Эстәлеккә күсергә

Тяптин Виталий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тяптин Виталий Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 декабрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Благовещен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2002
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Даны ордены

Тяптин Виталий Михайлович (19 декабрь 1939 йыл — 2 сентябрь 1994 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. СССР Энергетика һәм электрификация министрлығы «Башуралэнергострой» тресының комплекслы бригада бригадиры, Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1986).

Виталий Михайлович Тяптин 1939 йылдың 19 декабрендә Башҡорт АССР-ы Благовещен районының Листовка ауылында тыуған. Белеме — тулы булмаған урта. 9-сы фабрика-завод мәктәбендә уҡығандан һуң (Өфө, 1956) — «Авиаспецмонтаж» производство-көйләү берекмәһенең 5-се производство-монтаж идаралығы слесары. Һуңынан Өфө ТЭЦ-тарының төҙөлөш идаралығында эшләй. 1973 йылдан 1994 йылға тиклем —"Башуралэнергострой" тресының комплекслы бригада бригадиры.

Өфөлә йәшәй һәм эшләй, 1994 йылдың 2 сентябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биш йыллыҡтың планы заданиеларын һәм ҡабул иткән социалистик йөкләмәләрҙе үтәүҙә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн В. М. Тяптин I дәрәжә (1986), II дәрәжә (1981), III дәрәжә (1975) Хеҙмәт даны ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән.

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.