре бар. Һауа  температураһы төнөн бик ныҡ түбәнәйеүе ихтимал,  ләкин был зонала ғәҙәттә йыл әйләнәһенә йылы, дымлы һәм тирә-яҡ йәшеллеккә күмелгән була.
  • Арса болонлоҡтары, 2800 м – 4000 метрҙа. Юғарыға күтәрелә барған һайын яуым-төшөм кәмей, шуға күрә яҡынса 2400 метр бейеклектә урман бик үк ҡуйы түгел. 2800-3000 метр бейеклектә урман зонаһы тамамлана, артабан үҙенсәлекле арса менән ҡапланған һаҙлыҡтар һәм болондар башлана. Бында гигант үҫемлектәр үҫә – гигант арса, ағасҡа оҡшаш һарыбаш (Kilimanjari Dendrosenecio) һәм гигант лобелий[10].
  • Яланғас тауҙар, 4000 метр – 5000 метр, яуым-төшөм наҡыҫ булғанға үҫемлектәр ҙә әллә ни күренмәй. Температура Цельсий буйынса +35°-тан алып нуль градустан түбәнерәк төшөүе ихтимал.
  • Арктика зонаһы, 5000 м – 5895 метр. Ер боҙ, ҡар һәм таш менән ҡапланған, флора менән фауна бөтөнләй юҡ. Йыш ҡына төнгө температура -9 °C-ға тиклем төшә[11]

Топографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Килиманджаро – түбәһе атмосферанан юғары урынлашҡан конус формаһындағы стратовулкан. Ул вулкандары һүнгән өс түбәнән тора. Көнбайыштағы Шира түбәһе диңгеҙ кимәленән 3 962 м, үҙәктәге Кибо 5 891,8 м һәм көнсығыштағы Мавензи 5 149 м бейеклегендә. Кибоның иң юғары өлөшөндәге Ройш кратерын (англ. Reusch Crater, диаметры 900 метр) киңлеге 2,4 км, оҙонлоғо 3,6 км булған эллиптик калдера уратып алынған. Кратер үҙәгендә диаметры 200 метрлыҡ көл конусы Аш Пит (инг. Ash Pit) тора[7][12].  Иң бейек түбә кратерҙың көньяҡ ситендә урынлашҡан һәм Угур (ингл. Uhuru) тип атала. Кибоның башҡа билдәле нөктәләре түбәндәгеләр: Эске Конус (ингл. Inner Cone) 5835 метр бейеклектә, Ганс Майер Нөктәһе (ингл. Hans Meyer Point), Гилман Нөктәһе (ингл. Gilman' ' s Point), Ҡаплан Нөктәһе (ингл. Leopard Point) һәм тауға беренсе тапҡыр күтәрелеүселәрҙе оҙатып барыусы хөрмәтенә аталған Иоганн тарлауығы (ингл. Yohanas 'Notch). Түбәнең көньяҡ-көнбайышында яҡынса 100 000 йыл элек ер ҡабығының шыуышыуы Көнбайыш Ярығын (ингл. Western Breach) барлыҡҡа килтерә, ул Барранко үҙәненән (ингл. Valley Barranco)[8] өҫтәрәк тора. Ҡайһы берҙә Мавензины Африкала Кения тауынан һуң бейеклеге буйынса өсөнсө түбә тип тә атайҙар[12]. Ул эрозиянан зыян күргән һәм, дамбаға оҡшап, Ганс Мейер, Пуртшеллер (ингл.Purtscheller Peak), Көньяҡ (ингл. South Peak) һәм Нордекло (ингл. Nordecke) түбәләренән айырылып тора. Уларҙың нигеҙҙәренән көнсығышҡа  бер нисә ярыҡ йүнәлгән, атап әйткәндә, Оло һәм Кесе Барранко (ингл. Great Barranco, Lesser Barranco). Эйәр (ингл. The Saddle) — Мавензи һәм Кибо араһындағы 3600 гектарлыҡ яйла (яҫы таулыҡ). Ширанан Джонселла Нөктәһе(ингл. Johnsell Point) айырыла, Шира үҙе ярылған кратерҙың яртыһынан тора, әлеге ваҡытта уларҙың көньяҡ һәм көнбайыш сиктәре генә ҡалған. Унан төньяҡ-көнсығышта, 6200 гектарҙа, тау яйла формаһын алған. Был өс түбәнән ике яҡҡа: төньяҡ-көнбайышҡа / көньяҡ-көнсығышҡа табан 250-ләп бәләкәй конус бар[9].

Гидрологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Килиманджароның боҙ кәпәсе Кибо түбәһе менән сикләнә. 2003 йылда уның дөйөм майҙаны 2 кв. км булған территорияны биләй. Ул түбәндәге өлөштәрҙән тора:

  • өҫкө өлөшөндә:
    • Фюртванглер боҙлоғо (ингл. Furtwängler),
  • төньяҡ боҙ яланы (ингл. Icefield Northern) — боҙлоҡтары:
    • Дригальский (ингл. Drygalski),
    • Оло Пенк (ингл. Great Penck),
    • Кесе Пенк (ингл. Little Penck),
    • Пенгальский (ингл. Pengalski),
    • Лертшер Нотч (ингл. Lörtscher Notch)
    • Креднер (ингл. Credner),
  • көнбайышта:
    • Барранко боҙлоғо (ингл. Barranco)
      • Оло һәм Кесе Ярыҡтар (ингл. Breach Little, Big Breach),
    • "Уҡ" (ингл . Arrow)
    • Улига (ингл. Uhlig),
  • Көньяҡ боҙ яланында (ингл. Southern Icefield) — боҙлоҡтар:
    • Балетто (ингл. Balletto),
    • Бриллиант (ингл. Diamond),
    • Хайм (ингл. Heim),
    • Керстен (ингл. Kersten),
    • Декен (ингл. Decken),
    • Ребман (ингл. Rebmann)
    • Ратцель (ингл. Ratzel)
  • һәм, ниһайәт, көнсығыш боҙ яланы (ингл. Eastern Icefield).

Боҙ яландарының төрлө үлсәмдә булыуын яуым-төшөмдөң һәм ҡояш нурҙарының йәһәт алмашынып тороуы менән аңлатырға була. Ҡасандыр был кәпәс алыҫтан уҡ бик яҡшы күренгән, әммә әләге мәлдә боҙлоҡ тиҙ ирей. Уның майҙанының кәмеүе түбәндәгесә[13][14]:

  • 1912 йылда — 12,1 кв. км,
  • 1953 йылда — 6,7 кв. км,
  • 1976 йылда — 4,2 кв. км,
  • 1996 йылда — 3,3 кв. км.

Егерменсе быуат барышында ул үҙ майҙанының 82 %-ын юғалта[13]. 1962 йылдан 2000 йылға тиклем боҙҙоң уртаса 17 метр ҡалынлығы юғалтыла[15]. NASA эксперттары, Огайо университеты профессоры палеоклиматолог Лонни Томпсон (ингл. Lonnie Thompson), баһаһы буйынса, боҙлоҡ 2020 йылға[16], йәки Австрияның Инсбрук университетының ғилми төркөмө иҫәпләүҙәренә ярашлы 2040 йылда , йәки Калифорния Фәндәр академияһының иҫәпләүҙәренсә 2050 йылға тиклем бөтөнләй иреп бөтәсәк. Климат шарттарының төрлө булыуы сәбәпле, ҡайһы бер битләүҙәрҙәге боҙлоҡтар өҫтәмә рәүештә бер нисә йыл иремәй ятыуы ихтимал.

