Абдуллин Мөхәмәт Сәләхетдин улы
Абдуллин Мөхәмәт Сәләхетдин улы | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Үрген ауылы |
Вафат: | |
Вафат урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлек төрө: |
Абдуллин Мөхәмәт Сәләхетдин улы (1888 — 1936) — хәрби һәм дәүләт эшмәкәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөхәмәт Сәләхетдин улы Абдуллин 1888 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үрген ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында) тыуған. Атаһы Сәләхетдин Абдуллин күренекле дин әһеле — ахун булған, Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә белем алған[1].
Башта атаһында, унан Яңы Себенле ауылы мәҙрәсәһендә уҡыған. Артабан уҡыуын Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә дауам иткән. Аҙаҡ өйләнеп тыуған ауылында йәшәгән, иген үҫтергән, мал, шул иҫәптән дөйә аҫраған[1].
1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башланғас, фронтҡа алына. Кавказда Германияның союздашы Ғосман империяһына ҡаршы хәрби хәрәкәттәр алып барған армия составында һуғыша, алыштарҙың береһендә әсирлеккә эләгә. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөлөп, әсирҙәр менән алмашыу булғас, 1918 йылдың йәй баштарында тыуған яғына ҡайта[1].
Башҡортостан мөхтәриәте өсөн Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла һәм Башҡорт ғәскәре штабына комендант ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә[1].
1919 йылдың 20–21 февралендә Темәс ауылында үткән I Бөтә Башҡорт хәрби съезына делегат була, бында Башҡорт ғәскәрҙәренең Советтар яғына күсеүен һәм РСФСР составында автономиялы Башҡорт Совет республикаһы иғлан итеүен хуплаған ҡарарҙар ҡабул ителә[1].
1919 йылдың мартында Башҡортостан АССР-ы ойошторолғандан һуң, бер аҙ Стәрлетамаҡта эшләй, һуңынан Туҡ-Соран кантоны революцион комитеты рәйесе урынбаҫары итеп һайлана, РКП(б) партияһы сафына инә. Артабан Үҫәргән кантонының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә[1].
1920-1921 йылдарҙағы Башҡортостандағы аслыҡ осоронда Үҫәргән кантонында асығыусыларға ярҙам күрһәтеү комитеты рәйесе була. 1922 йылдың 7 мартында Мөхәмәт Абдуллиндың республика етәкселегенә хәлде аңлатып һәм ярҙам һорап яҙған хаты һаҡланған, унан бер өҙөк:
“120 мең халҡы булған Үҫәргән кантонында ҡот осҡос хәл, айырым ауылдарҙа халыҡтың яртыһы үлеп бөткән. Кешеләр ни бары онталған үлән йәки тирмәндә тарттырылған мал һөйәге һәм ағас оно менән генә туҡлана. Күп ауылдарҙа эттәр һәм бесәйҙәр ашалып бөткән. 61 ашханаға ебәрелгән аҙыҡ 3870 кешегә генә иҫәпләнгән. Уларҙың һаны, һис юғында, 12 мең кешегә еткерелеп арттырылырға тейеш. Комитет рәйесе: Абдуллин. Сәркәтип: Степанов”.
1922 йылдан һуң, тыуған ауылына ҡайтып, үҙ хужалығына тотона. 1927 йылдың башында Үргендә Сәлих улусында беренсе Ерҙе бергәләп эшкәртеү ширҡәтен (Товарщество по совместной обработке земли - ТОЗ) ойоштороуҙа ҡатнаша[1].
1927 йылдың көҙөндә Йылайыр һал ағыҙыу контораһы начальнигы, ә 1928 йылдың йәйендә Йылайыр кантонының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә. 1930 йылдан Хәйбулла районы Һаҡлыҡ кассаһы мөдире булып эшләй[1].
