Сәғитов Ирек Хаммат улы
Сәғитов Ирек Хаммат улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 1 май 1931 |
Тыуған урыны | Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1996 |
Вафат булған урыны | Белорет, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | коммунист[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сәғитов Ирек Хаммат улы (1 май 1931 йыл, БАССР Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы — 1996 йыл, Белорет ҡалаһы) — уҡытыусы. РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы отличнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ирек Хаммат улы Сәғитов 1931 йылдың 1 майында Башҡортостандың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. Башта тыуған ауылында тулы булмаған урта мәктәптә белем ала. Артабанғы белемде Иҫке Собханғол урта мәктәбендә ала.
1950 йылда мәктәпте уңышлы тамамлаған егетте Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбенә математика, физика һәм физик культура уҡытыусыһы итеп эшкә алалар. Тәүге уҡыу йылында уҡ балаларҙың математиканан тулы өлгәшенә ирешә. Мәктәптә һәм ауылда хөрмәтле уҡытыусы булып та таныла.
1952 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының математика һәм физика бүлегенә уҡырға инә.
1954 йылдың авгусында йәш белгесте Иҫке Собханғол урта мәктәбенә 8—10 кластарға математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Шул уҡ йылда хәрби хеҙмәткә алына.
1957 йылдың мартында армиянан ҡайтып төшөү менән, Иҫке Собханғол мәктәбендә эшен дауам итә. Бер үк ваҡытта Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын ситтән тороп тамамлай.
1962 йылдың февралендә И.Х.Сәғитов район халыҡ мәғарифы бүлегенә инспектор итеп күсерелә.
1962 йылдың октябрь айында партияның район комитетына пропагандист итеп тәғәйенләнә.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдары башында райондар эреләтелә башлай. Ирек Хаммат улы ла Белорет колхоз-совхоз идаралығы парткомының идеология бүлегенә инструктор итеп эшкә алына.
1963 йылдың башынан Белорет партия комитетының идеология бүлегенә инструктор итеп билдәләйҙәр.
1965 йылда райондар ҡабаттан тергеҙелгәс, ул Белорет район партия ойошмаһының пропаганда һәм агитация бүлегендә инструктор итеп тәғәйенләнә.
1966 йылда киренән педагогия өлкәһенә ҡайтарыуҙарын һорап ғариза яҙа һәм ғинуар айынан башлап 1-се эшсе йәштәр мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй башлай.
1 февралдән Белорет педагогия училищеһына математика уҡытыусыһы итеп күсерәләр.
20.08.1978 — 04.08.1986 йылдарҙа И.Х.Сәғитов Башҡортостандың таулы мәктәптәре өсөн педагогия кадрҙарын әҙерләү өсөн күп көс һалған көслө уҡыу йорто — Белорет педагогия училищеһының директоры булып эшләй. Үҙе етәкселек иткән дәүерҙә методик комиссияларҙың эшен йәнләндереүгә ҙур көс һала.
Мәғариф өлкәһендә ирешкән уңыштары өсөн Ирек Хаммат улы Сәғитовҡа 1981 йылда БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исем бирелә.
1996 йылда мәрхүм була. Белорет ҡалаһында ерләнә.
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы отличнигы (14.07.1976)
- РСФСР-ҙың Почет грамотаһы (1978)
- БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1981)
- БАССР-ҙың Почет грамотаһы (1983)
Ғәилә хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]И. X. Сәғитовтың ҡатыны Рәмзиә Баттал ҡыҙы ла талантлы уҡытыусы-математик булып таныла. Улар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Хәҙер Гүзәл Ирек ҡыҙы Белорет педагогия колледжында, Наилә Ирек ҡыҙы әсәһе эшләгән 14-се мәктәптә математика уҡытыусыһы булып эшләйҙәр. Уларҙың икеһе лә атайҙарының маҡсатын — математика уҡытыуҙы ғәмәлгә ашыра.
Наилә Ирек ҡыҙы ҡаланың иң көслө математигы булараҡ билдәлелек ала. Ҡала мәктәптәрен тамамлаусыларҙың юғары уҡыу йортона тиклемге уҡытыуҙы етәкләй.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яйыҡбаев, Камил Яҡшыгилде улы (1936-). Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре : тарихи-педагогик очерктар һәм һүрәтләмәләр / К. Я. Яйыҡбаев. — Өфө : Китап, 2003-____ (Уфим. полигр. комб.). — 22 см. Китап 1. — 2003 (Уфим. полигр. комб.). — 254, [1] с. : портр.; ISBN 5-295-03223-X (в пер.); 185-186-сы биттәр
- Сагитов Ирек Хамматович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 452. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Белорет ҡалаһының данлыҡлы кешеләре 2021 йыл 16 декабрь архивланған.
- История Белорецкого педагогического колледжа