Казаков Степан Александрович
Казаков Степан Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 25 март 1914 |
Тыуған урыны | Яңы Троицкий ауылы, Мишкә районы |
Вафат булған көнө | 7 декабрь 1964 (50 йәш) |
Вафат булған урыны | Асҡын, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Ерләнгән урыны | Башҡортостан Республикаhы |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Казаков Степан Александрович (25 март 1914 йыл — 7 декабрь 1964 йыл) — 1938 йылда Хәсән күле һуғышында, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. Артиллерия полкының дивизион разведкаһы начальнигы, гвардия лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Степан Александрович Казаков 1914 йылдың 25 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы) Кесе Яңы Троицкий ауылында тыуған.
Урыҫ. Белеме урта. 1942 йылдан КПСС ағзаһы. Һуғышҡа тиклем колхозсы, Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Никольский урман химик заводында эшләй.
1936—1940 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1938 йылда Хәсән күле һуғышында һәм 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. 1941 йылдың июнь айында Асҡын район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла.
156-сы гвардия артиллерия полкының дивизион разведкаһы начальнигы (77 гвардия уҡсылар дивизияһы, 61-се армия, Үҙәк фронт), гвардия лейтенанты С. А. Казаков 1943 йылдың 17—27 сентябрендә Чернигов ҡалаһы өсөн һуғыштарҙа һәм Десна һәм Днепр йылғаларын аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.
1944 йылда өлкән лейтенант С. А. Казаков сәләмәтлек торошо буйынса демобилизациялана. Асҡын районында иген склады мөдире булып эшләй. Степан Александрович 1945 йылдан алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Мәктәптең 9 класын тамамлай. 1950 йылда С. М. Киров исемендәге Ленинград урман техник академияһының ике йыллыҡ курсын тамамлай, Асҡын урман хужалығында урман һаҡлау инспекторы, район архивы мөдире булып эшләй.
1964 йылдың 7 декабрендә вафат була, Башҡортостандың Асҡын районы Асҡын ауылында ерләнә[2].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«1943 йылдың 17 сентябрендә Десна йылғаһын аша сыҡҡанда Казаков дошмандың артиллерия-миномёт һәм пулемёт уты аҫтында пехотаһы менән беренселәрҙән булып Десна йылғаһын аша сыға һәм шунда уҡ дошманға ҡарата дивизиондың утына төҙәтмәләр бирә, шулай итеп беҙҙең частәргә Десна аша кисеүҙе тәьмин итә, бының менән бергә дивизион тарафынан ике миномёт батареяһы, 4 пулемёт һәм взводлыҡ пехота һалдаты юҡ ителә.
Чернигов ҡалаһы өсөн ҡаты һуғыштарҙа дошман ҡаланы тотоу өсөн бөтә көстәрен ташлай, Казаков ауыр минуттарҙа бөтә дивизион менән үҙенең шәхси героик өлгөһөндә яугирҙәрҙе артынан эйәртеп, дошмандың танк һөжүмен кире ҡаға, дивизион тарафынан бер-бер артлы өс танк контратакаһы кире ҡағыла.
1943 йылдың 27 сентябрендә дошмандың артиллерия-миномёты һәм пулемёты уты аҫтында Казаков беренсе булып кәмәлә Днепр йылғаһын аша сыға һәм дошман торған ерҙең алдында рация менән дошмандың ут нөктәләренә ҡарай дивизиондың атыуына төҙәтмәләр бирә башлай, һөҙөмтәлә 75-мм батарея уты баҫтырыла һәм 5 пулемёт юҡ ителә, шулай итеп үҙенең частәренә кисеүҙе тәьмин итә.
Бөтә ваҡытта ла пехота менән бергә күҙәтеү пунктында булып, Казаков, тәжрибәле разведчик булараҡ, дошмандың ниәтен үҙ ваҡытында асыҡлай, шуның арҡаһында дивизион дошмандың контратакаларын ваҡытлы кире ҡаға һәм уға ҙур юғалтыуҙар килтерә».
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 ноябрендәге указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия лейтенанты Казаков Степан Александровичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3954) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[3].
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алтын Йондоҙ» миҙалы.
- Ленин ордены.
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (25.07.1943)[4].
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы.
- Миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы С. А. Казаковтың исеме менән Башҡортостандың Мишкә районы Мишкә ауылында урам аталған.
- Башҡортостандың Ҡариҙел районы Новосёловка ауылында Герой иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ, Асҡын ауылында һәйкәл ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
- ↑ Казаков Степан Александрович . «Герои страны» сайты.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 45/20, л. 2, 117—119).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 523, л. 2, 45, 46).
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Республиканский музей Боевой Славы: Казаков Степан Александрович 2019 йыл 5 сентябрь архивланған..
- 25 мартта тыуғандар
- 1914 йылда тыуғандар
- Мишкә районында тыуғандар
- 7 декабрҙә вафат булғандар
- 1964 йылда вафат булғандар
- Асҡын районында вафат булғандар
- Башҡортостанда ерләнгәндәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Хәсән күле буйындағы алыштарҙа ҡатнашыусылар
- Совет-фин һуғышында (1939—1940) ҡатнашыусылар