Репрессиялар башланғас, 1932 йылдың йәйендә ғаиләһе менән Үзбәкстанға күсенә, бер совхоздың баш бухгалтеры була. 1935 йылда кире тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ейәнсура районы Муйнаҡ ауыл Советы секретары итеп тәғәйенләнә[1].
1936 йылдың мартында вафат була. Үрге Муйнаҡ ауылы зыяратына ерләнә[1].
Абдуллиндарҙың шәжәрәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1 Ҡолоҡҡай (XVI б. аҙағы-XVII б. башы)
2 Билғош (XVII б.)
3 Туҡһанбай (XVII б.)
4 Туҡһанбаев Әхтәм (17??-18??)
5 Әхтәмов Абдулла (1765—184?)
6 Абдуллин Ҡотләхмәт (179?-18??)
7 Абдуллин Сәләхетдин (XIX быуат уртаһы)
Сәләхетдин указлы ахун булған, Ырымбурҙа етди һынауҙар үтеп был дини вазифаға тәғәйенләнгән.
Уның дүрт ҡатыны булған: - тәүге ҡатынынан Нәжметдин, Вәлетдин тигән улдары булған. Нәжметдиндән 7 бала араһында ике ул тыуған, Камал менән Фәтих. Камалдан Фоат һәм тағы өс бала, Маһира, Байыҡ, Нәҡиә тыуған.
Фоат Камал улынан билдәле композитор Байрас Абдуллин, Сәләхетдиндең ейәне Мәжит Вәлетдин улынан билдәле йырсы Венер Абдуллин тыуған.
Сәләхетдиндең икенсе ҡатыны — Камила менән Мөхәммәт тигән балаларының әсәһе.
Мөхәммәттең улы — барыбыҙға билдәле яҙыусы-драматург Азат Абдуллин (1931 йылғы, Мәскәүҙә йәшәй). Ғалим, филология фәндәре докторы Хәҙисә Вәли ҡыҙы Солтанбаева — Азат Абдуллиндың бер туған апаһы Зәйтүнә Мөхәмәт ҡыҙы менән Солтанбаев Вәлиҙең ҡыҙы.
Сәләхетдиндең өсөнсө ҡатынынан бала булмаған.
Дүртенсе ҡатыны Фатиманы, 16 йәшлек бай сауҙагәр ҡыҙын, Сәләхетдин бер өйөр ат бүләк итеп алған. Фатима бик уҡымышлы, мәғрифәтле ҡыҙ булған, урыҫ телендә һәйбәт аралашҡан. Фатиманан: Хәҙисә, Әсмә, Бибиғәйшә, Ғәбделәхәт, Маһисәрүәр тыуған.
Ғәбделәхәттең улдары Әсхәт һәм Рәүеф Абдуллиндар, Әсхәттең улы йәки Әхәттең ейәне - Фәрғәт Абдуллин. Фәрғәттең улы — Әхәт Абдуллин.
«Абдуллин Сәләхетдин ахун, уның улдары Нәжметдин, Мөхәмәт һәм Ғәбделәхәт үҙ заманының күренекле дин әһелдәре булған»[2][1].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан — әүлиәләр иле. Юлай Солтанбаев. Әхмәтбаҡый хәҙрәт, 120—123 бб.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанбаев Юлай. Йәш быуын олуғ шәхестәрҙе белеп үҫһен . Башҡортостан. Дата обращения: 19 октябрь 2019.
- Башҡортостан — әүлиәләр иле. Юлай Солтанбаев. Әхмәтбаҡый хәҙрәт, 120—123 бб.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1888 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- 1936 йылда вафат булғандар
- Ейәнсура районында вафат булғандар
- Алфавит буйынса сәйәсмәндәр
- Ейәнсура районында тыуғандар
- Ейәнсура районында ерләнгәндәр
- Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре
- Хөсәйениә мәҙрәсәһе шәкерттәре
- КПСС ағзалары
- Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусылар (Рәсәй)
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар