Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы
Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 август 1942 (82 йәш) |
Тыуған урыны | Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы |
Эш урыны | мәктәп |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы (1 август 1942 йыл) — Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөснә Ниғмәт ҡыҙы Исламбаева 1942 йылдың 1 авгусында БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр мәктәбенә 1949 йылда уҡырға бара. 1957 йылда 7-се класты тамамлағандан һуң, «Ҡыҙыл байраҡ» промартелендә, артель бөтөрөлгәс, Фрунзе исемендәге колхозда эшләй. 1962 йылда Ғәлиәкбәр мәктәбендә 8-се класты уҡыуын дауам итә.
1965 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлай һәм тыуған ауылында мәктәпкә эшкә алына.
Бер мәл мәктәп директоры Зәки Хаммат улы Сәғитов миңә: «Тырыш ҡына күренәһең, артабан уҡы», – тине.
Ауылда VIII класс асылғайны был мәлдә. Ҡабат партаға ултырыу насип булды. IХ—ХI кластарҙа Иҫке Собханғолда уҡып йөрөгән саҡта Зәки Хаммат улы ауылда башланғыс синыфтарға уҡытыусы итеп саҡырҙы. Әсәйем, ағайым менән кәңәшләштем дә ризалаштым. Шулай 1965 йылдың 18 авгусында эш башланым. Ул ваҡытта балалар күп булды. Бер уҡытыусыға — ике класс. 30-ар бала булып китә торғайны. Комсомол, профсоюз ойошмаларында ла эш алып барҙым, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла булдым. Тырыш хеҙмәтем баһаланды — «Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы» тигән маҡтаулы исем бирелде[1]. |
1968—1971-се йылдарҙа Белорет педагогия училищеһында ситтән тороп уҡый. 2000 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем башланғыс кластар уҡытыусыһы була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөснә Ниғмәт ҡыҙы Күлбаев Әмир[2] менән өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Рәйлә[3] Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс синыфтар факультетын һәм Башҡорт дәүләт университетын журналистика бүлеген тамамлап, Себерҙә йәшәй. Улдары Флүр һәм Әнүр Башҡортостан ауыл хужалығы институтында урмансылыҡ факультетын тамамлай. Ауылда йәшәйҙәр.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөснә Ниғмәт ҡыҙы Исламбаева Ғәлиәкбәр ауылы «Ағинәйҙәр» ойошмаһының әүҙем ағзаһы[4]. Йәш быуынға балаҫ һуғыу[5], сергетыш эшләү, ҡорама ҡороу, ҡашмау, түшлектәр эшләү серҙәренә, халыҡ йолаларына өйрәтә[6][7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илем тип һуғышҡа ингәндәр!Илем тип һуғышҡа ингәндәр!
- Мин дә һуғыш балаһымын…(Хөснә Исламбаева). Материалдың тулы вариантын «ТАҢ» гәзитенең 17 апрель һанында уҡығыҙ. (2020 йыл, 17 апрель, йома, № 31 (10375). Мин дә һуғыш балаһымын…
- Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы оҫталары Хөснә Исламбаева,Исмәғил Яманаев,Дамир Аллабирҙин. Балаҫ, септә һуғыу. «Таҡыя сусаҡ» фольклор ансамбле, етәксеһе: Сәриә Минһажева."Орнамент"Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы оҫталары
- Таң гәзите, 6 февраль 2022 йыл. Балаҫ һуҡты өләсәй… [10]
- Таң гәзите, 7 сентябрь 2023 йыл Икенсе номерлы Саниям... [11]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Илһам сығанағы – балалары
- ↑ Йылмайыуы күҙ алдында…
- ↑ Хәтерҙә һаҡланған «видеолар»…
- ↑ Исламбаева Х. Н. Башҡорт милли кейеме
- ↑ https://commons.wikimedia.org/wiki/File:Балаҫ_һуғыу_оҫтаһы_Исламбаева_Х.Н._(Бөрйән_районы,_Ғәлиәкбәр_ауылы).png Балаҫ һуғыусы]
- ↑ [1]
- ↑ «Белемегеҙҙе арттырығыҙ»
- ↑ Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы
- ↑ Хеҙмәт ветераны
- ↑ Балаҫ һуҡты өләсәй…
- ↑ Икенсе номерлы Саниям...