Йәғәфәров Юлай Нурғәли улы
Йәғәфәров Юлай Нурғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 2 ғинуар 1953 (72 йәш) |
Һөнәр төрө | етәксе |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Йәғәфәров Юлай Нурғәли улы (2 ғинуар 1953 йыл — …..) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2001)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлай Нурғәли улы Йәғәфәров 1953 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1960 йылда Ғәлиәкбәр мәктәбенә 1-се класҡа бара, артабан уҡыуын Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында дауам итә һәм тамамлай.
1980 йылда «Тау инженеры» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын тамамлаған.
1973—1975 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1980—1994 йылдарҙа — быраулаусы, скважиналарҙы ремонтлау буйынса мастер, етештереү бүлегенең өлкән инженеры, геолог, өлкән геолог, беренсе категориялы геолог, идара итеү буйынса баш технолог, нефть һәм газ сығарыу цехы-3 начальнигы; 1994—2000 йылдарҙа — баш инженер. НГДУ начальнигының беренсе урынбаҫары. «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлай Нурғәли улы Йәғәфәров «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы ойошмаһы начальнигы булған сағында Ишембай ҡалаһы микрорайонына ҡараған Смаҡай ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм Еңеү менән ҡайтҡан яугирҙар хөрмәтенә һәйкәл төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәтә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе[2]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ягафаров Юлай Нургалиевич[3]
- Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Бөйөк Ватан һуғышы
- ↑ Указ Президента РБ от 23.08.2001 N УП-413 "О присвоении почетного звания «Заслуженный нефтяник Республики Башкортостан» работникам управлений акционерного общества "Акционерная нефтяная компания «Башнефть» 2022 йыл 2 март архивланған.
- ↑ Ягафаров Юлай Нургалиевич. Начальник НГДУ «Ишимбайнефть» АНК «Башнефть»