Аҫылғужин Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы
Аҫылғужин Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡорт АССР-ы |
Тыуған көнө | 22 ғинуар 1927 |
Тыуған урыны | Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауыл советы, Бөрйән районы |
Вафат булған көнө | 23 ғинуар 1987 (60 йәш) |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Аҫылғужин Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы (22 ғинуар 1927 йыл — 23 ғинуар 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир. ӀӀ дәрәжә Дан ордены[1] кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы Аҫылғужин 1927 йылдың 22 ғинуарында БАССР-ҙың Йылайыр кантоны Үрге Нөгөш ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылы) тыуған.
Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы Бөрйән РВК-һы тарафынан 1944 йылдың 18 ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышында Алыҫ Көнсығышта сержант дәрәжәһендә хеҙмәт итә. 1951 йылдың 29 ноябрендә демобилизациялана[2].
- Хеҙмәт юлы
1941—1960 йылдарҙа «Ҡыҙыл Байраҡ» промартелендә эшләй, 1981—1984 йылдарҙа Шүлгәнташ ҡурсаулығының Нөгөш лесничествоһы хеҙмәткәре була.
Аҫылғужин Ҡунаҡбай Ғөбәйт улы 1987 йылдың 23 ғинуарында вафат була һәм Ғәлиәкбәр ауылы зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ӀӀ дәрәжә Дан ордены (1985
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асылгужин Кунакбай Губайтович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 69. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Асылгужин Кунакбай Губайтович(недоступная ссылка)
- ↑ Учетная карточка