Эстәлеккә күсергә

Алғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 октябрь 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (59 йәш)
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны мәктәп
Уҡыу йорто Ғәлиәкбәр мәктәбе
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Алғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы (1 октябрь 1965 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы Алғышаева (Ғәбитова) Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. 1988 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус-башҡорт бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының 112-се һанлы мәктәбендә башлай, аҙаҡ Йылайыр районында уҡыта. Әлеге көндә Йылайыр районы Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Республика кимәлендә үткәрелгән конкурс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса регион-ара олимпиадаларында уҡыусылары уңыштарға өлгәшә.

« ...Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы Алғышаеваға ла рәхмәтемде белдерәм. Сөнки ул бишенсенән алып мине ошо олимпиадаларға, конкурс­тарға әҙерләне. Уҡытыу­сыларым башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләне, ҡы­ҙыҡһыныу уятты. Улар ярҙамы менән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү­селәр конкурсында ҡатнаштым һәм II урын­ға лайыҡ булдым, – ти Айгүзәл Йосопова. [1] »

Методик эшкәртмәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Н.Мусин «Һайлап алған яҙмыш» романы буйынса[2]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы
  • Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2022)