Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы
Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 25 август 1916 |
Тыуған урыны | Татар Малаяҙы ауылы, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 15 ғинуар 2008 (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | актёр |
Уҡыу йорто | Өфө сәнғәт училищеһы |
Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы (25 август 1916 йыл — 15 ғинуар 2008 йыл) — башҡорт театр актёры, 1967 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы Камалетдинова 1916 йылдың 25 авгусында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Малаяҙ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Татар Малаяҙы ауылы) тыуған.
1935 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (Хажи Бохарский курсы), Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай.
Төп ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәрзиә («Ул ҡайтты», Әнғәм Атнабаев);
- Зөлхәбирә («Айгөл иле», Мостай Кәрим);
- Һандуғас («Зимагорҙар», Сәғит Мифтахов).
Классик драматургияла:
- Полина («Төшөмлө урын» — «Доходное место», А. Н. Островский; дебют, 1935);
- Пелагея («Мещандар» — «Мещане», Максим Горький);
- Һөт әсәһе («Ромео менән Джульетта» — «Ромео и Джульетта», Уильям Шекспир);
- Бианка («Отелло», Уильям Шекспир);
- Матрена («Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә» — «Власть тьмы», Лев Толстой);
- Агафья Тихоновна («Өйләнеү» — «Женитьба», Н. В. Гоголь) һәм башҡалар.
- Тоня Туманова («Ҡорос нисек сыныҡты» — «Как закалялась сталь», Н. А. Островский
Уйнау оҫталығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Уйнаған ролдәре кәүҙәләндереү оҫталығы менән айырылып тора. Ижади алымдарының үҙенсәлеге — тойғоларҙы нескә итеп асып биреү, ролде тәрән аңлап башҡарыу, лиризм.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1972
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1964)
Имеется версия статьи на русском языке: Проект:Двуязычность/Камалетдинова Фарида Мирсаяповна. |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Камалетдинова Фәриҙә Мирсаяп ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Хөсәйен Ҡудашев: иҫтәлектәр. — Өфө: Китап, 1993.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кино һәм театр. Фәриҙә Камалетдинова
- Башҡорт академия драма театры сайты 2019 йылдың 30 ғинуар көнөндә архивланған.
- Фәриҙә Камалединова
Категориялар:
- 25 августа тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Златоуст өйәҙендә тыуғандар
- 15 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2008 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар
- Википедия:Двуязычность:Статьи на башкирском языке
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Шәхестәр:Салауат районы