Яуым-төшөм миҡдары тәбиғи рәүештә 150 мм-ға кәмеү сәбәпле, Килиманджаро кәпәсе бәләкәсәйә бара, XX быуатта боҙҙоң иреүе күҙгә күренеп шәбәйә. Килиманджарола боҙлоҡтоң хәҙерге кеүек тиҙ һәм тулыһынса тиерлек иреүе 4000 йыл элек 300 йыллыҡ ҡоролоҡ ваҡытында ла. күҙәтелә. Шулай итеп, һуңғы утыҙ йыл дауамында Лиамунгула (ингл. Lyamungu), көньяҡ битләүҙә 1230 метр бейеклектә, тәүлектең уртаса температураһы 3 градусҡа күтәрелә. Шуға ҡарамаҫтан, боҙлоҡтар ятҡан бейеклектә температура 0°-та түбән булып ҡала. Инсбрук университетынан Георг Казер (инг. Kaser), Вашингтон университетынан Филипп Моте боҙлоҡтарҙың иреүен яуым-төшөмдөң кәмеүенә бәйләй. Урмандарҙың һирәгәйеүе сәбәпле, үҫемлектәр ҡатламы ла, атмосфераның дымлылығы ла кәмей, бына ошо урындағы үҙгәрештәр боҙлоҡтарҙың иреүен тиҙләтә. Боҙ ҡатламының бәләкәсәйеүе һәм урмандарҙы юғалтыу араһында  бәйләнеш бар, бигерәк тә егерме быуат башында..  ХIХ быуаттағы бер нисә дымлы ун йыллыҡтан һуң, боҙ, ҡояш нурҙарынан иремәйенсә, сублимация фазаһын үтеп,  туранан-тура парға  әйләнеүенә бәйле, түбә боҙҙарына хас осло форма һаҡлана. Был бигерәк тә 1920-1930 йылдарҙа күҙәтелә. Боҙлоҡтарҙың кәмеүен дауам иттереүсе икенсе бер күренеш  — вулкан тоҡомдарының, йылылыҡты үҙенә һеңдереп, вулкан нигеҙенә урынлашыуы. Улар ирей, тотороҡһоҙ булып емерелә, һәм ҡояш нурланышының тәьҫиренә ылыҡтырылған майҙанды арттыра бара.Ҡалып:Тауын

Боҙ иреүҙән барлыҡҡа килгән ағымдарға ошо райондағы ике йылға ла ҡушыла, әммә яуым-төшөмдөң 90 %-ын урмандар тотҡарлай. Боҙлоҡтарҙың юҡҡа сығыуы урындағы гидрологик режимға йоғонто яһарға тейеш түгел, ә бына һуңғы 40 йылда ғына кешеләрҙең үҫемлектәрҙе һуғарыу өсөн һыу алыуҙы дүрт тапҡырға арттырыуы, һис шикһеҙ, быға йоғонто яһай. Килиманджаро урмандары йыл да 1,6 млн. куб. метр һыу ала, шуларҙың 5 %-ы яуым-төшөмдән килә. Өстән ике өлөшө атмосфераға пар сифатында әйләнеп ҡайта. Урман үҙенсәлекле һыйым ролен башҡара: ул һыуҙы тупраҡта, биомассала һәм һауала тотоп ҡала. 1976 йылдан алып яуым-төшөм миҡдары йылына уртаса 20 млн. куб. метрға кәмей, өс йыл эсендәге ошо юғалтыу түбә кәпәсенән иреп төшкән һыу күләменә тигеҙ, шул уҡ ваҡытта һуңғы 30 йыл эсендәге менән сағыштырғанда 25 %-ҡа әҙерәк. Ә был урындағы джагга.халҡының бер йыл эсендә ҡулланған һыу күләменә тигеҙ[17].

Тау биләмәһен һаҡлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Парк ҡапҡаларының береһе

Әле 1910-сы йылдарҙа уҡ немец колониаль хөкүмәте Килиманджаро тауын һаҡлау тураһында ҡарар ҡабул итә, ул ваҡытта һунар итеү өсөн махсус биләмә бүленеп ҡуя, ә 1921 йылда ул үҙенең статусын үҙгәртә һәм махсус һаҡланыусы урман биләмәһенә әйләнә. 1973 йылда Танзания хөкүмәте тауҙа, 2700 метр бейеклектә урынлашҡан урманда, милли парк ойоштороу тураһында иғлан итә, ә 1977 йылдан паркҡа туристарҙың инеү мөмкинлеге бирелә. 1987 йылда Танзаниялағы парк Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы объекттары исемлегенә индерелә.[18]

Хәҙерге ваҡытта парк ете зонаға бүленгән, улар араһында түбәндәге зоналар бар: интенсив йәйәүле маршрут зонаһы, тау һәм ялан өлөштәрендә кеше аҙ йөрөгән зона, хакимиәт зонаһы, мәҙәни зона һәм көндөҙ файҙаланылған зона. Кеше аяғы баҫмаған зона иң эреһе. 1995 йылда паркты 150-гә яҡын кеше хеҙмәтләндерә[18].

