Бургас
Бургас[12] (болг. Бургас) — Көньяҡ-Көнсығыш Болгарияның иң ҙур ҡалаһы, халҡы буйынса София, Пловдив һәм Варнанан ҡала илдә дүртенсе урында тора. Бургас Көньяҡ-Көнсығыш Болгарияның мөһим иҡтисади, транспорт, мәҙәни һәм административ үҙәге. Шул уҡ исемле өлкәнең һәм общинаның административ үҙәге.
2016 йылдың 15 мартына ҡарата ҡалала халыҡ һаны 211 752 кеше тәшкил иткән[13].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала Ҡара диңгеҙҙәге Бургас ҡултығының көнбайыш ярында, Бургас уйһыулығының иң көнсығыш нөктәһендә урынлашҡан. Ҡала Бургас, Атанас күлдәре һәм көнбайышҡа, көньяҡ-көнбайышҡа, төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай Мандра күле менән уратып алынған. Ҡала Софиянан 385 км, Пловдивтан 267 км һәм Варнанан 133 км алыҫлыҡта ята.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ҡаланан алдан килгәне Пиргосҡа (грек. Πυργος «манара») гректар нигеҙ һала, ул Апллониянан (хәҙерге Сазопол) көньяҡтараҡ урынлашҡан була.
Бургас ҡалаһы XVII быуатта грек колонияһы Пиргоста урынлашҡан балыҡсылар ауылы урынында барлыҡҡа килә[14]. 1828—1829 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы барышында 1829 йылдың июлендә Бургасты рус ғәскәрҙәре яулап ала[15][16]. 1829 йылдың 12 июлендә 1-се уландар дивизияһының 1-се бригадаһы (Санкт-Петербург һәм Харьков улан полктары менән генерал-майор А. А. Набель етәкселек итә) Бургасҡа инә. Төрөк гарнизоны ҡаланан сыға, ләкин рус уландары уларҙы артҡа ташлай, төрөктәр ике орудиеһын юғалта һәм ҡалаға сигенә. Ике улан полкы сигенеүсе дошман артынан Бургасҡа баҫып инә, 10 орудиеһын, мөлкәтен һәм аҙыҡ-түлектәрен эләктерә. 1829 йылдың 6 декабрендә генерал А. А. Набель Бургасты алған өсөн 3-сө дәрәжәләге Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.
1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы барышында 1878 йылдың февралендә полковник А.М. Лермонтов[17], командованиеһы аҫтында рус ғәскәрҙәре отряды ҡаланы һуғышһыҙ яулап ала[15]. 1878 йылда һуғыш тамамланғандан һуң, ҡаланың үҫеше башлана, ул 1890 йылда Бургастан алып Софияға тиклем тимер юлы төҙөү тамамланғандан һуң тағы ла әүҙемләшә[14][17].
1890 йылда ҡалала 5 мең кеше йәшәй (болгарҙар, гректар һәм төрөктәр), бында таможня һәм санитар идаралығы, ике мәсет, грек православие сиркәүе, әрмән сиркәүе һәм рим-католик сиркәүе эшләй. Сауҙа башлыса гректар ҡулында тупланған була. Төп экспорт тауарҙары - йөн, май, сыр[16].
1903[17]—1904 йылдарҙа «Батиньоль» француз фирмаһы гаванде яҡшыртыу һәм портты төҙөү буйынса эштәр үткәрә, был ҡаланың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә[14]. 1900-се йылдарҙа ҡалала ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү буйынса сәнәғәт предприятиелары барлыҡҡа килә (он, май, шәкәр етештереү буйынса)[17]. Тиҙҙән Бургаста 18 сит ил фирмалары эшләй.
1910 йылға Бургаста халыҡ һаны 9 мең кеше самаһы тәшкил иткән[15].
Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң Бургастың әһәмиәте арта, 1920 йылдарҙа ул көньяҡ һәм урта Болгария өсөн төп экспорт порты була. 1926 йылда ҡала халҡы һаны 31 мең кеше тәшкил итә, бында бер нисә сәнәғәт предприятиелары һәм ҙур быу тирмәне була[18].
