Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы
Всемирная организация здравоохранения | |
Всемирная организация здравоохранения World Health Organization | |
Штаб-квартира ВОЗ в Женеве
| |
Штаб-квартира | |
---|---|
Ойошма төрө |
Международная организация |
Рәсми телдәре |
Английский, Испанский, Русский, Французский, Китайский, Арабский |
Етәкселәре | |
Генеральный директор | |
Нигеҙләнгән | |
Основана | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Викимилектә | |
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ингл. World Health Organization, WHO) — үҙ эсенә 194 дәүләтте ағза итеп тотҡан Берләшкән милләттәр ойошмаһы; төп функцияһы — Ер халҡының һаулығын һаҡлау проблемаларын хәл итеү. 1948 йылда Швейцарияның Женева ҡалаһында штаб-фатиры нигеҙләнгән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының махсуслаштырылған төркөмөнә шулай уҡ ЮНЕСКО ( БМО-ның мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса ойошмаһы), Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы (МОТ), ЮНИСЕФ (Балаларға ярҙам фонды) инә.
БМО-ла ағза булған илдәр бөтәһе лә , Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының (БДҺҺО-ның) Уставын ҡабул иткәндән һуң, уға ағза булып инә ала, ә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына БМО-ла ағза булмаған илдәр Генераль ассамблеяның күпселек ябай тауышына лайыҡ булған осраҡта ғына ағза булып инә ала. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр субъекты булмаған территориялар, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына ассоциатив ағза итеп, был ойошманың берәй ағзаһы йәки был территорияларҙың халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өсөн яуаплылығы булған хоҡуҡлы органдар исеменән яҙылған ғаризаһы буйынса ғына, ҡабулителә ала.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының төҙөлөүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге милләт-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре менән иң беренсе булып, 1839 йылда барлыҡҡа килгән Константинополь һаулыҡ һаҡлау юғары советы тора. Уның төп бурысы булып Ғосман империяһын уның порттарына сит илдәрҙән килгән караптарҙан тағун (чума) һәм ваба (холеранан) һаҡлау тора. Һуңыраҡ бындай совет Мароккола (1840 йыл) һәм Мысырҙа (1846 йыл) булдырыла. 1851 йылда Парижда I Халыҡ-ара санитария конференцияһы үтә, унда 12 дәүләт, шул иҫәптән Рәсәй империяһы ла ҡатнаша. Был форумд эшенең һөҙөмтәһе булып Урта диңгеҙҙә диңгеҙ карантины тәртибен билдәләүсе Халыҡ-ара санитария конвенцияһын ҡабул итеү ҡарала. Әммә был һөҙөмтәләргә бары тик вабаға (холераға) мөнәсәбәттәргә ҡарата ғына 1892 йылда өлгәшелә, ә 1897 йылда — тағунға (чумаға) ҡарата өлгәшелә.
XХ быуат башында тағы ла ике хөкүмәт-ара һаулыҡ һаҡлау ойошмаһына нигеҙ һалын: 1902 йылда Панамерикан санитария бюроһы (Вашингтон, АҠШ), 1907 йылда — Европала (Париж, Франция) Йәмәғәт гигиена бюроһы булдырыла. Уларҙың төп функцияһы булып, медицинаның дөйөм мәсьәләләре (бигерәк тә инфекция ауырыуҙары) тураһында мәғлүмәттәрҙе таратыу тора. Беренсе донъя һуғышынан һуң, 1923 йылда Милләттәр Лигаһының (Женева, Швейцария) Халыҡ-ара һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эшләй башлай), ә Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, 1946 йылдың июлендә Нью-Йоркта Халыҡ-ара һаулыҡ һаҡлау конференцияһы ҡарарына ярашлы Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1948 йылдың 7 апрелендә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Уставы ратификациялана, шул ваҡыттан алып 7 апрель көнө «Бөтә донъя сәләмәтлек көнө» тип билдәләнә.
