Фекерләшеү:Исламбаева Хөснә Ниғмәт ҡыҙы
Уҡыу көйләүҙәре
Бындай мәҡәләләр менән нимә эшләйбеҙ? Критерий юғарыраҡ ине бит. Матбуғаттан айырылмай тигән урыны аңлашылмай.--ZUFAr (әңгәмә) 17:59, 16 март 2023 (UTC)
- Критерий юғарылыр ҙа ул. Шундай апайҙың энциклопедияға инмәүе йәл (Бөтөнләй халыҡ араһында абруйы булмағандар инде. Мин уларға һылтанма биреп кенә киттем). Шуның өсөн генә юйҙыртмаҫһығыҙ, тип ышанам. Ә уның эшләгән эштәре күп. Халыҡҡа, йәштәргә өйрәтә. Минең тәүге мәҡәләләрем яҙыу критерийына тап киләмәгәнен һуң аңланым. Вәхит (әңгәмә) 18:26, 16 март 2023 (UTC)
- Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары мәҡәләһенә инеп уҡып ҡарағыҙ. Мин үҙемде маҡтаманым. Фактты яҙҙым. 40 йыл эшләп (шуның 7-се йылында уҡ маҡтаулы исемгә лайыҡ булдым, артабан исемдәр алырға булыр ине - подхалим була белмәнем - төрлө яҡлап "баҫтылар"). Сәғитов Зәки Хаммат улына ғүмеренең аҙағында ғына РСФСР халыҡ мәғарифы алдынғыһы исемен бирҙеләр. Ә хәҙер критерийға тап килмәй, тип юйҙыра башлаһаҡ... Халыҡ кемде ихтирам иткәнен, юғары ҡуйғанын урындағылар яҡшы белә. Вәхит (әңгәмә) 18:46, 16 март 2023 (UTC)