Эстәлеккә күсергә

Ҡаранай Искәндәров

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаранай Искәндәров
Тыуған ваҡыты

1777({{padleft:1777|4|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Бүләкәй-Көҙәй улусы, Сураш ауылы

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
IV дәрәжә Изге Георгий ордены
IV дәрәжә Изге Георгий ордены

Ҡаранай Искәндәров (1777—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Ҡаранай Искәндәров (Ҡаранай Искәндәр улы Әүәзов) Ырымбур губернаһы Бүләкәй-Көҙәй улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы) Сураш ауылында йәшәгән. 14-се класслы дистанция башлығы булып хеҙмәт итә[1].

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем11-се Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 11-се Башҡорт атлы полкы башлыса 8-се кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 5 октябрҙә Түбәнге Новгородҡа бара. Артабан Украинаға генерал-лейтенант граф П. А. Толстойҙың ополчение корпусы составына ебәрелә. Рус армияһының сит илгә походтары барышында, 1813 йылдың майында полк Пенза ополчениеһы менән бергә Варшава герцоглығына килә һәм Польша армияһы составына индерелә. 21 сентябрҙә Богемия армияһының кавалериянан генерал граф М. И. Платовтың корпусы составына күсерелә, октябрь-ноябрҙә Платов корпусы составында Саксонияла, Баварияла, Францияла, шул иҫәптән 4 һәм 6 октябрҙә Лейпциг янындағы хәрби алыштарҙа ҡатнаша. 3 ноябрҙә полк Волконскийҙың отряды менән бергә Витгенштейн корпусына керә, 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алыштарҙа ҡатнаша. Рус армияһының сит илгә походтары барышында Лейпциг һәм Дрезден янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1813 йылдың декабрендә Богемия армияһының Төп фатиры ҡарамағында хеҙмәт итә. 1814 йылдың 1 ғинуарынан Гамбургты блокадалауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша[2]. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 11-се Башҡорт атлы полкы Парижға инә.

  1. Гатиятуллин З. Г. Башкиры 8-го кантона в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 1. — ISSN 1683-3554.
  2. Рахимов Р. Н., 2012, с. 401-402
  • Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  • Вклад Башкирии в победу России в Отечественной войне 1812 года. Сборник документов и материалов / сост. Р. Н. Рахимов [и др.]. — Уфа: Китап, 2012. — 488 с. — ISBN 978-5-295-05476-1.
  • Усманов А. Н. Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Башкнигоиздат, 1964. — 136 с.