Эстәлеккә күсергә

Хәлитов Әбделхәй Фәйзрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәлитов Әбделхәй Фәйзрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 Башҡорт АССР-ы
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 13 март 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Вафат булған көнө 20 ноябрь 1991({{padleft:1991|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (70 йәш)
Һуғыш/алыш Икенсе бөтә донъя һуғышы һәм 1-се Белорус фронты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дан ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы

Хәлитов Әбделхәй Фәйзрахман улы (13 март 1921 йыл — 20 ноябрь 1991 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ӏ һәм ӀӀ дәрәжә Дан ордены, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Берлинды алған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнеүсе

Әбделхәй Фәйзрахман улы Хәлитов 1921 йылдың 13 мартында БАССР-ҙың Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған.

1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Хабаровск өлкәһендә хеҙмәт итә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941—1945 йылдарҙа Көнбайыш, Ленинград, 3-сө Балтик буйы, 1-се Белорус фронттарында 5-се удар армияһының 32-се уҡсылар корпусының 8-се айырым батальоны составында һуғыша. Волоколамск, Ленинград, Малоярославец, Мәскәү, Псков, Смоленск, Тарту һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, Шүлгәнташ ҡурсаулығында урман технигы булып эшләй.

1991 йылдың 20 ноябрендә вафат була һәм Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ӏ (1985 йыл) һәм ӀӀ дәрәжә (1945 йыл) Дан ордены
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1943)
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
  • «Берлинды алған өсөн» миҙалы (1945)