Исҡужин Таһир Сәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Исҡужин Таһир Сәлим улы
Тыуған көнө:

1956({{padleft:1956|4|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Аралбай ауылы

Вафат булыу көнө:

20 сентябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡортостан

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Ғилми өлкәһе:

дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы

Эшләгән урыны:

Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты[1]

Ғилми дәрәжәһе:

юридик фәндәр кандидаты

Ғилми исеме:

доцент

Уҡыу йорто:

Башҡорт дәүләт университеты

Награда һәм премиялары


«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы

Таһир Исҡужин, Таһир Сәлим улы Исҡужин (1956—2015) — башҡорт хоҡуҡ белеме ғалимы, юридик фәндәр кандидаты (1997), 2004—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының кафедра мөдире. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исҡужин Таһир Сәлим улы 1956 йылда Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Аралбай ауылында тыуған[2].

  • 1983 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай һәм шунда уҡытыу эшенә ҡалдырыла.
  • 1979 йылда «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[3].
  • 2004 йылдан дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы мөдире булып эшләне[1].

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таһир Сәлим улы Исҡужиндың фәнни тикшеренеүҙәре дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы мәсьәләренә арналды. Уның 1997 йылда яҡланған кандидатлыҡ диссертацияһы «Локальное правовое регулирование аграрных отношений» тип атала[3]. Ғалим 20-нән артыҡ ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән «Башҡортостандың дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы» уҡыу ҡулланмаһы авторы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Таһир Исҡужин ғүмере барышында әүҙем йәмәғәтсе булды. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарҙа юридик факультет студенттарының тәүге партия ойошмаһы секретары итеп һайланды, артабан студент төҙөлөш отрядтарының зона штабында баш инженер булды.
  • Дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһында эшләү дәүерендә хоҡуҡи пропаганда буйынса республика координация-методик советы, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара дуҫлыҡ һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү мәсьәләре буйынса совет һәм Фән, юғары һәм махсус һөнәри белем буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ағзаһы булды.
  • Ғалим-уҡытыусы шулай уҡ «Правовое государство: теория и практика» исемле ижтимағи-сәйәси һәм фәнни-хоҡуҡи журналдың редколлегия ағзаһы һәм баш мөхәррир урынбаҫары ла булды.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостандың дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы (уҡыу ҡулланмаһы)

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]