Ҡояшлы Яр (Болгария)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫке Несебр яғынан Ҡояшлы Яр күренеше
Ҡояшлы Яр пляжы
Ҡояшлы Ярҙың төньяҡ өлөшө — иң ҡиммәтле отелдәр

Ҡояшлы Яр (болг. Слънчев бряг) — Болгарияның көнсығышындағы эре диңгеҙ буйы курорты.

Ҡара диңгеҙ ҡултығы буйында урынлашҡан, оҙонлоғо 10 километр, урта өлөшөндәге киңлеге 100 метрға еткән ваҡ ҡына һары ҡомло пляжы бар. Варна (90 км) һәм Бургас (36 км) ҡалалары араһында ята, Несебыр ҡалаһы (общинаһы) өлөшө булып тора, был ҡаланың иҫке өлөшө ЮНЕСКО-ның Болгариялағы Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән. Несебыр менән Ҡояшлы Яр араһында ҡала автобустары йөрөп тора[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡояшлы Яр курорты 1957 йылда проектлана, Болгария Халыҡ Республикаһы Министрҙар Советының 1958 йыл 30 июнь № 120 ҡарары менән төҙөлөш башлана[2]. Торлаҡ комплексы менән бергә урман паркы ла проектлана. Комплекс территорияһына 550 000 м³ уңдырышлы тупраҡ ташыла, 300 000 төп ылыҫлы һәм киң япраҡлы ағас, 770 000 төп биҙәү ҡыуағы, 100 000 төп роза ултыртыла.

1959—1988 йылдар эсендә Ҡояшлы Ярҙа 7 699 100 кеше, шул иҫәптән 5 162 600 сит ил турисы һәм 2 536 590 болгар гражданы ял итә. Совет осоронда СССР һәм башҡа социалистик илдәрҙән балалар ошонда ялға ебәрелер була. 1989 йылда Ҡояшлы Ярҙа 108 отель (27 000 урынлы) һәм 130 ресторан, күп һанлы аттракциондар, төнгө клубтар, кафелар, барҙар һәм дискотекалар була.

Хәҙерге хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Советтар Союзы тарҡалғас, курорт йылдам үҫеш ала. Үҙәк өлөшө төҙөлөп бөткәнлектән, төҙөлөш төньяҡҡа күсә. Курорттың заманса йөҙө шуның менән билдәләнә: Ҡояшлы Ярҙың урта тирәһен совет осоронда төҙөлгән арзаныраҡ отелдәр биләй, ә төньяғында заманса уңайлы һәм ҡиммәтерәк отелдәр асыла. Һуңғы ваҡытта иҫке биналар урынына (шул иҫәптән «Алтын Орфей» музыка фестивале үтә торған йәйге кинотеатр урынына) заманса отелдәр һалынған. Отель территориялары ғәҙәттә асыҡ.

2016 йылда Ҡояшлы Яр Норра халыҡ-ара сәйәхәттәр порталында иң популяр туристик курорттар рейтингында «ғаилә бюджеты өсөн иң ҡулай туристик йүнәлеш» булараҡ иң юғраы баҫҡысты биләй[3].

Ҡояшлы Яр курорты Зәңгәр флаг менән бүләкләнгән.

Курорт пляжы муниципаль объект булып тора, йәғни дөйөм ҡулланыуға тәғәйенләнгән һәм ябыҡ урындары юҡ. Отелдәрҙән пляжды «Променад» йәйәүле урамы айырып тора. Пляждың ҙур өлөшөнә сатырҙар аҫтына шезлонгтар ҡуйылған, улар менән айырым хаҡ түләп файҙаланырға була. Сатырҙар һәм шезлонгтар булған өлөштө концессионер эшҡыуарҙар хеҙмәтләндерә. Сатырҙар һәм шезлонгтар булмаған урындарҙа — һыу менән ҡоро ер сигендә йәки диңгеҙҙән алыҫыраҡ ерҙәрҙә (һыуҙан 30—100 метрҙа) — түләүһеҙ урынлашырға була.

Һыу төбө ҡомло, яй ғына тәрәнәйә бара.

Иң яҡын аэропорттар һәм тимер юл станциялары: Бургас һәм Варна. Ҡояшлы Ярҙа Болгария, Греция, Төркиә ҡалаларына даими рейстары булған автовокзал бар.

Административ төбәк: Несебыр общинаһы.

Тәбиғәт төбәге: Иҫке Планина мөгөҙө.

Иң яҡын ҡала: Несебыр.

Иң яҡын курорттар: Несебыр, Свети-Влас, Елените.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Маршрут № 1. Маршрут тасуирламаһы һәм расписание сайтта Автотранспорт 2000. Архивировано 28 ноябрь 2012 года.
  2. bTV Документите: Бетонни градини — Слънчев бряг. bTV (29 ноябрь 2009).
  3. Солнечный Берег признан самым дешевым мировым направлением для отдыха.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Черноморские курорты