Урманда рөхсәтһеҙ утын ҡырҡыу, һунар итеү һәм бал йыйыу пакртың төп проблемалары булып тора. Бынан тыш парктың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, туристар араһында популярлыҡ яулаған биләмәләрҙә янғындар сығып тороуы хәүеф тыуҙыра[18].

Ағымдағы торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Килиманджаро түбәһендәге боҙлоҡ, август, 2003

Килиманджаро вулканлыҡ әүҙемлеген күрһәтмәһә лә, һуңғы ваҡытта күп кенә тикшеренеүселәрҙең иғтибарын йәлеп итә.

Һуңғы Боҙлоҡ осоронан 11 000 йыл буйы түбәне ҡаплап торған ҡар кәпәсе тиҙ ирей. Һуңғы 100 йыл  эсендә ҡар һәм боҙ күләме 80%-тан ашыуға кәмегән[19] 2002 йылда күп кенә экспеттар, 15 йылдан боҙлоҡ тулыһынса иреп бөтәсәк, тип күҙаллай.  2005 йылдың мартында,  һуңғы 11 000 йылда беренсе тапҡыр түбә тулыһынса боҙҙан арынды, тигән хәбәр тарала. Был һауа температураһының үҙгәреүенә түгел, ә  ҡар яуыуҙың кәмеүенә бәйле, тип иҫәпләйҙәр. Һуңғы 100 йыллыҡта урмандарҙы юҡҡа сығарыу Килиманджаро түбәһенә күтәрелгән һәм унда ҡар булып яуған һыу парҙары миҡдарының етди рәүештә кәмеүенә килтерә.

Альпинизм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ухуру түбәһенә (5895 м, вулкан Кибо) күтәрелеү ярайһы уҡ ябай, әммә юғарылағы климат шарттарына күнегеү өсөн ваҡыт талап ителә, тип иҫәпләнелә. Түбәгә алып барыусы төп маршруттар буйынса (Лемошо, Мачаме, Умбве, Марангу һәм Ронгаи) альпинист әҙерлеге үтмәгән һәм махсус ҡулайламалары булмаған һәр кеше күтәрелә ала (әгәр сәләмәтлеге буйынса рөхсәт ителһә). Тауҙың Экваторға яҡын булыуы һәм Ерҙең [./Килиманджаро#cite_note-29 [29]</nowiki>]ның алмашынып тороуы кешегә йоғонто яһай.

Лемошо маршруты буйынса 8 көн дауамында (күтәрелеү өсөн 6,5 көн һәм 1,5 тәүлек тауҙан төшөү өсөн) күтәрелеү һәйбәт, тауға беренсе тапҡыр күтәрелеүселәргә климатҡа яраҡлашыу ҙа еңелерәк, ошо 8 көнлөк маршрутты һайлағандарҙың  95 %-ы түбәгә менеп етә (иң бейек Ухуру түбәһенә)[20].

Статистика буйынса түбәгә күтәрелергә теләгәндәрҙең. яҡынса 60 %-ы ғына тауға менеп етә. Иң популяр маршруттарҙан һаналған Марангу һуҡмағы — (5 көндә түбәгә менеп етеп була) күтәрелеүселәр алдына етди һынауҙар ҡуйған маршрут. «Көнбайыш ярығы» (Вестерн Брич) маршруты буйынса күтәрелергә теләүселәр аҙ, әммә ул, ҡатмарлы булғанға күрә, профессионал  альпинистарҙа ҡыҙыҡһыныу уята.

Мавензи вулканына күтәрелеү альпинист әҙерлеген талап итә, әлеге ваҡытта унда күтәрелеү тыйылған. Нигеҙҙә, был тыйыу матбуғат сараларының Танзанияға туристар ағымына йоғонто яһарға тырышыуына бәйле.  "Килиманджаролағы үлем" кеүек атамалы мәҡәләләр, әлбиттә, гәзит уҡыусыларҙа был һоҡланғыс тауға ҡарата кире ҡараш тыуҙыра. Профессиональ альпинизм менән йәйәүлеләр маршруттарын да бутарға ярамай[сығанаҡ 2700  көн күрһәтелмәгән].

