Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы
Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 2 апрель 1936 |
Тыуған урыны | Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 29 декабрь 1999 (63 йәш) |
Вафат булған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы (2 апрель 1936 йыл — 29 декабрь 1999 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре. 1972—1977 һәм 1980—1997 йылдарҙа Бөрйән район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы 1936 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған.
Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң 1958 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләй башлай. 1959—1962 йылдарҙа хәрби хеҙмәт үтә. Армиянан ҡайтҡас, 1962 йылдан 1967 йылға тиклем Иҫке Собханғол урта мәктәбе директоры урынбаҫары, ә 1967—1972 йылдарҙа Байназар урта мәктәбе директоры булып эшләй. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн уға «БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә. 1972 йылдан алып 1977 йылға тиклем Латиф Абдрахман улы Ҡаһарманов район халыҡ мәғарифы бүлеген етәкләй. 1977—1978 йылдарҙа — Иҫке Собханғол урта мәктәбе директоры, ә 1978—1980 йылдарҙа Ағиҙел һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры була. 1980—1997 йылдарҙа ҡайтанан район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй. Ул эшләгән осорҙа Бөрйән районында район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһында 22 мәктәп һәм 18 балалар баҡсаһы төҙөлә. Ҡаһарманов Л. А. йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша: 1968 йылда Бөтә Рәсәй уҡытыусылар съезы делегаты була, бер нисә тапҡыр район Советы депутаты итеп һайлана, район Советы рәйесе урынбаҫары була[1].
1999 йылдың 29 декабрендә вафат була, Иҫке Собханғол ауылында ерләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡаһарманов Латип Абдрахман улы иҫтәлегенә 2014 йылда мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Таң гәзите, 19 сентябрь 2023 йылОҫта етәксе, яҡшы кеше булды
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кагарманов Латиф Абдрахманович 2022 йыл 2 март архивланған.
- ↑ История школы 2022 йыл 31 март архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кагарманов Латиф Абдрахманович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 252. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.
- Кагарманов Латиф Абдрахманович 2022 йыл 2 март архивланған.
- История школы 2022 йыл 31 март архивланған.