Һаулыҡ һаҡлау тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми сайтҡа ярашлы килтерергә[1]:
- 1948 йыл: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ауырыуҙарҙың халыҡ-ара классификацияһы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала (МКБ).
- 1952-1964 йылдар: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Тропик гранулеманы бөтөрөү буйынса глобаль программа ҡабул итә.
- 1974 йыл: 30 йыл дауамында онхоцеркозды бөтөрөү программаһын эшләүҙе алып бара
- 1974 йыл: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы Балаларҙы вакцинациялауҙың киңәйтелгән программаһы менән тәьмин итеүҙе әҙерләү тураһында резолюция ҡабул итә
- 1975 йыл: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы «төп дарыу саралары» һәм «милли дарыуҙар сәйәсәте өлкәһендә» концепциялар. Ике йылдан һуң Төп дарыуҙар исемлеге барлыҡҡа килә башлай.
- 1967-1979 йылдар: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 12 йыл дауамында ҡара сәсәк сирен тулыһынса бөтөрөү кампанияһын координациялай. Бөтә донъяла ҡара сәсәк сирен тулыһынса бөтөрөү — Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының иң етди ҡаҙанышы.
- 1978 йылд: Беренсел медик-санитар ярҙамы буйынса халыҡ-ара конференцияһы «Бөтәһе өсөн дә һаулыҡ» тигән тарихи маҡсатты билдәләй.
- 1988 йыл: Полиомиелитты бөтөрөү буйынса глобаль инициативаны бойомға ашырыуҙы башлау
- 1990 йыл: Гомосексуализм психик ауырыуҙар исемлегенән төшөрөлә[2].
- 2003 йыл: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының тәмәкегә ҡаршы көрәш буйынса рамлы конвенцияһы ҡабул ителә.
- 2004 йылда: Туҡланыу рационы һәм аҙыҡ ҡабул итеү ГАҙыҡ рационы, туҡланыу режимы, физик әүҙемлелек һә һаулыҡ өлкәһендә глобаль стратегия ҡабул ителә
- 2005 йыл: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы Халыҡ-ара медик-санитар ҡағиҙәләрҙе яңынан ҡарай.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы
- Башҡарма комитеты
- Секретариат
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының штаб-фатиры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының штаб-фатиры Женевала (Швейцарияла).
Штаб-фатирҙың структураһы[3]:
- Генераль директор
- Генераль директор урынбаҫары
- Генераль директор канцелярияһы (ODG)
Департаменттары
- Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар һаулығы (FWC)
- Һаулыҡ һаҡлау һәм инновациялар системаһы (HIS)
- Дөйөм етәкселек (GMG)
- Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә һәм тирә-яҡ мөхиттә хәүефһеҙлек (HSE)
- ВИЧ/СПИД, туберкулез, малярия һәм онотолған тропик ауырыуҙар (HTM)
- Инфекцияһыҙ ауырыуҙар һәм психик сәләмәтлек (NMH)
- Полиомиелит, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм илдәр менән хеҙмәттәшлек (РЕС)
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының генераль директоры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Уставына ярашлы Генераль директор Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы сессияһында Башҡарма комитет тәҡдиме буйынса тәғәйенләнә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ағза-илдәре үҙ кандидаттарын тәғәйен формала Башҡарма комитетҡа тәҡдим итәләр. Башҡарма комитет тәҡдимдәрҙе ҡарап сыға башта, артабан кандидаттарҙың ҡыҫҡаса исемлеген төҙөп, улар менән һөйләшеүҙәр (әңгәмә) үткәрә, кандидаттарҙың физик торошона баһа яһай[4].Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ағза-дәүләттәрҙең Генераль директорҙы һайлауҙы ойоштороу өсөн эшсе төркөмө булдыра[5].
