Эстәлеккә күсергә

Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы (тыу. 27 ғинуар 1950 йыл)[1] — тел белгесе, филология фәндәре докторы (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008).

Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы
Файл:Jpg
Тыуған көнө

27.01.1950 й.

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Ейәнсура районы

Ил

Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

башҡорт филологияһы

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре докторы

Награда һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008); Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004).

Хәҙисә Вәли ҡыҙы Солтанбаева 1950 йылдың 27 ғинуарында Ейәнсура районының Үрген ауылына тыуа. Үрге урта мәктәбен тамамлағандан һуң 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Уны 1972 йылда тамамлап, йүнәлтмә буйынса Әбйәлил районының Буранғол урта һәм Дәүләт тулы булмаған урта мәктәптәрендә уҡыта.

1967 — 1972 йылдар — Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты.

2017 — курсы по повышению квалификации по теме: «Компетентностный подход к реализации образовательных программ на базе ФГОС ВО при актуализации профессиональных стандартов» (БашГУ, Уфа, 2017 г.);

2018 — курсы по повышению квалификации по теме: «Информационно-коммуникативные технологии в преподавании филологических дисциплин в условиях реализации ФГОС» (Уфа, БашГУ, 2018).

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1972 — 1975 йй. — Әбйәлил районының Буранғол урта һәм Дәүләт тулы булмаған урта мәктәптәре;

1976 — 1979 йй. — Ейәнсура районының Үрген урта мәктәбе (Башҡорт Үргене ауылы);

1979 — 1982 йй.р — Ейәнсура районының халыҡ мәғарифы бүлеге хеҙмәткәре;

1982 — 1985 йй. — Ейәнсура районы халыҡ мәғарифы бүлегенең методика кабинеты мөдире;

1985 — 1993 йй. — Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы ғилми хеҙмәткәре;

1994 йылдан Башҡорт дәүләт университетында өлкән уҡытыусы, доцент, 2009 йылдан профессор вазифаларын башҡара.

1997 йылда “Башҡорт телендә бойороу-өндәү функциональ-семантик категорияһы” тигән темаға кандидатлыҡ, 2008 йылда “Башҡорт теленең һүҙ төркөмдәре системаһында ярҙамсы һүҙҙәр”) темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт теленең морфологияһы, стилистикаһы, башҡорт һәм рус телдәрен сағыштырып өйрәнеү һәм мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу проблемаларына арнала.

Профессор Х.В. Солтанбаева – 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән, 5 монография (2-һе авторҙашлыҡта), юғары уҡыу йорттары, педагогия колледждары, дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн дәреслектәр, уҡыу ҡулланмалары, программалар авторы. Уның авторҙашлығында яҙылған 6-сы класс өсөн башҡорт теле дәреслеге (Башҡорт теле. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 6 класы өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2016 – 248 бит) яңы төрҙәге һәм заман талаптарына тап килгән уҡыу ҡулланмаһы тип баһаланды һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан федераль исемлеккә индерелде.

Авторҙар коллективы электрон дәреслек тә әҙерләп сығарҙы (Башҡорт теле. Дөйөм белем биреү учреждениеларының 6 класы өсөн электрон дәреслек. – Өфө: Китап, 2016 – 212 бит).

Х.В.Солтанбаева Башҡорт дәүләт университетындағы филология фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертациялар яҡлау буйынса диссертация советы (Д. 212.013.06) рәйесенең урынбаҫары, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының ғилми советы ағзаһы.

1. Султанбаева Х.В. Система служебных частей речи (на материале башкирского языка): Монография. – Уфа: РИЦ БашГУ, 2006. – 188 с. (Рец. Санъяров Ф.Б. Файҙалы әсбап буласаҡ// «Башҡортостан». – 2007. - №104 (2 июнь). – С. 3).

2. Султанбаева Х.В. Служебные части речи в современном башкирском языке: Монография. — Уфа «Гилем», 2002. — 176 с.

3. Султанбаева Х.В. Побудительность как функционально-семантическая категория. На материале башкирского языка: Монография. – Уфа: РУНМЦ ГКН РБ, 1999. — 142 с.

