Халыҡ-ара балалар китабы көнө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Халыҡ-ара балалар китабы көнө
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1967
Хөрмәтенә аталған Балалар әҙәбиәте
Нигеҙләүсе Международный совет по детской и юношеской литературе[d]
Йылдың көнө 2 апрель
Commons-logo.svg Халыҡ-ара балалар китабы көнө Викимилектә
Балалар һәм китаптар

Халыҡ-ара балалар китабы көнө 2 апрелдә, Х. К. Андерсендың тыуған көнөндә үткәрелә. 1967 йылда некоммерческой организацией Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте буйынса совет (IBBY) коммерцияһыҙ ойошма тарафынан булдырылған. Был көндә IBBY ике йылға бер Х. К. Андерсен исемендәге премия тапшыра. Бүләк балалар өсөн яҙған яҙыусыға һәм балалар китаптарына һүрәттәр төшөрөүселәргә бирелә.

Халыҡ-ара балалар китабы көнөн үткәреү инициативаһын билдәле немец яҙыусыһы Йелле Лепман күтәреп сыға[1].

Йыл һайын был Халыҡ-ара көнгә IBBY-ның милли ойошмаларының берәйһе спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтә. Шул ойошманың ниндәйҙер яҙыусыһы йәки рәссамы балаларға мөрәжәғәтнамә һәм ярашлы плакат авторы булып сығыш яһай. Артабан мөрәжәғәтнамәне һәм плакатты IBBY икенсе илдәрҙә файҙалана.

Х. К. Андерсен исемендәге премияның Башҡортостандағы лауреаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда ла Х. К. Андерсен исемендәге премия лауреаты бар. Ул Әлибаев Сафуан Әфтәх улы - Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


Ҡалып:Ханс Кристиан Андерсен