Эстәлеккә күсергә

Алексеев Леонид Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Леонид Александрович Алексеев
Тыуған көнө

25 август 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Новая Деревня, Стәрлетамаҡ районы, БАССР, СССР

Вафат көнө

23 декабрь 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (73 йәш)

Вафат урыны

Өфө, Рәсәй

Ил

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

геология

Эшләгән урыны

ӨДНТУ

Альма-матер

Өфө нефть институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Награда һәм премиялары

«Почёт Билдәһе» ордены СССР-ҙың почётлы нефтсеһе

Тышҡы һүрәттәр
Леонид Алексеев

Алексеев Леонид Александрович (25 август 1935, Новая Деревня, Стәрлетамаҡ районы, БАССР — 23 декабрь 2008, Өфө) — СССР һәм Рәсәй тау инженеры, уҡытыусы. Техник фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978).

Алексеев Леонид Александрович 1935 йылдың 25 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Новая Деревня ауылында тыуа.

1959 йылда инженер-механик һөнәре буйынса Өфө нефть институтын тамамлай. 1960 йылдан алып Леонид Алексеев Өфө дәүләт нефть техник университетында эшләй башлай. 19701990 йылдарҙа ул тау-нефть факультетының деканы вазифаһын биләй.

1978 йылда СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе исеменә лайыҡ була. 1981 йылда Леонид Алексеев «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

1987 йылда ул техник фәндәре докторы исемен яҡлай. Ике йылдан һуң профессор дәрәжәһен яулай.

1995 йылда Леонид Алексеев Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре исеме менән бүләкләнә. 1999 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһына лайыҡ була.

Беларусь тау академияһының юғары статуслы ағзаһы була.

Леонид Александровичтың ғилми эшмәкәрлеге скважиналарҙың быраулау технологияһы, тау тоҡомдарының емерелеү процестарын өйрәнеүен тикшерергә арналған. Алексеев ҡарамағында быраулау һәм скважиналарҙы йүнәлтеү өсөн тоҡомдарҙы емереүсе һәм фрезерлы инструменттар уйлап табыла (Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең нефть промыслаларында ҡулланыла), шуларҙың эшләү температураһының режимы тикшерелә.

Алексеев 120 тирәһе ғилми эш, 2 монография һәм 12 уйлап табыу авторы була.

Леонид Александрович 2008 йылдың 23 декабрендә Өфөлә вафат була.

Наградалары һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1978)
  • «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1995)
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1999)
  • Технология бурения глубоких скважин. Мәскәү, 1982 (авторҙ.)
  • Технология и техника борьбы с поглощениями при строительстве скважин. Өфө, 1998 (авторҙ.)
  • Технология бурения нефтяных и газовых скважин. 3‑е изд. Мәскәү, 2007 (авторҙ.).