Эстәлеккә күсергә

Костарев Антон Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Костарев Антон Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 18 сентябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Кесе Нәкәрәк, Бөрө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 15 сентябрь 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (56 йәш)
Вафат булған урыны Баженов, Бөрө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Костарев Антон Дмитриевич (18 сентябрь 1928 йыл — 15 август 1985 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1958—1975 йылдарҙа Бөрө районы «Урал» колхозының тракторсыһы, бригадиры һәм механизацияланған отряд етәксеһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Антон Дмитриевич Костарев 1928 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны[1] Кесе Нәкәрәк ауылында тыуған.

Тулы булмаған урта белемле.

Бөрө районының «Урал» колхозында 1940 йылдан алып эшләй башлай. 1950 йылдан тракторсы, бригадир ярҙамсыһы, Бөрө машина-трактор станцияһында трактор бригадаһының бригадиры була. 1958 йылда «Урал» колхозы рәйесенең техника буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 1963 йылдан трактор бригадаһын етәкләй.

Костарев бригадаһы 1961 йылда 300 гектар майҙандың һәр гектарынан 15 центнер арыш ала, 1962 йылда — шул уҡ майҙандан 18-әр центнер, 1965 йылда — гектарынан 19 центнер арыш йыя. 1961 йылда тулайым урып һуғылған арыш 4 500 центнер тәшкил итә, 1962 йылда — 5 400, 1965 йылда — 5 700 центнер. 1961 йылда 480 гектар майҙандың һәр гектарынан 15 центнер бойҙай ала, ә 1965 йылда шул уҡ майҙандың һәр гектарынан 18-әр центнер бойҙай йыя. Тулайым урып һуғылған бойҙай 7 200 һәм 8 460 центнер тәшкил итә.

Әгәр 1964 йылда ашлыҡ центнерының үҙҡиммәте 4 һум 30 тин тәшкил итһә, 1965 йылда бригада уның 2 һум 60 тингә кәмеүенә өлгәшә. Ашлыҡтың үҙҡиммәте кәмеү арҡаһында колхоз 1960 йылдан 1965 йылға тиклем 460 774 һум саф табыш ала.1965 йылда бер гектар һөрөлгән ерҙең үҙҡиммәте 2 һум 87 тиндән 1 һум 90 тингә тиклем кәмей.

Арыш, бойҙай, ҡарабойҙай һәм башҡа иген һәм мал аҙығы культураларын етештереүҙә һәм арттырыуҙағы һәм техниканы юғары етештереүсәнле ҡулланғандағы ҙур уңыштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 23 июнендәге Указы менән А. Л. Костаревҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1975 йылдан склад мөдире, колхоздың машина-трактор паркы мөдире булып эшләгән.

Костарев Антон Дмитриевич 1985 йылдың 15 авгусында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.