Ишмөхәмәтов Шәкир Аллабирҙе улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишмөхәмәтов Шәкир Аллабирҙе улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1954–1991).svg РСФСР
Flag of the Bashkir ASSR.svg Башҡорт АССР-ы
Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 10 июль 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауыл советы, Бөрйән районы
Вафат булған көнө 26 июль 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (80 йәш)
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм Совет-япон һуғышы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дан ордены «Японияны еңгән өсөн» миҙалы медаль «За освобождение Кореи»

Ишмөхәмәтов Шәкир Аллабирҙе улы (10 июль 1926 йыл — 26 июль 2006 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, совет-япон һуғышында (1945—1950) ҡатнашыусы, ӀӀ дәрәжә Дан ордены[1] кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишмөхәмәтов Шәкир Аллабирҙе улы 1926 йылдың 10 июлендә БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Үрге Нөгөш ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылы) тыуған.

Шәкир Аллабирҙе улы Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Бөрйән район хәрби комиссариаты тарафынан 1943 йылдың 8 февралендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1943—1950 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Корея сиген һаҡлай. Сержант хәрби дәрәжәһе бирелә[2]. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, совет-япон һуғышында (1945—1950) ҡатнаша. 1950 йылдың 23 сентябрендә демобилизациялана[3]

Ишмөхәмәтов Шәкир Аллабирҙе улы 1941—1960 йылдарҙа «Ҡыҙыл Байраҡ» промартелендә, 1962—1978 йылдарҙа Бөрйән урман сәнәғәте хужалығында сайырсы булып эшләй. 1983 йылдан алып пенсияға сыҡҡансы (1986) Ғәлиәкбәр мәктәбендә уҡыусыларҙы умартасылыҡ һөнәренә өйрәтә.

Ишмөхәмәтов Шәкир Аллабирҙе улы 2006 йылдың 26 июлендә Ғәлиәкбәр ауылында вафат була һәм ауыл зыяратында ерләнә[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]