Вәлитов Заһир Суфиян улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Вәлитов Заһир Суфиян улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 1 ноябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Күгәрсен районы, Вәлит ауылы[1]
Вафат булған көнө 17 февраль 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Һөнәр төрө театр актёры
Эш биреүсе Башҡорт дәүләт академия драма театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Рәсми сайт bashdram.ru/troupe/valit…

Вәлитов Заһир Суфиян улы (1 ноябрь 1940 йыл17 февраль 2019 йыл[2]) — совет һәм Рәсәй театр актёры. 1966 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Заһир Суфиян улы Вәлитов 1940 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы[3] Вәлит ауылында тыуған.

1960 - 1964 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһының актёр бүлегендә уҡый. 1986 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлай.

1964—1970 йылдарҙа Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры актёры.

1970 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.

Заһир Вәлитов оҙаҡ ауырығандан һуң 2019 йылдың 17 февралендә Өфө ҡалаһында вафат булды[4].

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡъегет («Ай тотолған төндә», Мостай Кәрим), Ильяс («Ҡыҙыл яулыҡлы тирәккәй», Сыңғыҙ Айытматовтың шул уҡ исемдәге повесы буйынса), Марат («Минең бахыр Маратым», А. Арбузов), Үмәркәй («Осош, йәки Муса Йәлилдең йәшлеге», Нәжиб Асанбаев), Әптрәй («Ҡыр ҡаҙҙары», Рафаэль Сафин), Вәли («Тапшырылмаған хаттар», Ғәҙел Ҡотой — Рифҡәт Исрафилов), Яхъя, Хасбулат («Әсәләр көтәләр улдарын», Әсғәт Мирзаһитов), Илеш («Салауат. Өндәге ете төш»), Гефест («Ташлама утты, Прометей!»), Шағир («Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!»), Хомичук («Ярлыҡау») — бөтәһе лә Мостай Кәримдеке; Сәғәҙиев («Ун өсөнсө председатель» — «Һуңғы уҙаман», Азат Абдуллин).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1976)
  • Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981)
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1984)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989)
  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2000)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]