Эстәлеккә күсергә

Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы
Тип

Урман сәнәғәте хужалығы

Нигеҙләнгән йыл

1928

Ябылған йыл

2015

Урынлашыуы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРБашҡортостан Башҡортостан

Продукция

ағас

Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы — ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиеһы. Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районындағы сәнәғәт хужалығы.

Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы 1928 йылда Иҫке Сохханғол ауылында ойошторола.

1928, 1961, 1983 йылдарҙан Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы, 1956 йылдан — Үрге Ағиҙел ағас ағыҙыу контораһы, 1978 йылдан — Сибай урман сәнәғәте хужалығының[1] Бөрйән ағас әҙерләү пункты тип атала. 2010 йылда Бөрйән урман сәнәғәте яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт тип үҙгәртелә. 2015 йылда бөтөрөлә.

Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы составында ағас әҙерләү участкаһы, таҡта бысыу (1996 йылдан), ағас эше (1996 йылдан), мебель (1997 йылдан) цехтары була. Төҙөлөшкә яраҡлы ағас, ағас-таҡта, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештерелә.

Беренсе директоры Зәйнетдинов була.

1934 йылда ағас әҙерләү һәм оҙатыу планын арттырып үтәгәне өсөн хужалыҡ Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының Ҡыҙыл Байрағына лайыҡ була.

Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы эшмәкәрлеге осоронда урман ҡырҡыусыларҙың яңы тораҡ пункттары үҫә — Ағиҙел (ҡасаба, Бөрйән районы, хәҙер Иҫке Собханғол ауылы составына инә), Берлек (Яңы Мөсәт ауылы), Көньяҡ Үҙән (хәҙер Бәләкәй Ҡыпсаҡ).

Хужалыҡтың 100-ҙән ашыу эшсе «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһе, 52 — «Биш йыллыҡ ударнигы» билдәһе, 4 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, 2 — Хеҙмәт Даны ордены, 5 — «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Тракторсылар Байморатов В. В. һәм Йәнсурин Б. З. «БАССР-ҙың урман сәнәғәте атҡаҙанған хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булалар.

Бөрйән урман сәнәғәте хужалығы эшләгән осорҙа эшселәр династияһы барлыҡҡа килә: Әмирхановтар, Дәүләтшиндәр, Ҡарағоловтар, Кәримовтар, Кинйәбулатовтар[2], Мөхәмәтовтар, Нурғәлиндәр, Оренбуркиндар, Шәриповтар[3], Ямғурсиндар.

  • Зәйнетдинов
  • Уразбаев Н. Р. (1933 йылдан)
  • Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының Ҡыҙыл Байрағы (1934)
  • 27 май 2020, Бөрйәндә сайыр ҙа етештерелгән[4]