Сафронов Анатолий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сафронов Анатолий Александрович
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе Рәсәй
Тыуған көнө 9 декабрь 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Саратовка[d], Соль-Илецк районы, Ырымбур өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы[d]
Хәрби звание генерал-майор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Батырлыҡ ордены Рәсәй Федерацияһы Геройы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» ордены

Сафронов Анатолий Александрович (. 9 декабрь 1959 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Президентының Көньяҡ федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары[1], хәрби эшмәкәр, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы һәм дәүләт хеҙмәткәре. ДОСААФ-тың Өфөләге авиация спорт клубын тамамлаусы (1976). Афғанстандағы (1988—1989) һәм Төньяҡ Кавказдағы (1994—1996 һәм 1999—2001) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Генерал-майор (2006). Иҡтисад фәндәре кандидаты (2006). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000) һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған хәрби лётчигы (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сафронов Анатолий Александрович — 1959 йылдың 9 декабрендә хәҙерге Ырымбур өлкәһе Соль-Илецк районы Саратовка ауылында тыуған.

Анатолий Александрович Сафроновҡа 7 йәш саҡта ғаилә йәшәргә Башҡортостанға күсеп килә.. 1976 йылда Өфөнөң Калинин районы № 78 урта мәктәбен тамамлай. 2020 йылдың 2 октябрендә был мәктәпкә Рәсәй Федерацияһы Геройы Сафронов Анатолий Александрович исеме бирелә.[2] 2019 йылда Анатолий Александрович үҙенең мәктәбенә килә,, «Батырлыҡ дәресе» үткәрә.[3].

1980 йылда Сызрань юғары хәрби авиация осоусылар училищеһын[4] тамамлай. Училищены тамамлағандан һуң, Алыҫ көнсығыштың хәрби округында хеҙмәт итә.. 1988 йылдың февраленән 1989 майына тиклем Афғанстанда интернациональ бурысын үтәй, һуңынан Көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмөндә хеҙмәт итә..

1994 йылда Ю. А. Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһын тамамлай. Севастополь 55-се айырым вертолёт полкы командиры..

1994-1996 йылдарҙа беренсе Чечен кампанияһында ҡатнашлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1994 йылдың декабренән Чечен Республикаһында конституцион ҡоролошто аяҡҡа баҫтырыу эшендә ҡатнаша. Хәрби-ҡаршы тороуҙың тәүге айҙарында Сафронов төрлө һауа шарттарында 150-гә яҡын хәрби осош яһай, Рәсәйҙең ике йөҙҙән ашыу хәрбиҙәрен үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып ҡотҡара.

1995 йылдың ғинуарында Грозныйҙа емерелгән балалар йортонан 18-гә яҡын сабыйҙы һәм 4 тәрбиәсене ҡотҡара.


1999-2001 йылдарҙа икенсе Чечен кампанияһында ҡатнаша.[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1999 йылдың авгусынан полковник А. А. Сафроновтың айырым хәрби вертолёт полкы. Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияла ҡатнаша. Был ваҡыт эсендә ғәскәрҙең хәрби эшмәкәрлеген тәьмин итеү һәм ҡотҡарыу операцияларын башҡарыу маҡсатында 300-ҙән ашыу хәрби осош яһаған. Рәсәй Федерацияһы Геройы исеменә лайыҡ була.

Артабан, 2001 йылдан, Себер хәрби округында хеҙмәт иткән. Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлағандан һуң, ,А. А. Сафронов Ҡораллы Көстәрҙә генерал-майор званиеһында хеҙмәт итеүен дауам итә: 2006 йылдан — Хәрби-һауа көстәренең 5-се армияһы командующийы урынбаҫары һәм Граждандар авиацияһы командующийы. 2008 йылдан — РФ Ҡораллы Көстәре Генераль штабының оператив сәнғәт кафедраһы начальнигы, иҡтисад фәндәре кандидаты.

Граждан хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдан запасҡа сыға, шунда уҡ дәүләт хеҙмәтенә күсә — Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе советнигы вазифаһына, һуңынан Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының Эштәр идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә

2013 йылда Көньяҡ федераль округ һәм Ростов- на-Дону менән тормошон бәйләй: Рәсәй Федерацияһы Президентының Көньяҡ федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының эске сәйәсәт мәсьәләләре буйынса департамент начальнигы, 2014 йыл — Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы, округ эске сәйәсәте өсөн яуап бирә. 2015 йылда Ростов өлкәһе губернаторы урынбаҫары вазифаһына күсерелә.

2016 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Рәсәй Федерацияһы Президентының Көньяҡ федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары булып хеҙмәт итә, Ростов-па-Дону ҡалаһында. Төрлө йылдарҙа эске сәйәсәт, контроль-ревизия эшмәкәрлеге мәсьәләләре өсөн яуап бирә

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2000 йыл алдынан Дуба-Юртаны блокировкалау ваҡытында, Аргун тарлауығында разведчиктар ротаһы, дошман ҡулсаһына эләгә. Разведчиктар ҡыйыу көрәшә, әммә ҙур юғалтыуҙар кисерә. Полковник Сафроновтың экипажына хәрби бурыс ҡуйыла: төнгө шарттарҙа таулы ерҙәге майҙансыҡҡа вертолетты ултыртыу.. Һәләк булған һәм яраланған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе эвакуациялау уның төп маҡсаты булып тора. А. А. Сафронова, ҡатмарлы метеорологик шарттарға ҡарамаҫтан, хәрби бурысын үтәй. Дошман осоусыларға ҡамасаулау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Көслө ут аҫтында экипаж ҡотҡарыу операцияһын дауам итә. 19 яраланған һәм 6 һәләк булған разведчиктарҙы дошман ҡулынан ҡотҡара. Сафронов А. А. сираттағы ҡыйыулыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә.

Ҡыҙыҡлы факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сафроновтың эш кабинетында, вертолет макеты (МИ-8) һәм авиация шлемы тора.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]