Эстәлеккә күсергә

Google

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Google
URL:

google.com

Коммерция:

Эйе

Сайт тибы:

эҙләү системаһы

Теркәлеү:

мотлаҡ түгел

Теле:

күп телле (200-ҙән ашыу)

Милексе:

Google Inc.

Автор:

Сергей Брин һәм Ларри Пейдж

Эшләй башлаған:

15 сентябрь 1997[1]

 Google Викимилектә

Google (ХФА [ɡuːɡl][2][3], MWCD /ˈgü-gəl/[4], башҡ. Гугл) — интернеттағы иң ҙур эҙләү системаһы. Google Inc. корпорацияһының милке.

Google популярлыҡ буйынса беренсе эҙләү системаһы (77,05 %[5]) булып тора, айына 41 млрд 345 млн һорауҙар эшкәртә (баҙарҙа өлөшө 62,4 %[6]), 25 миллиардтан ашыу веб-биттәрҙе индексациялай[7].

PDF, RTF, PostScript, Microsoft Word, Microsoft Excel, Microsoft PowerPoint һәм башҡа форматтағы документтарҙа эҙләүгә булышлыҡ итә.

Google эҙләү системаһы была создана в качестве учебного проекта студентов Стэнфорд университеты студенттары Ларри Пейдж һәм Сергей Брин менән уҡыу проекты булараҡ төҙөлә. Улар 1996 йылда BackRub эҙләү системаһы өҫтөндә эшләйҙәр һәм уның нигеҙендә 1998 йылда Google эҙләү системаһына нигеҙ һалалар.

Корпорацияға 1998 йылдың 2 сентябрендә нигеҙ һалынып, Google.com домены 1997 йылдың 15 сентябрендә теркәлеүенә ҡарамаҫтан, Google эҙләү системаһы үҙенең тыуған көнөн икенсе көндә — 7 сентябрҙа ла, шулай уҡ 27 сентябрҙа ла билдәләй[8][9].

Google һүҙе үҙгәртелгән йөҙөнсө дәрәжәләге ун (10100) һаны атамаһынан — googol (гугол) һүҙенән барлыҡҡа кигән[10][11][12].

Сайттарҙы индексациялау

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Google эҙләү роботы User Agentҡа эйә — Googlebot. Ул эҙләү индексы өсөн биттәрҙең эстәләген сканерлаусы төп робот булып тора. Унан башҡа тағы ла махсуслаштырылған бер нисә роботтар бар:

  • Googlebot-Mobile — мобиль ҡоролмалар өсөн сайттарҙы индексациялаусы робот,
  • Google Search Appliance (Google) gsa-crawler[13] — Search Appliance яңы аппарат-программа комплексының эҙләү роботы,
  • Googlebot-Image — рәсемдәрҙе индекслау өсөн биттәрҙе сканерлаусы робот,
  • Mediapartners-Google — AdSense эстәлеген билдәләү өсөн биттәрҙең контентын сканерлаусы робот,
  • Adsbot-Google — AdWords маҡсатлы биттәренең сифатын баһалау өсөн контентын сканерлаусы робот.

Keywords метатегы сайттарҙы тәртипкә килтергәндә иҫәпкә алынмай[14].

Google эҙләү системаһы PageRank авторитетлыҡты иҫәпләү алгоритмын ҡуллана. PageRank эҙләү һөҙөмтәләрен тәртипкә килтереүсе өҫтәмә факторҙарының береһе булып тора.

  1. WHOIS.
  2. «google» перевод английский-русский. Lingvo.abbyyonline.com. Дата обращения: 8 февраль 2012. Архивировано 16 июнь 2012 года. 2012 йыл 5 июнь архивланған.
  3. How to pronounce Google (ингл.). inogolo.com. Дата обращения: 8 февраль 2012. Архивировано 16 июнь 2012 года.
  4. Google - Definition and More from the Free Merriam-Webster Dictionary (ингл.). Merriam-Webster, Incorporated. Дата обращения: 8 февраль 2012. Архивировано 16 июнь 2012 года.
  5. По данным компании Net Applications в декабре 2007 года рыночная доля Google в мире составляла 77,05 %, Yahoo! — 12,46 %, MSN — 3,33 %, Microsoft Live Search — 2,57 %, AOL — 2,12 %, Ask — 1,38 %, AltaVista — 0,13 %, Excite — 0,07 %, Lycos — 0,02 %, All the Web — 0,02 %. Архивировано 11 июль 2012 года.
  6. Baidu Ranked Third Largest Worldwide Search Property by comScore in December 2007 — comScore, Inc. Архивировано 29 июль 2012 года. 2012 йыл 29 июль архивланған.
  7. worldwidewebsize
  8. 27.09.2010 Google отмечает двенадцатый день рождения. Архивировано 14 сентябрь 2012 года.
  9. С днём рождения, Google. Архивировано 10 июль 2012 года.
  10. Русское Агентство Новостей. О Google! Что в имени твоём?!
  11. QI: Quite Interesting facts about 100 // The Telegraph, 15 апреля 2009 года
  12. 10 things you might not know about misspellings 2013 йыл 5 ноябрь архивланған. // Chicago Tribune, 4 августа 2013 года
  13. List of User-Agents (Spiders, Robots, Browser). Архивировано 20 сентябрь 2012 года.
  14. Google отказался от мета тега Keywords. Архивировано 13 июль 2012 года. 2012 йыл 13 июль архивланған.