Эстәлеккә күсергә

Исҡужин Таһир Сәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Таһир Исҡужин битенән йүнәлтелде)
Исҡужин Таһир Сәлим улы
Тыуған көнө

1956({{padleft:1956|4|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Аралбай ауылы

Вафат көнө

19 сентябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Вафат урыны

Өфө, Башҡортостан

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты[1]

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр кандидаты

Ғилми исеме

доцент

Награда һәм премиялары
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы

Таһир Исҡужин, Таһир Сәлим улы Исҡужин (1956—19.09.2015) — башҡорт хоҡуҡ белеме ғалимы, юридик фәндәр кандидаты (1997), 2004—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының кафедра мөдире. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы[1].

Исҡужин Таһир Сәлим улы 1956 йылда Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Аралбай ауылында тыуған[2].

  • 1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм шунда уҡытыу эшенә ҡалдырыла.
  • 1979 йылда «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[3].
  • 2004 йылдан дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире булып эшләне[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таһир Сәлим улы Исҡужиндың фәнни тикшеренеүҙәре дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы мәсьәләренә арналды. Уның 1997 йылда яҡланған кандидатлыҡ диссертацияһы «Локальное правовое регулирование аграрных отношений» тип атала[3]. Ғалим 20-нән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән «Башҡортостандың дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы» уҡыу ҡулланмаһы авторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Таһир Исҡужин ғүмере барышында әүҙем йәмәғәтсе булды. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарҙа юридик факультет студенттарының тәүге партия ойошмаһы секретары итеп һайланды, артабан студент төҙөлөш отрядтарының зона штабында баш инженер булды.
  • Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһында эшләү дәүерендә хоҡуҡи пропаганда буйынса республика координация-методик советы, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләре буйынса совет һәм Фән, юғары һәм махсус һөнәри белем буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ағзаһы булды.
  • Ғалим-уҡытыусы шулай уҡ «Правовое государство: теория и практика» исемле ижтимағи-сәйәси һәм фәнни-хоҡуҡи журналдың редколлегия ағзаһы һәм баш мөхәррир урынбаҫары ла булды.
  • Башҡортостандың дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы (уҡыу ҡулланмаһы)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]