1918—1920 йылдарҙа Рәсәйҙәге граждандар һуғышы ваҡытында, Бургас Варна менән бер рәттән төп пункттарҙың береһе була, унан аша Болгарияға урыҫ эмигранттары килә, ҡалала рус общинаһы барлыҡҡа килә. 1920 йылда Бургаста урыҫ балалар баҡсаһы, 1932 йылда — башланғыс училище эшләй башлай, 1934 йылда биш йәштән өлкән балалар өсөн пансион асыла.
1932 йылдың 28 авгусында ҡалала Бургас казактар станицаһы (1938 йылға атаман — генерал-лейтенант П. И. Греков), 1936 йылдың 8 мартында — казактарҙың Ермак исемендәге мәҙәни-ағартыу хәйриә йәмғиәте ойошторола. 1937 йылдың 24 октябрендә ҡала зыяратында Бургаста вафат булған урыҫ эмигранттарының һәйкәле тантаналы изгеләндерелә (1960 йылдан һуң һәйкәл яҙмышы билдәһеҙ).
Бургастың изге Кирилл һәм Мефодийҙың кафедраль соборында урыҫ руханийы Леонид Трайлин хеҙмәт итә, рус хоры йырлай (һуңынан билдәле булыуынса, Сергей Жаровтың дон казактары хоры). 1939 йылда Бургастың урыҫ йәмәғәтселеге соборға «Пресвятая Богородица Касперовская» һәм «Мать Божья Заступница» иконаларын бүләк итә, улар әле лә соборҙа һаҡлана.
1924 йылда ҡалала канцелярия кәрәк-яраҡтары етештереү буйынса фабрика эш башлай[17].
1940 йылдың май уртаһында Болгария территорияһында «метеорология станцияһы» исеме аҫтында «Делиус бюроһының» оператив буйһоноуында булған абвер радиоэләктереүенең өс үҙәге асыла[19]. Шулай уҡ 1940 йылдан немецтар кригсмарине хәрби караптарын урынлаштырыу өсөн Бургас портын ҡайтанан йыһазландыра башлай[20]. 1941 йылдың 1 мартында Венала Болгарияның «Рим — Берлин — Токио» пактына ҡушылыуы тураһында документиарға ҡул ҡуйыла, быға ярашлы Болгария үҙенең территорияһында немец хәрби частәренә урынлашырға рөхсәт бирә[21]. 1941 йылдың 2 мартында Болгария территорияһына немец ғәскәрҙәре индерелә[22]. Артабан, 1944 йылдың сентябренә тиклем Бургаста немец хәрби-диңгеҙ флоты караптары урынлаша. 1944 йылдың сентябрендә порттағы немец караптарын баҫып алыу өсөн СССР-ҙың Ҡара диңгеҙ флоты десанты төшә, болгар хәрби көстәре Гитлергә ҡаршы коалицияға күсеүе менән бәйле уға ҡаршылыҡ күрһәтмәй[23].
1945 йылда художество галереяһы асыла[17].
1947 йылда электротехник продукция етештереү буйынса ҙур булмаған оҫтаханалар базаһында «Васил Коларов» кабель заводы төҙөлгән[24].
1948 йылда Бургастың һигеҙ ҙур булмаған балыҡ консервалау предприятиеһы национализациялана һәм «Славянка» дәүләт предприятиеһына берләштерелә, яңы ҡорамалдар ала ( производство процестарын механизациялау иҫәбенә 1954 йылға йыллыҡ етештереү күләме өс тапҡырға арта, балыҡ консерваларынан тыш бында ит, ҡайнатма һәм компот консервалары етештереү ҙә үҙләштерелә). «Славянка» Болгарияның өҙлөкһөҙ эшләү циклы менән консерва сәнәғәтенең беренсе предприятиеһы була[25][26].
1950—1970 йылдарҙа ҡала сәнәғәт үҙәге һәм курорт булараҡ тиҙ үҫешә[17]. 1963 йылда СССР ярҙамы менән төҙөлгән нефть эшкәртеү заводы, 1974 йылда — суднолар ремонтлау заводтары файҙаланыуға тапшырыла[17].
