Үҙәк федераль округы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Үҙәк федераль округ битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Үҙәк ФО
Map of Russia - Central Federal District.svg
ФО үҙәге Мәскәү
Майҙаны 650, 7 мең.км² ( 2007 йыл аҙағына)
(3,82 % РФ)
Халҡы 38 456 865 кеше (2011 йылдың 1 ғинуары )
(26,91 % от РФ), шул иҫәптән:
-ҡала халҡы - 31 338 115 кеше
-ауыл халҡы - 7 118 750 кеше.
Халыҡ тығыҙлығы 56,9 кеше/км².
Субъекттар һаны 18
Ҡалалар һаны 300
Сәнәғәт этештереү күләме 1300 млрд һум. (2002)
Йән башына төшкән табыш 5284 һум. (2002)
Тулайым региональ продукт (ТРП) 10305 млрд һум. (2007)
Йән башына ТРП 165,41 мең һум/кеше. (2005)
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле Полтавченко Георгий Сергеевич

Үҙәк федераль округ (ҮФО)  — Рәсәйҙең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан административ ойошма 2000-се йылдың 13-сө майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән ойошторолған.

Хоҡуҡи-административ торошо[үҙгәртергә]

Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып хисапланмай, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[1].

География[үҙгәртергә]

Округ территорияһы 650 700 км², йәғни Рәсәй Федерацияһының 3,82 % майҙанын биләй.

Көнсығыш-Европа тигеҙлегендә урынлашҡан;Валдай, Смоленск-Мәскәү, Уртаурыҫ ҡалҡыулыҡтары бар;Мещёра һәм Ока-Дон уйһыулыҡтары бар. Иң юғары нөктәһе — 347 м (Валдай түбәһе).

Тышҡы сиктәре: көнбатышта Белорусь менән, көньяҡ-көнбатышта Украина менән. Көньяҡта Көньяҡ, көнсығышта Волга буйы, төньяҡта Төньяҡ-Көнбайыш федераль округтары менән эске сиктәре бар.

Иң ҙур йылғалары (йәйәләр эсендә ҡушылдыҡтары): Волга (Ока), Дон (Воронеж), Днепр (Десна, Сейм), Көнбайыш Двина. Диңгеҙгә сығышы юҡ.

Тәбиғи зоналар (төньяҡтан көньяҡҡа): тайга, ҡатнаш урман, киң япраҡлы урман, урманлы дала.

Тәбиғи ресурстар: тимер рудһы (Курск магнит аномалияһы) — запастар 40 млрд т. (рәсәйҙекенән 60 %), фосфориттар (25 %), бокситтар (15 %), һоро күмер — сығарыу 1,5 млн т, цемент сеймалы (25 %), торф, урман, ҡара тупраҡ, һыу ресурстары.

Тимер юлдары оҙонлоғо — 17 291 км (рәсәйҙекенән 19,9 %), ҡаты ҡатламлы шоссе — 117 926 км (22,3 %).

Халҡы[үҙгәртергә]

ҮФО-та Рәсәйҙәге иң юғары халыҡ тығыҙлығы (57,09 кеше/км² 2007 йыл аҙағында). Халыҡ һаны буйынса округ иң алдынғыларҙа тора — 37 121 812 кеше (РФ-һынан 26,16 %), шул иҫәптән: ҡалаларҙа — 29 994 175 кеше, ауылдарҙа — 7 127 637 кеше (2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата). Шулай уҡ ҮФО урыҫ халыҡының өлөшө иң күбе (91,32 % 2002 йылда). Был, исмаһам бер генә националь федерация субъекты ла булмаған, берҙән-бер федераль округ. Күбеһенсә ҙур булмаған, әммә халыҡ бик тығыҙ урынлашҡан өлкә, халҡының яртыһы тирәһе Мәскәүҙә һәм Мәскәү янында йәшәй.

Округтың составы[үҙгәртергә]

Үҙәк федераль округ
Флаг Федерация субъекты Административ үҙәк
1 Flag of Belgorod Oblast.svg Белгород өлкәһе Белгород
2 Flag of Bryansk Oblast.png Брянск өлкәһе Брянск
3 Flag of Vladimirskaya Oblast.png Владимир өлкәһе Владимир
4 Flag of Voronezh Oblast.svg Воронеж өлкәһе Воронеж
5 Flag of Ivanovo Oblast.svg Иваново өлкәһе Иваново
6 Flag of Kaluga Oblast.svg Калуга өлкәһе Калуга
7 Flag of Kostroma oblast.gif Кострома өлкәһе Кострома
8 Flag of Kursk Oblast.png Курск өлкәһе Курск
9 Flag of Lipetsk Oblast.png Липецк өлкәһе Липецк
10 Flag of Moscow.svg Мәскәү
11 Flag of Moscow oblast.svg Мәскәү өлкәһе Мәскәү , Красногорск
12 Flag of Oryol Oblast.png Орёл өлкәһе Орёл
13 Flag of Ryazan Oblast.png Рязань өлкәһе Рязань
14 Flag of Smolensk Oblast.png Смоленск өлкәһе Смоленск
15 Flag of Tambov Oblast.svg Тамбов өлкәһе Тамбов
16 Flag of Tver Oblast.png Тверь өлкәһе Тверь
17 Flag of Tula Oblast.svg Тула өлкәһе Тула
18 Flag of Yaroslavl Oblast.png Ярослав өлкәһе Ярославль

Халҡы һәм милли составы[үҙгәртергә]

2002 йылдағы халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда Үҙәк федераль округында кеше һаны 38 000 652 тиң. Милли состав:

  1. Урыҫтар — 34 703 066 кеше (91,32 %)
  2. Украиндар — 756 087 кеше (1,99 %)
  3. Үҙ милләтен күрһәтмәгән кешеләр — 736 020 кеше (1,93 %)
  4. Татарҙар — 288 216 кеше (0,77 %)
  5. Әрмәндәр — 249 220 кеше (0,66 %)
  6. Белорустар — 186 326 кеше (0,49 %)
  7. Әзербайджандар — 161 859 кеше (0,43 %)
  8. Еврейҙар — 103 710 кеше (0,27 %)
  9. Грузиндар — 80 651 кеше (0,21 %)
  10. Молдавандар — 67 811 кеше (0,18 %)
  11. Мордвалар — 67 497 кеше (0,18 %)
  12. Таджиктар — 46 738 кеше (0,12 %)
  13. Сыуаштар — 46 101 кеше (0,12 %)
  14. Сиғандар — 45 858 кеше (0,12 %)
  15. Үзбәктәр — 38 676 кеше (0,1 %)
  16. Немецтар — 33 190 кеше (0,09 %)
  17. Чечендар — 28 861 кеше (0,08 %)
  18. Осетиндар — 17 655 кеше (0,05 %)
  19. Башҡа милләттәге халыҡтар — 17 270 кеше (0,05 %)
  20. Корейҙар — 16 720 кеше (0,04 %)

Иң ҙур ҡалалары[үҙгәртергә]

  • Мәскәү
  • Воронеж
  • Ярославль
  • Липецк
  • Рязань
  • Тула
  • Брянск
  • Курск
  • Тверь
  • Иваново
  • Белгород
  • Владимир
  • Калуга
  • Орёл
  • Иҫке Оскол
  • Смоленск
  • Тамбов
  • Кострома

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)

Cығанаҡтар[үҙгәртергә]

  • Центральный федеральный округ // Чепалыга А. Л., Чепалыга Г. И. Регионы России: Справочник. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: Дашков и К°, 2004. — 100 с. — С. 26-39. ISBN 5-94798-490-3

Һылтанмалар[үҙгәртергә]