Алёхин Евгений Константинович
Алёхин Евгений Константинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 декабрь 1942[1] |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 20 декабрь 2020 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | public health physician, табип |
Эш урыны | БДМУ |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Алехин Евгений Константинович (19 декабрь 1942 йыл — 20 декабрь 2020 йыл) — ғалим-фармаколог һәм иммунофармаколог, педагог. Медицина фәндәре докторы (1985), профессор (1988), Сорос профессоры. Башҡортостан Республикаһының (1995) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Евгений Константинович Алёхин 1942 йылдың 19 декабрендә Өфөлә тыуған.
1961—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетында уҡый һәм табип-фармаколог квалификацияһын ала. 1966—1969 йылдарҙа фармакология кафедраһы буйынса аспирантурала уҡый[2].
1969 йылдан 2020 йылға тиклем Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында педагогик эштә: 1969 йылдан 1988 йылға тиклем — ассистент, доцент һәм профессор. 1988 йылдан алып 2011 йылға тиклем — ғилми эш буйынса проректор һәм бер үк ваҡытта 1990 йылдан алып 2018 йылға тиклем — клиник фармакология курсы менән фармакология кафедраһы мөдире. 2018 йылдан алып 2020 йылға тиклем — был кафедраның профессоры[3].
1969 йылда «медицина фәндәре кандидаты», 1985 йылда «медицина фәндәре докторы» дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1983 йылдан доцент, 1988 йылдан профессор[4].
Е. К. Алёхин ватан иммунофармакологияһының барлыҡҡа килеү башланғысында тора һәм был өлкәлә иң алдынғы белгестәрҙең береһе була. Алёхиндың иң ҙур ҡаҙанышы булып инфекцияға ҡаршы һәм трансплантацион иммунитеттың төрлө йүнәлештәге дарыу модуляцияһы мөмкинлекләрен теоретик һәм эксперименталь нигеҙләү тора, уның тарафынан бактериаль полисахаридтарҙың һәм пиримидиндың тәьҫир итеү механизмын аңлауға тос өлөш индерелә. Алёхин иммунитеттың яңы үҙенсәлекле стимуляторын —гепатопротектор, антиоксидантлы һәм иммунитетҡа булышлыҡ итеүсе үҙенсәлектәрҙе берләштергән — оксиметилурацилды уйлап табыусыларҙың береһе була, шулай уҡ ул йодантипирин һәм анандин кеүек медицина препараттарының бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәкте дауалау буйынса тикшеренеүеҙәрҙе төп ойоштороусы, был тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе буып был препараттарҙы дауалау практикаһына индереү тора[5]. Е. К. Алёхин төп эшмәкәрлегенән тыш, Рәсәй фармакологтарының Ғилми йәмғиәте идаралығы ағзаһы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының медицина фәндәре бүлексәһе ағзаһы булып тора. Алёхин йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән ун монография һәм уйлап табыуға утыҙ биш таныҡлыҡ һәм патент авторы. Алёхин етәкселегендә 26 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлана[5].
1995 йылда «Ғилми эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары өсөн» Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре почетлы исеменә лайыҡ була[3].
2000 йылдың 17 майында Рәсәй Президенты Указы менән «Ғилми эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары өсөн» Евгений Константинович Алёхин «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» исеменә лайыҡ була[6]
2020 йылдың 20 декабрендә Өфөлә вафат була[5].
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дикорастущие лекарственные растения Башкирии / Алехин Е. К., Кучеров Е. В., Лазарева Д. Н., Абдуллина Р. Н., Кузнецова Н. А., Зарудий Ф. С. — Уфа: Башкирское книжное изд-во, 1975 г. — 365 с.
- Стимуляторы иммунитета / Д. Н. Лазарева, Е. К. Алехин. — М. : Медицина, 1985 г. — 256 с.
- Современные методы диагностики, лечения и реабилитации больных с заболеваниями сердечно-сосудистой системы: Сб. науч. тр. / Редкол.: Алехин Е. К. (отв. ред.) и др. Башк. гос. мед. ин-т им. XV-летия ВЛКСМ; — Уфа : БГМИ, 1990 г. — 87 с.
- Иммунотропные свойства лекарственных средств / Е. К. Алехин, Д. Н. Лазарева, С. В. Сибиряк; АН Респ. Башкортостан, Башк. гос. мед. ин-т. — Уфа : Б. и., 1993 г. — 208 с.
- Влияние лекарственных средств на процессы свободно-радикального окисления : (Справочник) / Е. К. Алехин, А. Ш. Богданова, В. В. Плечев, Р. Р. Фархутдинов. — Уфа, 2002 г. — 287 с. — ISBN 5-7812-0004-5
- Руководство к практическим занятиям по фармакологии: в 2-х частях / Сост. Алехин Е. К. и др. М-во здравоохранения Рос. Федерации, Башк. гос. мед. ун-т; — Уфа : БГМУ, 2003 г.
- Иммурег / Д. Н. Лазарева, Е. К. Алехин, В. В. Плечев, В. М. Тимербулатов, Д. В. Плечева — Уфа: Изд-во БГМУ, НПО «Башбиомед», 2004 г. — 104 с. — ISBN 5-8258-0143-Х
- Лекарства, применяемые при неотложных состояниях. Справочник по скорой медицинской помощи: 2-е изд., перераб. и доп./ Е. К. Алехин, А. Ш. Богданова, Л. А. Рябчинская. — Уфа: Изд-во БГМУ, 2006 г. — 101 с. — ISBN 594780090 X
- Фармакология эффекторных систем. Химиотерапевтические средства: в 2-х частях / Е. К. Алехин, Н. А. Муфазалова, И. Л. Никитина и др.; Башкирский гос. мед. ун-т. — Уфа : Башк. гос. мед. ун-т, 2007 г. — 206 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дуҫлыҡ ордены (2007[4])
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Алехин Евгений Константинович // https://www.biografija.ru/biography/alekhin-evgenij-konstantinovich.htm
- ↑ Ушел из жизни выдающийся фармаколог, учёный, учитель Алехин Евгений Константинович.Башкирский государственный медицинский университет.Дата обращения: 16 января 2020.
- ↑ 3,0 3,1 Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия. Т. 1. А—Б. 2005 г. — 624 с. — С.118 — ISBN 5-88185-053-X
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Алехин Евгений Константинович . Дата обращения: 16 ғинуар 2020. 2021 йыл 21 ғинуар архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Ушел из жизни выдающийся фармаколог, учёный, учитель Алехин Евгений Константинович . Башкирский государственный медицинский университет. Дата обращения: 16 ғинуар 2020. 2021 йыл 23 ғинуар архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 6 декабря 2003 года № 1430.Президент России.Дата обращения: 16 января 2020.
- ↑ Алёхин, Евгений Константинович . Дата обращения: 16 ғинуар 2020.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алёхин Евгений Константинович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 12 декабрь 2022)
- Алёхин, Евгений Константинович . Дата обращения: 16 ғинуар 2020. 2020 йыл 8 июль архивланған.
- Алехин Евгений Константинович . Дата обращения: 16 ғинуар 2020. 2021 йыл 21 ғинуар архивланған.
- 19 декабрҙә тыуғандар
- 1942 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 20 декабрҙә вафат булғандар
- 2020 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары
- Медицина фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр