Матрай районы
Ил | |
---|---|
Статус | |
Урынлашҡан урыны | |
Берләштерә |
11 ауыл советы (1937), 10 ауыл советы (1952) |
Административ үҙәк |
Матрай ауылы (1937 йылда),Юлдыбай ауылы (1938 йылдан) |
Барлыҡҡа килеүе | |
Майҙаны |
2 041 км² |
Ваҡыт бүлкәте | |
БАССР-ҙың Матрай районы 1937 йылдың 20 мартында барлыҡҡа килә. 1956 йылдың июлендә бөтөрөлә.
Район үҙәге тәүҙә Матрай ауылында була, ә 1938 йылдан —Юлдыбай ауылында[1].
Матрай районының 11 ауыл советында 71 ауыл була, халыҡ иҫәбе 13 меңгә яҡын кеше тәшкил итә[2].
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының "Башҡорт АССР-ында яңы райондарҙың төҙөлөүе тураһында" 1937 йылдың 20 мартындағы ҡарары[3] нигеҙендә Башҡортостанда 6 яңы район ойошторола: Байҡыбаш, Воскресенск, Ҡандра, Ишембай, Матрай, Покровка[4].
1940 йылда Матрай районы составына Әбделнасир, Алгазин, Вәлит, Воскресенск, Ҡәнзәфәр, Ҡашҡар, Матрай, Яңы Петровский, Сабыр, Сидоровка, Юлдыбай[5] ауыл советтары инә.
1952 йылдың ғинуар башында Матрай районы территорияһында 2041 квадрат километр майҙанда 10 ауыл советы урынлашҡан була.
1952-53 йылдарҙа БАССР территорияһын Өфө һәм Стәрлетамаҡ өлкәләренә бүлгәндә Йылайыр районы биләмәһе Матрай районы составына инә.
1956 йылдың июлендә райондар эреләтелгәндә 7 район бөтөрөлә: Абзан, Байҡыбаш, Бузовьязовск, Воскресенск, Ҡандра, Матрай, Оло-Теләк.
Матрай районын бөтөргәс, уның биш ауыл советы Йылайыр районына инә: Үрге-Ғәлиев, Воскресенск, Ҡәнзәфәр, Сабыров, Юлдыбай. 1963 йылдың ғинуарынан Йылайыр районы составында булған элекке Матрай районы ерҙәре Хәйбулла районы составына ҡушыла. 1965 йылдың ноябрь айында Йылайыр районы хәҙерге сиктәрендә ҡабат ойошторола.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Постановление ВЦИК от 10.07.1938 «О внесении дополнений в постановление Президиума ВЦИК от 20 марта 1937 г.
- ↑ Юлдыбай: древнее село увеличивается, обновляется и хорошеет год от года
- ↑ Melgrosh Politics
- ↑ История административно-территориального деления — Сайт Управления по делам архивов Республики Башкортостан
- ↑ «Сельские огни»