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының генераль директорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1948—1953 Доктор Брок Чисхольм (Канада)
- 1953—1973 Доктор Марколино Гомес Кандау (Бразилия)
- 1973—1988 Доктор Хальфдан Малер (Дания)
- 1988—1998 Доктор Хироси Накадзима (Япония)
- 1998—2003 Доктор Гру Харлем Брунтланн (Норвегия)
- 2003—2006 Доктор Ли Чон Ук (Республика Корея)
- 2006—2007 Доктор Андерс Нордстрём (инг.)баш. (Швеция) (исполняющий обязанности)
- 2007—2017 Доктор Маргарет Чан (КНР)
- с 2017 Доктор Тедрос Адханом Гебрейесус (Эфиопия)
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәсьәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- халыҡ-ара һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тәҡдимдәр биреү
- һаулыҡ һаҡлау стандарттарын урынлаштырыла
- илдәр хөкүмәтенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге милли программаларын көсәйтеү менән хеҙмәттәшлек итеү
- һаулыҡ һаҡлау стандарттарын эшләү һәм тейешле технологияларҙы булдырыу тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тапшырыу.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эшмәкәрлегенең даирәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һаулыҡ һаҡлау милли хеҙмәттәрен нығытыу һәм камиллаштырыу ;
- Инфекцияһыҙ һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш;
- Һаулыҡты һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау;
- Әсә һәм бала һаулығын һаҡлау;
- Медицина кадрҙары әҙерләү;
- Медик-биологик тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү;
- Санитария статистикаһы.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының төбәк бюролары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Уставының 44-се статьяһына ярашлы 1949 йылдан алып 1952 йылда асылған төбәк бюролары:
- Европа төбәк бюроһы — Копенгаген (Дания),
- Америка илдәренең төбәк бюро — Вашингтон (АҠШ),
- Көнсығыш Урта диңгеҙ буйы илдәренең төбәк бюроһы — Ҡаһирә (Мысыр),
- Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәренең төбәк бюроһы — Дели (Һиндостан),
- Тымыҡ океандың көнбайыш өлөшө илдәренең төбәк бюроһы — Манила (Филиппин),
- Африка илдәренең төбәк бюроһы — Браззавиль (Конго).
Был Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Бөтә донъя ассамблеяһына «Бер төбәктә — бер бюро» принцибынан сығып эшләргә мөмкинлек бирә. Күпселек ҡарарҙар төбәк кимәлендә ҡабул ителә, шул иҫәптән, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының бюджетын аныҡ төбәк йыйылышы ағзалары тарафынан тикшереп ҡабул итеү.
Һәр төбәк бюроһында төбәк комитеты бар, ул йылына бер тапҡыр, ғәҙәттә, көҙ, йыйыла. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының төбәк бюроһы ултырышы эшендә һәр хөкүмәт ағзаһы йәки ассоциялы вәкәләтле ил ағзаһы, шул иҫәптән тулыһынса танылмаған дәүләт вәкилдәре ҡатнаша. Мәҫәлән, Фәләстин вәкиле Урта диңгеҙҙең Көнсығыш төбәк бюроһы ултырышында ҡатнаша ала. Һәр төбәктә төбәк бюроһы күрһәтелгән[6]. Төбәк бюро һын төбәк директоры етәкләй, ул төбәк комитеты тарафынан һайлана. Бюроның вазифаһына ҡарарҙар ҡабул итеү һәм уларҙы раҫлау инә, хәйер, 2004 йылдан алып төбәк комитеты ҡарарын юҡҡа сығарыу осраҡтары булмаған. Төбәк директорын һайлау процесында практик файҙа килтермәй торғанбәхәстәр булғылаған [6]. 1999 йылдан алып төбәк директорҙарыы биш йылға һайлана[7].
Төбәк директоры — Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының төбәк һаулыҡ башлығы. Төбәк директоры һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һәм/йәки башҡа махсуслаштырылған төбәк бүлексәһе һәм һаулыҡ һаҡлау үҙәктәре белгестәре менән етәкселек итә һәм уларҙың эшен контролдә тота. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Генераль директоры һәм башҡа төбәк бюроларының етәкселәре менән бер рәттән, һаулыҡ һаҡлауҙы туранан-тура күҙәтеү функцияларына эйә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының башҡа бюролары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Халыҡ-ара яман шеште өйрәнеү буйынса агентлығы — Лион (Франция).
- Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса үҙәге — Коба (Япония).
- Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Лиондағы бюроһы — Лион (Франция).
- Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Урта диңгеҙ сәләмәтлек һаҡлауҙа ҡурҡыныс хәүефтәрҙе әҙәйтеү үҙәге — Тунис (Тунис).
- Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Европа бюроһы офисы — Брюссель (Бельгия).
- Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм улар менән көрәш буйынса Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының европа офисы — Мәскәү (Россия).
- БМО ҡарамағындағы һаулыҡ бюроһы — Нью-Йорк (АҠШ).
- Халыҡ-ара валюта фонды һәм бөтә донъя банкы ҡарамағындағы һаулыҡ бюроһы — Вашингтон (АҠШ).
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының эше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының эше Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеялары эше итеп ойошторолған, ассамблеялар ваҡытында эш был ойошманың ағза-илдәре һаулыҡ һаҡлауҙың мөһим мәсьәләләрен тикшерә. Ассамблеялар араһындағы ваҡытта уның үҙ эсенә 30 дәүләтте (улар араһында — даими ағзалары 5: АҠШ, Россия, Бөйөк британия, Франция һәм Ҡытай) туплаған Башҡарма комитеты төп функциональ ролде башҡара. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фекер алышыу һәм консултациялар өсөн күп һанлы билдәле белгестәрҙе йәлеп итә, улар бөтә техник, фәнни һәм мәғлүмәти материалдарҙы әҙерләй, эксперт советы ултырыштарын ойоштора. Ойошманың бөтә эштәре нәшриәт эшмәкәрлеге аша киң сағылдырыла, шул иҫәптән генераль директор эшмәкәрлеге тураһында отчет, статистика материалдары, кәңәшмә һәм комитет документтары, шул иҫәптән Ассамблея башҡарма комитеттарының отчеттары, ҡарарҙарының һәм резолюцияларының йыйынтыҡтары. Бынан тыш, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы «Бюллетень ВОЗ», «Хроника ВОЗ», «Международный форум здравоохранения», «Здоровье мира», «Ежегодник мировой санитарной статистики» журналдарын, докладтар һәм техник монографиялар серияһын нәшер итә. Француз һәм инглиз телдәре рәсми тел булып тора, бынан тыш, эшмәкәрлек теле булып, рус, испан, ғәрәп, ҡытай, немец телдәре лә ҡулланыла.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының эше 5-7 йыл дөйөм эшмәкәрлек программаһын тормошҡа ашыра, ә эшмәкәрлек планы 2 йылға төҙөлә. Әлеге ваҡытта эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора:
- Һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫештереү милли һаулыҡ һаҡлауҙың төп принциптары резолюцияһына ярашлы алып барыла, ул резолюцияла дәүләт яуаплылығы, профилактик саралар, фән ҡаҙаныштарын файҙаланыуҙа халыҡтың ҡатнашыуы аныҡ күрһәтелгән;
- Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар әҙерләү һәм уларҙы камиллаштырыу;
- Алма-ата декларацияһынаярашлы беренсел медик-санитар ярҙамды үҫтереү
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы-ЮНИСЕФ (1978);
- Халыҡтың төрлө төркөмдәре һаулығын һаҡлау һәм нығытыу;
- Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау;
- Йоғошло һәм паразитар ауырыуҙар менән көрәшеү, төп эпидемия ауырыуҙарына ҡаршы вакцинациялау һәм иммунлаштырыу;
- Психик сәләмәтлекте һаҡлау һәм нығытыу;
- Әсә һәм бала һаулығын тәьмин итеү;
- Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса мәғлүмәт биреү;
- Медицина фәнни тикшеренеүҙәре программаларын киңәйтеү;
- Ағза илдәргә консультатив һәм техник ярҙамдың актуаль йүнәлештәре.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы милли һаулыҡ һаҡлау системаларының әүҙем ярҙамы менән һаулыҡ һаҡлауҙа күп кенә мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлгәшә (шул иҫәптән СССР-ҙа ла). Донъяла ҡара сәсәк сирен бөтөрөү (1981 йылда һуңғы осраҡ теркәлгән); өсөн көрәш кампанияһы уңышлы үтә. малярияға (тапма сире) ҡаршы көрәштә һиҙелерлек уңыштар бар: уның таралышы 2 тапҡырға тиерлек кәмегән, 6 йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы иммунлаштырыу программаһы, ВИЧ-ты асыҡлау һәм уның менән көрәш ойоштороу, күп дәүләттәрҙә белешмә-мәғлүмәт үҙәктәрен булдырыу, беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү, медицина мәктәптәрен, уҡыу курстарын ойоштороу һәм башҡалар булдырылған. Был ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеүҙә төп ролде илдәргә консультатив, техник һәм эксперт ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ кәрәкле мәғлүмәттәрҙе биреү, мөһим проблемаларҙы илдә хәл итеү өсөн унда һаулыҡ һаҡларға өйрәтеү алып барыу үтәй. Бөгөн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы милли һаулыҡ һаҡлау системалары эшмәкәрлегенең иң мөһим йүнәлештәре — ВИЧ/СПИД, туберкулез, малярия (тапма сире), һау-сәләмәт йөклөлөккә булышлыҡ, әсә һәм балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һаулығы, психик һаулыҡ, хроник ауырыуҙар
Һаулыҡ һаҡлауҙы финанслау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын финанслау күләме һәм сығанаҡтары асыҡ.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының дөйөм йыллыҡ бюджеты 2019 йылда $2,5 млрд. тирәһе тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта ойошманың финансының күп өлөшө төрлө илдәрҙең һәм шәхси кешеләрҙең иғәнәһе тәшкил итә.Был иғәнәләр маҡсатлы финанслауҙан ғибәрәт булғанлыҡтан, ойошма аҡсаларҙы иркен тотона алмай[8].
1) Ойошманың төп спонсоры - АҠШ (15 %)[9].
2) Икенсе урында — Билл Гейтс (10 %). Дөрөҫөрәге, уның ҡатыны Мелинда менән уртаҡ фонды — ул 530 миллион, сығым индерергә бурыс алған, ул башлыса африка проекттарына тотоноласаҡ[9].
3) Өсөнсө — яңынан Билл Гейтс. Был юлы — ул нигеҙ һалған Вакцина һәм иммунизация глобаль альянсы (GAVI), был альянс төрлө шәхси һәм хөкүмәт ойошмаларын берләштерә. GAVI ойошмаһынан Бөт донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 370 миллион доллар аласаҡ (8 %)[9].
Төп иғәнәселәр иҫәбендә шулай уҡ Бөйөк Британия (8 %), Германия (6 %) һәм Бөтә донъя банкы (3 %)[9].
Рәсми сайтҡа ярашлы[1] 2020-2021 йылдарҙа Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының дөйөм бюджет суммаһы 5,8 миллиард аҡш доллары самаһы тәшкил итә. Шуларҙың 28 проценты — Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы дәүләт-ағзаларының иғәнәһе, ә 72 % — БМО һәм хөкүмәт-ара ойошмаларҙың, фондтарҙың, урындағы идара органдарының, шәхси секторҙарҙың һәм процентынан алынған килемдән тора.
2008 йылдан башлап Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы менән идара итеүҙең нигеҙенә алты йыллыҡ ҡыҫҡа мөҙҙәтле стратегия планы һалынған (2008-2013 йылдарға), шул иҫәптән ике йыллыҡ бюджет осороноң өс күләме һалынған[10].
2020 йылда АҠШ президенты Дональд Трамп Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) «үҙенең төп бурыстарын яуаплылыҡ менән үтәмәгәнлектән»бюджетҡа иғәнә индереүҙе туҡтатыуы тураһында белдерҙе[11][12][13]. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) Ҡытай һаулыҡ мәнфәғәтендә эшләүҙә ғәйепләнә, бер нисә тапҡыр АҠШ консерваторҙары, Ҡытай Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын (ВОз) аралашсылар төрлө фонд һәм ойошмалар аша аҡса күсерә, тип белдерҙе[8][9].
БМО халыҡ-ара көндәре системаһына ингән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының халыҡ-ара көндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 4 февраль — Бөтә донъя ракка ҡаршы көрәш көнө
- 24 март — Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө
- 7 апрель — Бөтә донъя сәләмәтлек көнө
- 25 апрель — Малярияға (тапмаға) ҡаршы бөтә донъя көрәш көнө
- 31 май — Бөтә донъя тәмәкеһеҙ көнө
- 14 июнь — Бөтә донъя ҡан донорҙары көнө
- 28 июль — Бөтә донъя гепатитҡа ҡаршы көрәш көнө
- 10 сентябрь — Бөтә донъя ҡул һалыуҙы булдырмау көнө
- 28 сентябрь — Ҡотороуға ҡаршы Бөтә донъя көрәш көнө
- 10 октябрь — Бөтә донъя психик сәләмәтлек көнө
- 14 ноябрь — Бөтә донъя диабет менән көрәш көнөнә
- 15 ноябрь — Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаһы ҡорбандарын иҫкә алыу көнө 2015 йылда күрһәтелгән көн; ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хуплаған Бөтә донъя көндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БМО-ның халыҡ-ара көндәре системаһына инмәгән көндәр
- 27 сентябрь — Бөтә донъя йөрәк көнө. 2015 йылда күрһәтелгән көн; сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә үткәрелә.
- 8 октябрь — Бөтә донъя күреү көнө 2015 йылда күрһәтелгән көн; октябрҙең икенсе кесаҙнаһында үткәрелә.
- 24 октябрь — Бөтә донъя полиомиелитҡа ҡаршы көрәш көнө[14]
- 17 ноябрь — Үпкә сиренә ҡаршы бөтә донъя көрәш көнө
- 3 март — Бөтә донъя ишетеү һәләтен яҡлау көнө
Изге ихтыяр илселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Изге ихтыяр илселәре — был Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән һәм ойошманың эшенә ҙур өлөш индергән, донъя йәмәғәтселегенең иғтибарын һаулыҡ һаҡлауға йәлеп иткән сәнғәт, әҙәбиәт, эстрада, спорт һәм йәмәғәт тормошоноң башҡа өлкәләрендәге донъяла иң билдәле кешеләре. Генераль директор тарафынан ике йылға тәғәйенләнәләр[15].
Изге ихтыяр илселәрен ирекмәндәр (волонтерҙар) менән бутарға ярамай, сөнки 25 йәштән өлкән, юғары белеме һәм эш стажы булған, шулай уҡ инглиз телен белгән һәр теләгән кеше ирекмән була ала. Ирекмәнлек өсөн бары тик БМО ирекмәндәр сайтына ғариза биреү ҙә етә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының реформаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми сайтҡа ярашлы үткәрелә[16]:
- 2010 йылдың ғинуарында: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Генераль директоры, д-р Маргарет Чен ойошманың киләсәктәге финанс мәсьәләләре буйынса рәсми булмаған консультация үткәрҙе саҡыра. Әммә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында ҡатнашыусылар ойошма эшмәкәрлегенең роле һәм характеры тураһында фундаменталь мәсьәләләр күтәрҙе.
- 2011 йылдың ғинуарында: Башҡарма комитет үҙенең 128-се сессияһында Секретариатҡа реформалар үткәреүҙең дөйөм концепцияһын эшләргә һәм уның программаһын шул йылдың май айында үткәреләсәк Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһына күрһәтергә саҡыра. Бөтәһе өс структур элементтары билдәләнә — өҫтөнлөктәр (приоритеты), етәкселек стратегияһы һәм идара итеү — был процесс хәҙерге көнгә тиклем ойоштороусы нигеҙ булып ҡала бирә.
- 2011 йылдың май айында: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһының (WHA64) 64-се сессияһында (WHA64) Генераль директор «Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын финанслау» тигән йыйылма доклар яһай, унда буласаҡ реформалар программаһының дөйөм йүнәлеш элементтарын күрһәтә. Дәүләт-ағзалар реформаның дөйөм йүнәлешен хуплаусы резолюция ҡабул итә.
- 2011 йылдың 1-3 ноябре: Башҡарма комитеттың Махсус сессияһында 100-гә яҡын ағза-дәүләттәрҙең һәр береһе эшмәкәрлектең өс төп йүнәлеш: приоритет өлкәһендәге реформалар, стратегик идаралыҡ һәм етәкселектәге реформалар тураһында - ҡарар ҡабул итә.
- 2012 йылдың 16-23 ғинуары: Башҡарма комитет 130-сы сессияһында ағза-дәүләттәр менән реформа программаһы тураһында консультацияларҙы яңынан ҡуҙғата.
- 2012 йылдың 26 феврале: Секретариат менән берлектәге ултырышта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының приоритеттарын билдәләү программалары буйынса Мәғлүмәти ултырыш үткәрә.
- 2012 йылдың 27-28 феврале: Ағза-дәүләттәр ойошманың приоритеттары программаларын билдәләй.
- 2012 йылдың майында: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы (WHA65) 65-се сессияһында (WHA65) ағза-дәүләттәрҙең реформа приоритеттарын билдәләүсе программаһын хуплай. Етәкселек һәм идара итеү өлкәһендәге байтаҡ реформалар прогграммаһын хуплап, артабан уларҙы ғәмәлгә индереү һәм тормошҡа ашырыу тураһында Секретариатҡа тәҡдим итә.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының эшмәкәрлеге сусҡа киҙеүе (2009 йыл) менән бәйле, Европа советы ул киҙеүҙе «медицина афера»һы тип атай[17], сөнки шул саҡта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы донъя халҡын күпләп иммунлаштырыуҙы талап иткән була[18]. Бары тик Рәсәйҙә генә булмаған пандемияға 4 миллиард һум аҡсаны вакцина һатып алыуға сарыф итә, АҠШ-та 138 миллион доза вакцина ҡулланылмай ҡала. Европа советы фармацевтарының килемдәре 7 миллиард евроға барып етә. Ойошманы Holding Roche фармацевтары менән берлектә ғәйепләйҙәр[19][20].
Пандемия осоронан һуң, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын тәнҡитләүселәр донъяға дөрөҫ мәғлүмәт бирә торған урынға ул «юҡҡа ғына ҡурҡыныс һәм буталыш» килтереп сығарған, тип әйтәләр. Тармаҡ эксперттары, 2009 йылдағы пандемияла «ойошма һәм донъя һаулыҡ һаҡлау органдары, ғалимдар һәм етештереүселәр берлектә енәйәти килешеү төҙөп, илдәрҙе ваҡытында пандемиянан киҫәтмәйенсә, пандемия башланғандан һуң өс ай үткәс кенә вакциналарҙы ҡулланыуҙы хуплағандар, тип әйтәләр. Был яуап һуңғы тиҫтә йылдар эсендә киң әҙерләнеү арҡаһында ғына мөмкин булған була[21].
2015 йылда "Врачи без границ" Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын Эбол биҙгәге хәүефенә иғтибар итмәгән өсөн ныҡ тәнҡитләйҙәр[22].
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Роспотребнадзор 2018 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Рәсәйҙә СПИД эпидемияһы тураһында докладындағы һандарҙы күпкә күтәренке һәм нигеҙһеҙ, тип тапты[23].
2020 йылдаАҠШ президенты Дональд Трамп Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһын һәм уның етәкселеген Пекин менән тығыҙ бәйләнештә һәм реформаларҙан баш тартҡан өсөн ғәйепләп сыға һәм ойошма менән мөнәсәбәттәрҙе өҙә һәм финанслауҙы туҡтата[8][13].
Сәнғәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фильмдар
- Кассандра артылышы (1976). Фильмдағы ваҡиғалар Женевала Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының штаб-фатирында бара. Бер нисә персонаж фильм сюжеты буйынса һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре була.
- Йоғошландырыу (2011). Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлай ойошмаһының билдәһеҙ сығышлы үлемесле вирусҡа ҡамасауларға тырышыуы тураһында.
- Инферно (2016; Браун Дэмоның шул исемдәге романы буйынса). Биотеррорсы эшләп сығарған вирустың пандемияһын булдырмау өсөн ойошманың тырышыуы тураһында.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Работа на благо здоровья: Познакомьтесь со Всемирной организацией здравоохранения
- ↑ Всемирная организация здравоохранения исключила гомосексуальность из списка психических заболеваний
- ↑ Структура штаб-квартиры ВОЗ
- ↑ Выдвижение кандидатур на пост Генерального директора: записка юрисконсульта
- ↑ EDG
- ↑ 6,0 6,1 Burci, Vignes (2004). pp. 53-57.
- ↑ A year of change: Reports of the Executive Board on its 102nd and 103rd sessions (PDF). WHO. Дата обращения: 11 февраль 2012. Архивировано 30 май 2012 года.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 Ошибка: не задан параметр
|заглавие=
в шаблоне {{публикация}} // Ошибка: не задан параметр|издание=
в шаблоне {{публикация}}. - ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Кто финансирует ВОЗ?, vz.ru (15 апреля 2020).[неавторитетный источник? ]
- ↑ Ресурсы и планирование
- ↑ Трамп объявил о приостановке финансирования ВОЗ, РБК (15.04.2020).
- ↑ Трамп объявил о разрыве отношений США c ВОЗ, interfax.ru (29.05.2020).
- ↑ 13,0 13,1 "Распространяли китайскую дезинформацию о Covid-19": Трамп приостановил финансирование Всемирной организации здравоохранения, BBC Русская Служба.
- ↑ «World Polio Day» (Всемирный день борьбы с полиомиелитом) — история инициативы на сайте www.endpolio.org
- ↑ Послы доброй воли
- ↑ Общая информация о процессе реформы, начиная от первоначальных консультаций по будущему финансирования ВОЗ до настоящего времени . Дата обращения: 9 февраль 2013. Архивировано 21 март 2013 года.
- ↑ Свиной грипп — одна из медицинских афер столетия, считают в Совете Европы
- ↑ ВОЗ по-прежнему настаивает на массовой иммунизации от гриппа A/H1N1
- ↑ «Свиной грипп»: ВОЗ подозревают в сговоре с фармацевтами
- ↑ СВИНОЙ И ПТИЧИЙ ГРИПП. «ЭПИДЕМИИ» ПРИБЫЛИ
- ↑ Abelina A. et al. Lessons from pandemic influenza A(H1N1) The research-based vaccine industry's perspective (инг.) // Vaccine (инг.)баш. : journal. — Elsevier, 2011. — Т. 29. — № 6. — С. 1135—1138. — DOI:10.1016/j.vaccine.2010.11.042 — PMID 21115061. Архивировано из первоисточника 9 октябрь 2011.
- ↑ «Врачи без границ» раскритиковали ВОЗ за недостаточную активность в борьбе с Эболой
- ↑ Роспотребнадзор и Минздрав раскритиковали доклад ВОЗ о ВИЧ-инфекции
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт ВОЗ на русском языке
- ВОЗ признала вклад религиозных организаций в решение проблемы ВИЧ/СПИДа в Африке (недоступная ссылка с 21-05-2013 (4198
- Двухгодичное соглашение о сотрудничестве (недоступная ссылка с 21-05-2013 (4198
дня) — история, копия) между Министерством здравоохранения и социального развития РФ и Европейским региональным бюро ВОЗ на 2008/2009 гг.