Йәнғәлин Тайып Мөхәмәтғәле улы
Йәнғәлин Тайып Мөхәмәтғәле улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1905 |
Тыуған урыны |
Бөрйән районы Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 февраль 1974 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Йәнғәлин Тайып Мөхәмәтғәле улы (1905 йыл — 9 февраль 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн»[1], «Батырлыҡ өсөн»[2] миҙалдары менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тайып Мөхәмәтғәле улы Йәнғәлин 1905 йылда Ҡалғаһау (Ҡолғона тип тә йөрөтөлгән), (Оло Кәбәс тарихынан[3]) ауылында тыуған. Һайранда 3 йыл уҡый[4]. 1930 йылдың 30 апрелендә «Ҡыҙыл Байраҡ» промартеле сафына ҡабул ителә. Артель рәйесе, бригадиры, рәйес урынбаҫары вазифаларын башҡара.
1942 йылдың 1 ғинуарында һуғышҡа алына. Сержант дәрәжәһендә отделение командиры, пулеметсы булып, 4-се Украин фронтында 219-сы дивизияның 375-се полкында подполковник Шалопутин етәкселегендә һуғыштарҙа ҡатнаша[5]. Украинаны азат итеүҙә иткән осорҙа, 1943 йылдың 16 ноябрендә, ҡаты яралана. Госпиталдә дауаланып сыҡҡас, һуғышҡа ҡабаттан инә, тағы 2 тапҡыр яралана.
Йәнғәлин Тайып 1945 йылдың июль—август айҙарында Бухенвальд концентрацион лагерын америка ғәскәрҙәренән Совет командованиеһы һәм НКВД ҡарамағына күсереүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың 25 сентябрендә демобилизациялана[6].
Тайып Мөхәмәтғәле улы Йәнғәлин һуғыштан һуң Ғәлиәкбәр ауылында «Ҡыҙыл Байраҡ» промартелендә етәксе һәм Ғәлиәкбәр ауыл Советы рәйесе вазифаларында эшләй. Күп тапҡыр ауыл Советы депутаты һәм 1947 йылда Бөрйән районы Советына Ғәлиәкбәр ауылынан депутат[7] итеп һайлана.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1950 йылда Яңы Мөсәт ауылынан Ғүмәрова Шәһәрбоҫтан менән донъя ҡороп, 12 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы[8]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[9]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы[10]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://1418museum.ru/heroes/32178354/ 2022 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ https://1418museum.ru/heroes/32178354/ 2022 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Оло Кәбәс тарихынан
- ↑ https://commons.wikimedia.org/wiki/File:%D0%A3%D2%A1%D1%8B%D1%83%D1%8B.jpg
- ↑ https://commons.wikimedia.org/wiki/File:%D0%A3%D2%A1%D1%81%D1%8B.jpg
- ↑ https://commons.wikimedia.org/wiki/File:Демобилизация.jpg
- ↑ https://commons.wikimedia.org/wiki/File:%D2%BA%D0%B0%D0%B9%D0%BB%D0%B0%D0%BD%D1%8B%D1%83%D1%8B.jpg
- ↑ https://commons.wikimedia.org/wiki/File:%D0%9C%D0%B8%D2%99%D0%B0%D0%BB.jpg
- ↑ https://pamyat-naroda.ru/heroes/podvig-nagrada_kartoteka1112174353 2022 йылдың 5 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ https://commons.wikimedia.org/wiki/File:1941%E2%80%941945_%D0%B9%D1%8B%D0%BB%D0%B4%D0%B0%D1%80%D2%99%D0%B0%D2%93%D1%8B_%D0%91%D3%A9%D0%B9%D3%A9%D0%BA_%D0%92%D0%B0%D1%82%D0%B0%D0%BD_%D2%BB%D1%83%D2%93%D1%8B%D1%88%D1%8B%D0%BD%D0%B4%D0%B0_%D0%93%D0%B5%D1%80%D0%BC%D0%B0%D0%BD%D0%B8%D1%8F%D0%BD%D1%8B_%D0%B5%D2%A3%D0%B3%D3%99%D0%BD_%D3%A9%D1%81%D3%A9%D0%BD.jpg
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Таң гәзите, 2009 йыл, 11 апрель, № 42
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡолғана (Ҡалғаһау) ауылы[1]
- 1905 йылда тыуғандар
- Бөрйән районында тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 9 февралдә вафат булғандар
- 1974 йылда вафат булғандар
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Ғәлиәкбәр