Килиманджарола менеү тиҙлеге буйынса абсолют рекордты Швейцариянан Карл Иглофф (ингл. Karl EgloffKarl Egloff) ҡуя — 6 сәғәт 42 минут һәм 24 секунд (2014 йыл, Умбве маршрут буйынса). Быға тиклем рекорд испан альпинисы  (инг.)баш.ла ине, ул күтәрелеү һәм төшөү өсөн 7 сәғәт 14 минут сарыф иткән (күтәрелеүгә 5 сәғәт 23 минут 50 секунд киткән), бынан алдағы рекодты (күтәрелеү тиҙлеге буйынса) 2009 йылда Ҡаҙағстандан Андрей Пучинин ҡуя  — 5 сәғәт 40 минут һәм 24 секунд,  Марангу маршруты буйынса[21][22].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Характеристики материков Астролаб.ру
  2. «Kilima-Njaro» (альтернативное название в 1907), The Nuttall Encyclopædia, 1907, FromOldBooks.com, 2006, страница: FOB-Njaro.
  3. «SRTM TANZANIA IMAGES» (описание Килиманджаро или Kilima-Njaro), NASA, 28 августа 2005, страница: NASA-Tanzania.
  4. Hutchinson, J. A.: The Meaning of Kilimanjaro
  5. Filomena Naves, Portugueses 'tiraram' 3,2 metros ao Quilimanjaro 2012 йыл 24 май архивланған., Diário de Notícias, 17.janvier.2009
  6. African geodetic reference 2009 йыл 5 февраль архивланған., AFREF newsletter n°7, septembre 2008
  7. 7,0 7,1 Global Volcanism program — Présentation du Kilimandjaro 2012 йыл 8 ноябрь архивланған.
  8. 8,0 8,1 Kilimanjaro geology 2010 йыл 28 май архивланған.
  9. 9,0 9,1 What does Kilimanjaro look like? 2010 йыл 5 октябрь архивланған.
  10. Флора и фауна высотных зон Килимнджаро. wildrussia.travel. Дата обращения: 30 ғинуар 2018.
  11. Climbing Kilimanjaro | Trekking & Hiking | Routes and Best Time to Climb Mount KIlimanjaro (билдәһеҙ). www.tanzania-safaris.org. Дата обращения: 30 ғинуар 2018. 2018 йыл 30 ғинуар архивланған.
  12. 12,0 12,1 Philippe Nonnotte, Étude volcano-tectonique de la zone de divergence Nord-Tanzanienne (terminaison sud du rift kenyan) — Caractérisation pétrologique et géochimique du volcanisme récent (8 Ma — Actuel) et du manteau source — Contraintes de mise en place, thèse de doctorat de l’université de Bretagne occidentale, spécialité : géosciences marines
  13. 13,0 13,1 François Bart,Milline J. Mbonile,François Devenne. Simon Pomel, Guilène Réaud-Thomas // Kilimandjaro: montagne, mémoire, modernité. — DYMSET, 2003. — С. 39-64. — ISBN 2-906621-31-5.
  14. Stefan Hastenrath, Recession of equatorial glaciers: a photo documentation, Sundog Publishing, juillet 2008 ISBN 978-0-9729033-3-2
  15. Tanzania — Mt. Kilimanjaro — Glacier retreat 2014 йыл 29 май архивланған., National Science Foundation’s Earth System History Program, 2000
  16. Snow and Ice on Kilimanjaro 2008 йыл 20 сентябрь архивланған., NASA
  17. Shardul Agrawala, Contre vents et marées : les politiques de développement face au changement climatique, Organisation de coopération et de développement économiques, OECD Publishing, 2005 (ISBN 9264013784), pages 104—111
  18. 18,0 18,1 18,2 Mount Kilimanjaro National Park (ингл.). Tanzania National Parks. Дата обращения: 10 октябрь 2010. Архивировано 26 май 2012 года. 2012 йыл 23 сентябрь архивланған.
  19. SVS Science Story — Melting Snows of Kilimanjaro — Dec. 18, 2002
  20. Lemosho Route | 8 Days. lemosho.net. Дата обращения: 24 ноябрь 2017.
  21. Henry Stedman. Kilimanjaro records. Climb Mount Kilimanjaro. Дата обращения: 4 октябрь 2016.
  22. Mount Kilimanjaro Fact. Climb Kilimanjaro Guide. Дата обращения: 4 октябрь 2016. 2016 йыл 5 октябрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]