Эстәлеккә күсергә

Әхмәтов Хәлил Атаулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтов Хәлил Атаулла улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 10 октябрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})
Тыуған урыны Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы
Вафат булған көнө октябрь 1974
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
III дәрәжә Дан ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Әхмәтов Хәлил Атаулла улы (10 октябрь 1908 йыл — 10 октябрь 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, III дәрәжә Дан ордены менән кавалеры

Әхмәтов Хәлил Атаулла улы 1908 йылдың 10 октябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы) Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Хәҙерге Ишембай районына ҡараған Көҙән ауылында мәҙрәсәлә уҡый.

1939 йылдың 30 октябренән 1940 йылдың 13 мартына тиклем Совет-фин һуғышында ҡатнаша, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. Снайпер була. 1944 йылда һуғыштан яраланып ҡайта.

1946 йылдың 16 декабрендә «Ҡыҙыл байраҡ» промартеле рәйесе итеп һайлана. 1946 йылдың 15 декабрендә Ҡыпсаҡ ауыл Советына ҡараған Молотов исемендәге промартеленә етәксе итеп ебәрелә, унда ул 1952 йылдың февраленә тиклем эшләй.

Тыуған ауылына ҡайтҡас, 1952 йылдың 10 мартында Хәлил Атаулла улы Әхмәтовты киренән «Ҡыҙыл байраҡ» промартеленә рәйес итеп һайлайҙар. Ул был вазифала, промартель бөтөрөлөп, Фрунзе исемендәге колхозға ҡушылғанса эшләй.

1961 йылдан Хәлил Атаулла улы Бөрйән әҙерләүҙәр контораһында, һуңынан Бөрйән райпоһында йөк ташыусы була эшләй. 1974 йылдың октябрь айында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • III дәрәжә Дан ордены[1][2]
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[3]
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы[4]
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Ахметов Халил Атауллович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 75. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.