4. Султанбаева Х.В. Хәҙерге башҡорт теле. Морфология. – ҒФ, БДУ, 2002.—39 с.

6. Султанбаева Х.В. К проблеме выделения служебных частей речи в тюркологии. — Уфа: Вестник БашГУ, 2007, №2. — С. 47-49.

8. Султанбаева Х.В. Основные направления изучения частиц в тюркском и башкирском языкознании. – Челябинск: «Вестник ЧелГУ», 2007, № 13.—С. 117–121.

12. Султанбаева Х.В. Послелог менән и его значения // На рубеже веков: отдельные вопросы общественно-гуманитарных и естественно-математических наук в трудах ученых Башкортостана. Материалы конкурса научных статей. – Нефтекамск, 2001.— С. 237—239.

13. Султанбаева Х.В. Модальные частицы как средство выражения оттенков волеизъявления // Урало-алтаистика: состояние, проблемы, перспективы. Мате-риалы республиканской научной конференции. – Уфа, 2001.— С. 155—157.

14. Султанбаева Х.В. Теркәүестљр // Хәҙерге башќорт әҙәби теле: Морфология. – Ѓфњ, БДУ, 2002.—С. 336—349.

15. Султанбаева Х.В. Бәйләүестәр // Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: Морфо-логия. – Ѓфњ, БДУ, 2002.—С. 349—365.

16. Султанбаева Х.В. Акцентирующие частицы в современном башкирском языке // «Ядкяр», 2003, №1.—С. 72—76.

17. Султанбаева Х.В. Ограничительно-выделительные частицы в башкирском языке // Язык и литература в поликультурном пространстве. Материалы региональной научно-практической конференции «Язык и литература в поликультурном пространстве». – Бирск: Бирск. гос. пед. ин-т, 2003.—С. 216—224.

18. Султанбаева Х.В. Башҡорт телендә раҫлау киҫәксәләре һәм уларҙың мәғәнә үҙенсәлектәре// Башҡортостан уҡытыусыһы, 2005, № 11.—С. 35—37.

31. Султанбаева Х.В. Башҡорт телендә эйә менән хәбәрҙең ярашыу (ярашмау) мәсьәләһе // Башҡортостан уҡытыусыһы, 2005, № 5.—С. 29 – 31.

19. Султанбаева Х.В. Русские предлоги и их соответствия в башкирском языке // «Закон о языках республики Башкортостан» и проблемы двуязычия: Материалы республиканской научно-практической конференции, посвященной 10-летию факультета башкирской филологии и журналистики. – Уфа, 2000.—С. 134—135.

20. Султанбаева Х.В. Союзная функция частиц ( на примере акцентирующих частиц башкирского языка) // Материалы Всесоюзной научной конференции «Языковые и культурные контакты народов республики Башкортостан в условиях двуязычия», посвященной 450 - летию добровольного вхождения Башкортостана в состав России и Году русского языка в Российской Федерации. — Уфа, 2007. — С. 400—403.

21. Султанбаева Х.В. К вопросу о служебных частях речи в тюркологии // Гу-манитарное наследие просветителей в культуре и образовании: Материалы Международной научно-практической конференции 13 декабря 2007 г. III том. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2007. — С. 224 – 228.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008 йыл)[2].

- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004)[3].

1. Султанбаева Хадиса Валиевна // Башкирская энциклопедия. Т. 6 – Уфа: Башкирская энциклопедия, 2010 – С. 153.

2 Кто есть кто. Башкирский государственный университет. – Уфа: РИЦ БашГУ, 2009 – С. 217.

3. Заттары менән уҡытыусылар. // “Башҡортостан”, 2010 йыл, 17 апрель, № 78 (25645).

4 Уҡытыусы яулаған үрҙәр // “Башҡортостан уҡытыусыһы”, 2010, №4, 12-13 – сө биттәр.

Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  1. Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Уҡытыусы яулаған үрҙәр // “Башҡортостан уҡытыусыһы”, 2010, №4, 12-13 – сө биттәр.