1976 йылда ҡала составына Меден рудник ауылы инә һәм бында "Меден рудник" тораҡ микрорайоны төҙөлә.
Бургаста 1998 йылдан «Яр буйында» халыҡ-ара театр фестивале үтә[17].
2000 йылда ҡалала «Рок-експлозия» фестивале уҙғарыла, унда болгар төркөмө «Б.Т.Р.» беренсе урынды яулай.
Демографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | Халыҡ |
---|---|
1986 | 182 570[14] |
1992 | 195 686 |
1997 | 198 400[27] |
2006 | 196 500-ҙән[17] |
2013 | 371 206 |
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара диңгеҙ акваторияһының иң йылы өлөшө уның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашыуы, ә дөйөм ҡара диңгеҙ ағымы сәғәт уғына ҡаршы ағыуы арҡаһында ҡышын йылы һауа массалары көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнсығышҡа сыға. Һөҙөмтәлә, Болгарияның ҡара диңгеҙ яры буйына һыуҙар ағымы Украинаның Одесса һәм Херсон өлкәләренең тигеҙлек өлөшөнә йәнәш торған ҡултыҡтан һалҡын һыу килтерә. Һөҙөмтәлә, көньяҡ Бургаста климат төньяҡтараҡ, әммә Ҡара диңгеҙ акваторияһының йылы өлөшөндә урынлашҡан Анапанан һалҡыныраҡ.
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Уртаса максимум, °C | 5 | 7,3 | 10,4 | 15,7 | 20,9 | 25,3 | 28,2 | 28 | 24,2 | 19,2 | 13,3 | 7,9 | 17,1 |
Уртаса температура, °C | 1,8 | 3,4 | 6,0 | 10,8 | 16 | 20,4 | 23,1 | 23 | 19,4 | 14,6 | 9,6 | 3,3 | 12,7 |
Уртаса минимум, °C | −1,3 | −0,3 | 2,3 | 7 | 12,2 | 16,1 | 18,2 | 18,3 | 14,8 | 10,5 | 6,3 | 1,5 | 8,8 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 44 | 37 | 48 | 70 | 50 | 62 | 48 | 28 | 46 | 52 | 68 | 45 | 598 |
Һыу температураһы, °C | 6,4 | 5,1 | 7,2 | 12,2 | 18,1 | 24,0 | 26,3 | 27,2 | 23,8 | 18,7 | 13,9 | 10,2 | 16,1 |
Сығанаҡ: www.strigmeteo.com |
Сәйәсәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2007, 2011, 2015 йылдарҙағы һайлауҙар һөҙөмтәһе буйынса Бургас общинаһының кметы (мэр) — Димитр Николов (Болгария үҫеше өсөн граждандар, ГЕРБ)
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1960 йылда төҙөлгән Бургас нефть химияһы комбинаты - Көньяҡ-көнсығыш Европала иң эре сәнәғәт комплексы. 2007 йылдың 15 мартында Афинала Рәсәй, Греция, Болгария хөкүмәттәре араһында «Новороссийск — Бургас — Александруполис». нефть үткәргесен төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Шулай уҡ аҙыҡ-түлек, текстиль, машиналар төҙөү сәнәғәте предприятиелары бар. Балыҡсылыҡ үҫешкән. Бургас өлкәһендә — курорт зонаһы (Ҡояшлы яр, Несебыр), «Бургаски минерални бани» ләм менән дауалау курорты бар.
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала тимер юл үҙәге, автовокзал, диңгеҙ порты, диңгеҙ вокзалы, халыҡ-ара аэропорт бар.
Ҡала йәмәғәт транспорты «Бургасбус» хеҙмәтләндергән егерме алты автобус һәм ике троллейбус линияһынан тора. Башҡа линияларҙы ҡалала «Комфорт» хеҙмәтләндерә. Бургасбустың ике автобус станцияһы бар. (Владимир Павлов станцияһынан көнбайышҡа ҡарай автобус станцияһы һәм Бургастың төп тимер юлы станцияһынан көньяҡтараҡ автобус станцияһы).
Ҡала үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай ун саҡрым алыҫлыҡта Бургас аэропорты урынлашҡан.
Ҡара диңгеҙ яры буйының көнбайыш өлөшөндә шул уө исемле ҡултыҡта Бургас порты урынлашҡан. Порттың дөйөм алғанда максималь 12,3 метр батымы менән егерме туҡтау урыны бар.
1903 йылда Бургаста төҙөлгән үҙәк вокзал Болгарияла тәүге тимер юлы станцияларының береһе була. Бина архитектура ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.
Ҡаланың иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бургас ҡалаһының үҙәге архитектураһы яғынан бик ҡыҙыҡлы. Унда XX быуат башында модерн стилендә төҙөлгән торлаҡ йорттар һәм 1930 йылдарҙа төҙөлгән функционализм стилендәге торлаҡ йорттар күп.
Диңгеҙ буйы паркы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың иң иҫтәлекле урындарының береһе — 1910 йылда төҙөлгән Диңгеҙ буйы паркы. 60 гектар майҙанды биләгән парк көнсығыштан пляж, көньяҡтан Бургас порты менән сиктәш. Болгарияның иң матур парктарының береһе тип һанала, унда бөтә континенттарҙан килтерелгән үҫемлектәр үҫә; платан, йүкә, ҡарама, ҡайын, альбиция, ливан кедры, кипарис , криптомерия ағастарын күрергә була[28]. Диңгеҙ буйы паркының иҫке өлөшө парк сәнғәтенең ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән [1]. Уның биләмәһендә күп кенә билдәле шәхестәргә һәйкәлдәр ҡуйылған, шул иҫәптән 1952 йылда Александр Пушкин һәйкәле һәм 1949 йылда Адам Мицкевич һәйкәле асыла. Улар араһында — 2015 йылда Йәйге театр янында асылған билдәле театр һәм кино актеры Георгий Калоянчев һәйкәле[29]. Йәйге театр сәхнәһендә билдәле музыкаль коллективтар һәм солистар сығыш яһай. Бында төрлө фестивалдәр, шул иҫәптән Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре, «Бургас һәм диңгеҙ» милли йыр конкурсы, «Эмил Чакыров исемендәге Бургас музыкаль байрамдар» опера фестивале һ. б. үтә[30].
Музейҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаланың иң үҙәгендә (Богороди урамы, 21) Археологик музей урынлашҡан, уның экспозициялары килеүселәрҙе грек һәм рим колонияларына ҡараған боронғо Фракия табылдыҡтары менән таныштыра. Тарихи музейы ҡаланың боронғо замандарҙан алып беҙҙең көндәргә тиклем сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни тарихын тәҡдим итә. Музейҙың тәбиғәт фәндәре экспозицияһы (Фотинов урамы,30) Көньяҡ-Көнсығыш Болгарияның тарихы һәм хәҙерге тәбиғәте торошона арналған. Этнография музейҙың коллекциялары ла ҡыҙыҡлы (Славянск урамы, 69), унда төбәктәрҙең төрлө этнографик төркөмдәренең кейем өлгөләрен күрергә һәм үҙенсәлекле урындағы йолалар менән танышырға мөмкин ( нестинарлыҡ ты ла индереп).
Ғибәҙәтханалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бургаста төрлө дини конфессиялар ғибәҙәтханалары бар. Ҡаланың символдарының береһе булып неоклассик стилдәге изге Кирилл һәм Мефодийҙың кафедраль соборы һанала, ул итальян архитекторы Рикардо Тоскани планы буйынса 1897—1907 йылда төҙөлгән. Портал өҫтөндә тәҙрәләр модерн стилендә башҡарылған [31]. Башҡа православие сиркәүҙәре араһында — 1840—1860 йылдарҙа Изге Богородица сиркәүе (д. лермонтов урамы, 5). Бынан тыш, ошо уҡ урамда (13-сө йорт.) әрмән сиркәүе «Сурб Хач» («Изге Тәре») тора, ул XVII быуатта төҙөлгән һәм күп тапҡыр үҙгәртеп ҡоролған. 1878 йылда Болгарияның азат ителеүенә арналған тантаналы литургияла ғибәҙәтханала генерал-майор А.М. Лермонтов булған [32]. Шулай уҡ Дева Марияның католик сиркәүе бар (Батша Петр урамы, 5).
Мәғарифы һәм мәҙәниәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалала ике университет: шәхси — 1991 йылда ойошторолған Бургас ирекле университеты [33] һәм Көньяҡ-Көнсығыш Болгарияла берҙән-бер дәүләт университеты — «Проф.. д-р Асен Златаров» Университеты бар (1963 йылда ойошторолған). 1888 йылдан төбәктә П. Яворов исемендәге иң ҙур китапхана эшләй, 1988 йылда ул ғилми статус ала. Ҡалала бер нисә театр: Адриана Будевская исемендәге драма театры (1912 йылдан, 1953 йылда артист исеме бирелде), Дәүләт ҡурсаҡ театры, Дәүләт опера театры, филармония[17], «Арт—Ателье» театры бар. Шулай уҡ мәҙәни саралар Диңгеҙ буйы паркы территорияһында урынлашҡан Диңгеҙ казиноһында ойошторола. 2016 йылдан бында Халыҡ-ара кинофестиваль (BIFF) үтә, унда Болгария, Румыния, Молдавия, Украина, Рәсәй, Грузия, Әрмәнстан, Греция, Төркиә илдәренән фильмдар күрһәтелә[34].
Билдәле кешеләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Антон Страшимиров (1872—1937), яҙыусы.
- Костас Варналис (1884—1974), грек яҙыусыһы.
- Агоп Мелконян (1949—2006), болгар яҙыусыһы-фантаст, әрмән сығышлы тәржемәсе.
- Карамитев Апостол (1923—1973), театр һәм кино актеры.
- Тончо Русев (1932—2018), композитор һәм музыкант.
- Эмил Чакыров (1948—1991), дирижёр.
- Райна Кабаиванска (1934), опера йырсыһы.
- Кристиана (1989), болғар поп-фолк йырсыһы.
Туғандаш ҡалалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Александруполис, Греция
- Батуми, Грузия
- Братислава, Словакия
- Гомель, Беларусь
- Гданьск, Польша
- Краснодар, Рәсәй
- Ырымбур, Рәсәй Федерацияһы
- Поти, Грузия
- Роттердам, Нидерланд
- Яньтать, Ҡытай
- Ярославль, Рәсәй[35]
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1829 йылдарҙа рус ғәскәрҙәре тарафынан Бургасты алыу хөрмәтенә рус флотының 60-пушкалы фрегаты «Бургас» тип атала, ул Ҡара диңгеҙ флоты составына 1832 йылдың ноябрендә инә, Кавказ кампанияһында ҡатнаша һәм 1842 йылда блокшивҡа ҡайтанан йыһазландырыла.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 НСИ Националният регистър на населените места (болг.)
