Баязитов Ишдәүләт Зәйнулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баязитов Ишдәүләт Зәйнулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 18 ноябрь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Монасип ауылы, Бөрйән районы[1]
Вафат булған көнө 1954
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Баязитов Ишдәүләт Зәйнулла улы (18 ноябрь 1901 йыл1954 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се кавалерия дивизияһы яугиры, өлкән лейтенант.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишдәүләт Зәйнулла улы Баязитов 1901 йылдың 18 ноябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Яңы Монасип ауылында тыуған.

1941 йылдың ноябрь айында Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, М. Шайморатов етәкләгән 112-се кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә.

1943 йылдың 12 ғинуарында Сталинград өсөн барған һуғышта аяғына пуля тейеп ҡаты яралана, һәм Иркутск ҡалаһындағы хәрби госпиталгә ебәрелә.

Дауаланғандан һуң хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла һәм тыуған районына әйләнеп ҡайта. Уны шунда уҡ “Ҡыҙыл таң” (Тимер ауылы) колхозының председателе итеп һайлап ҡуялар.

1944 йылда Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылына ауыл Советы председателе итеп һайлана.

1944 йылдың ноябрь айында “Маяҡ” колхозына председатель итеп ебәрелә. Һәм был эштә ул 1949 йылға тиклем эшләй.

Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа райондың иң артта ҡалған хужалыҡтарын аяҡҡа баҫтырыу бурысын намыҫ менән үтәп сыға.

Һуғышта алған ауыр яраларҙан ветеран 1954 йылда вафат булып ҡала.

Ҡатыны Ғыҙниса менән дүрт ул тәрбиәләп үҫтерәләр: Ғаффар, Риф, Роберт һәм Марс Башҡортостандың күренекле шәхестәре.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]