Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы
Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 апрель 1933[1] (91 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Арыҫланбәк, Сәйрән ауыл советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | социолог |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | социология фәндәре докторы[d][1] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы (4 апрель 1933 йыл) — ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Расфар Мөхлис улы Төхвәтуллин 1933 йылдың 4 апрелендә Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Иҫке Арсҫланбәк ауылында тыуа. 1959 йылда Башҡорт дәүләт университетының Тарих факультетын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын тыуған районының Ҡаҙнаҡай тулы булмаған урта мәктәбе директоры булып башлай.
1965—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында эшләй: 1979—1990 йылдарҙа БДУ-ның фәнни коммунизм кафедраһының ассистенты, өлкән уҡытыусыһы, доценты була; 1991—2001 йылдарҙа фәнни коммунизм кафедраһы доценты, политология кафедраһы профессоры;2000-2001 йылдарҙа философия һәм социология факультеты деканының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары; 2001—2004 йылдарҙа — социаль хеҙмәт теорияһы кафедраһы мөдире; 2005—2010 йылдар — политология кафедраһы профессоры. 1978 йылда Мәскәү дәүләт университетының аспирантураһын тамамлай. 2000 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Расфар Мөхлис улының ғилми тикшеренеүҙәре милли үҫеш һәм милләт-ара мөнәсәбәттәргә, социаль хеҙмәт теорияһына, этносоциологияға, этнополитологияға, социологияға, политологияға, мәҙәниәт социологияһына, шәхес социологияһына ҡағыла. Ул ике тиҫтә самаһы ғилми хеҙмәт авторы. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Р. М. Төхвәтуллин 2001—2007 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының социологик фәндәр буйынса кандидатлыҡ дисесертация комиссияһы рәйесе, социологик фәндәр, сәйәси фәндәр буйынса диссертация советтары ағзаһы була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Коллектив авторов. Социологи Башкортостана:Справочник:2-е изд. дополненное и переработанное / Бурханова Ф. Б.. — Уфа: Восточная печать, 2012. — С. 90—92. — 141 с. — ISBN 978-5-98755-121-2.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төхвәтуллин Расфар Мөхлис улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2023)