- ↑ 2,0 2,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-06-2024_2.txt
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 http://www.burgas.bg/en/info/index/218
- ↑ http://vologda-portal.ru/oficialnaya_vologda/index.php?SECTION_ID=5971#burgas
- ↑ https://batumi.ge/ge/?page=show&sec=5
- ↑ https://gomel.gov.by/en/content/economics/vneshneekonomicheskaya-deyatelnost/goroda-partnyery/?sphrase_id=12939
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 https://www.burgas.bg/bg/pobratimeni-gradove-1
- ↑ https://krd.ru/administratsiya/administratsii-krasnodara/upravlenie-kontrolya-i-protokola/mezhdunarodnye-svyazi/goroda-pobratimy/burgas/
- ↑ https://www.brasovcity.ro/file-zone/rapoarte/primar/2020/Raport%20de%20activitate%202020.pdf
- ↑ http://oblrada.dp.gov.ua/wp-content/uploads/2017/08/%D0%98%D0%BD%D0%B2%D0%B5%D1%81%D1%82%D0%B8%D1%86%D1%96%D0%B9%D0%BD%D0%B8%D0%B9-%D0%BF%D0%B0%D1%81%D0%BF%D0%BE%D1%80%D1%82-%D0%94%D0%BD%D1%96%D0%BF%D1%80%D0%BE%D0%BF%D0%B5%D1%82%D1%80%D0%BE%D0%B2%D1%81%D1%8C%D0%BA%D0%BE%D1%97-%D0%BE%D0%B1%D0%BB%D0%B0%D1%81%D1%82%D1%96_08-08-min.pdf
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 https://www.bgpost.bg/en/17?scode=burgas
- ↑ Ф. Л. Агеенко. Словарь собственных имён русского языка. — М.: Мир и образование, 2010.
- ↑ Официальная статистика населения, информация обновляется 6 раз в год, данные на 15 марта 2016 года
- ↑ 14,0 14,1 14,2 14,3 Burgas // The New Encyclopedia Britannica. 15th edition. Macropaedia. — Chicago, 1994. — Vol. 2. — P. 644.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 Бургас // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
- ↑ 16,0 16,1 Бургас // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 17,00 17,01 17,02 17,03 17,04 17,05 17,06 17,07 17,08 17,09 17,10 Бургас / Е. В. Аигина // Большой Кавказ — Великий канал. — М. : Большая российская энциклопедия, 2006. — С. 354—355. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 4). — ISBN 5-85270-333-8.
- ↑ Бургас // Большая советская энциклопедия: В 66 томах (65 т. и 1 доп.) / Гл. ред. О. Ю. Шмидт. — 1-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1926—1947. — Т. VIII. — С. 135—136.
- ↑ Г. Д. Гочев. Бюро доктора Делиуса. — М.: Политиздат, 1970. — С. 19.
- ↑ История Второй Мировой войны 1939-1945 (в 12 томах) / редколл., гл. ред. А. А. Гречко. — М.: Воениздат, 1974. — Т. 3. — С. 326.
- ↑ The New Encyclopedia Britannica. 15th edition. Macropaedia. — Chicago, 1994. — Vol. 29. — P. 995.
- ↑ The New Encyclopedia Britannica. 15th edition. Macropaedia. — Chicago, 1994. — Vol. 29. — P. 995.
- ↑ Н. Г. Кузнецов. Курсом к победе. — М.: Воениздат, 1987. — С. 394—396.
- ↑ К. Лазаров. Экономическое развитие Народной Республики Болгарии. — М.: Изд-во иностранной литературы, 1963. — С. 39—40.
- ↑ Паулина Станчева Рыбная консервная промышленность // «Болгария» : журнал. — 1955. — № 4. — С. 26—27.
- ↑ Официальный сайт рыбоконсервного завода «Славянка АД»
- ↑ Burgas // Brockhaus. 24 Enzyklopädie Die in Bänden. 20., überarb. und Ausfl akyualisierte. - Bd.4 - Leipzig, Mannheim: Brockhaus, 1997. 's.173
- ↑ Морската градина. Бургас. Флора 2018 йыл 2 июнь архивланған.
- ↑ В Бургас откриват скулптура на големия български актьор Георги Калоянчев
- ↑ Всё о Бургасе в одном месте: официальный туристический путеводитель Бургаса.
- ↑ И.В. Тимофеев. Болгария. Оранжевый гид. — М. : Эксмо, 2012. — С. 132.
- ↑ Арменска църква
- ↑ Бургаски свободен университет
- ↑ Burgas International Film Festival
- ↑ Портал органов городского самоуправления города Ярославля. Новости. В День города подписано соглашение об установлении партнёрских отношений между Ярославлем и болгарским городом Бургас . Дата обращения: 30 май 2016.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт Бургаса
- Статистика населения
- Бургас — зеленая жемчужина Черного моря // «Болгария», № 1, 2012.
- Русскоговорящий Бургас