Сызрань юғары хәрби авиация осоусылар училищеһы (хәрби институт)
Сызрань юғары хәрби авиация осоусылар училищеһы | |
Нигеҙләү датаһы | март 1940 |
---|---|
Эшмәкәрлек йылдары | март 1940 |
Һуғыш/алыш | Афған һуғышы, Первая чеченская война[d], Война в Грузии[d] һәм военная операция России в Сирии[d] |
Дәүләт |
Рәсәй СССР |
Административ-территориаль берәмек | Сызрань |
Етәксе орган | ВУНЦ ВВС Военно-воздушная академия имени профессора Н. Е. Жуковского и Ю. А. Гагарина (г. Воронеж)[d] |
Баш компания (ойошма, предприятие) | ВУНЦ ВВС Военно-воздушная академия имени профессора Н. Е. Жуковского и Ю. А. Гагарина (г. Воронеж)[d] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Сызрань, Һамар өлкәһе, Рәсәй |
Рәсми сайт | svvaul.ru |
Сызрань юғары хәрби авиация осоусылар училищеһы (хәрби институт) Викимилектә |
Хәрби-һауа көстәренең «Н. Е. Жуковский һәм Ю.Гагарин исемендәге Хәрби-һауа академияһы» уҡыу-ғилми үҙәге филиалы— Һамар өлкәһенең Сызрань ҡалаһындағы осоусылар училищеһы. XX быуат уртаһынан хәрби авиация вертолеттарына лётчиктар әҙерләү өлкәһендә Рәсәйҙең алдынғы уҡыу йорто булып тора.
Училище 1940 йылдан алып эшләй, 1998 йылда институтҡа үҙгәртеп ҡорола. 2010 йылдан алып Жуковский һәм Гагарин исемендәге Хәрби-һауа көстәре үҙәге филиалы булып тора. Әлеге ваҡытта училищела 10 кафедра, лаборатория, махсуслаштырылған кабинеттар һәм тренажёрҙар эшләй. Училищела Тажикстан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Чад республикаларынан, Вьетнамдан, Гвинея, Бурунди, Ангола, Лаос, Джибути, Мали, Шри-Ланки, Ливия, Монголия, Судан һәм Никарагуа ҡалаларынан сит ил хәрби белгестәре әҙерләнә.
Совет осоронда училище курсанттары өс вертолет полкында әҙерлек үтәләр, улар Сызрань (Троекуровка) Пугачев һәм безенчук ародромдарында урынлаша. 1991 йылда училище составына шулай уҡ Һарытауҙа Сокол аэродромында урынлаҡан вртолет полкы индерелә.
2012 йылда 131-й вертолет полкы һәм 484- се вертолет полктары 339 -се уҡытыу авиация азаһына әүрелеә, ул Сызрань филиалы ҡармағынан сығарыла.
2019 йылға ҡарата филиал 1-5 курс курсанттарының теоретик әҙерлеген үтәй.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сызрань юғары хәрби авиация осоусылар училищеһы тарихы 1940 йылың мартында ойошторолған Һарытау хәрби авиация пилоттар мәктәбәенән башлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, дошман тылында махсус заданиелар үтәү өсөн пилот-планеристар әҙерләү кәрәк бәла. Хәрби планерстар Сталинград алышында, совет партизандарының рельстар һуғышында, улар йөктәр, ҡорал, кешеләрҙе фронтҡа һәм дошман тылына ташыйҙар.
Һуғыш тамамланғас, мәктәп Һарытау өлкәһе Пугачев ҡалаһына күсерелә һәм Авиация планерҙар училищеһы тип исемләнә башлай. 1952 йылда училище 160-сы хәрби лётчиктар училищеһы исемен ала һәм 1953 йылдан алып принципиаль яңы авиация техникаһын — вертолеттар үҙләштереүгә күсә. 1960 йылдан училище Һамар өлкәһенең Сызрань ҡалаһында урынлаша. 1963 йылдан алып Сызрань хәрби авиация училищеһы исемен йөрөтә.
1979—1989 йылдар училищены тамамлаусылар өсөн Афғанстан етди һынау була. Бейек тау һәм сүллек шарттарнды менән йөҙҙәрсә сығарылыш уҡыусыһы үҙҙәренең хәрби һәм интернациональ бурысын үтәй. 2 офицер Советтар Союзы Геройы исменеә лайыҡ булалар.
1986 йылғы Чернобыль АЭС-ында фажиғәле ваҡиға училище хәрбиҙәре өсөн ҡыйыулыҡ һәм профессионаллеккә тикшереү була. Шуларҙың 100-гә яҡыны был экологик һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнаша. Чернобыль атом электр станцияһындағы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн 1959 йылда полковник В. А. Водолажскийға үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. Чечен Республикаһы территорияһында халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәштә СВВАУЛ тамамлаусылары хеҙмәт бурысын намыҫ менән үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөләрен күрһәтә. Уларҙың күптәре юғары хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә, ә шуларҙың 19-ы — Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ тип табыла.
1998 йылда училище Сызрань хәрби авиация институты тип үҙгәртелә. Сызрань хәрби институты составына филиал булараҡ Киров хәрби авиация-техник училищеһы индерелә. 2005 йылда училище ҡабаттан элекке исеменә ҡайтарыла — Сызрань юғары хәрби авиация осоусылар училищеһы (хәрби институт).
Начальниктары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Уткин Яков Васильевич, майор (1940—1942)
— Одинцов Михаил Семёнович, подполковник (1942—1946)
— Ситкин Михаил Александрович, полковник (1947—1953)
— Макаров Дмитрий Кузьмич, авиация генерал-майоры(1953—1958)
— Куличев Иван Андреевич, полковник (июнь 1958 — апрель 1961)
— Кисель Фёдор Герасимович, авиация генерал-майоры (1961—1969)
— Алексенцев Валентин Васильевич, авиация генерал-майоры (1970—1977)
— Дидык Алексей Архипович, авиация генерал-майоры (1977—1986)
— Базаров Алексей Фёдорович, генерал-майор (1986—1999)
— Пишенин Алексей Николаевич, генерал-майор (1999—2004)
— Уколов Виктор Григорьевич, генерал-майор (2004—2009)
— Ярцев Николай Николаевич, полковник (2009—2013)
— Асанов Александр Александрович, полковник (2013 — хәҙерге ваҡыт)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Военный учебно-научный центр ВВС «Военно-воздушная академия» (филиал, г. Сызрань) на сайте МО РФ 2021 йыл 26 ғинуар архивланған.
- Сайт Сызранского лётного училища 2009 йыл 6 февраль архивланған.
- Вертолетчики из Сызрани(недоступная ссылка)
- Части центрального подчинения ВВС РФ